Флешмоб #ШаймуратовГерой
Дуҫтар, Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү айҡанлы флешмоб башланды.
Һеҙ, беҙ, йылдар буйы ошо маҡсатҡа ынтылған һәр ҡайһыбыҙ, ҡушылайыҡ!
Ваҡыт хәҙер етерлек, әйҙәгеҙ, Бөтә донъяны шаулатайыҡ! Яҡшы хәбәрҙәр ҙә тиҙ таралһын!
Флешмоб шарттары ябай:
1. Генерал Шайморатовтың девизын ҡағыҙға яҙырға:
“Потомки Салавата отступать не умеют” (Салауат вариҫтары еңелеү белмәй)
2. Ошо яҙыу менән фотоға төшөргә.
3. Фотоны социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәгә ҡуйырға. #ШаймуратовГерой хештегын онотмағыҙ!
Продолжить чтение…112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған флешмобҡа Өфөлә 3 меңдән ашыу кеше йыйылды.
2019 йылдың 7 сентябрендә “Торатау” Конгресс-холы янында сағыу флешмоб үтте. Ҡатнашыусылар йондоҙ формаһында теҙелеп, “Шайморатов генерал “ йырын башҡарҙы. Тәүҙә халыҡ эҫе ҡояш аҫтында торҙо, һуңынан ҡойоп ямғыр яуып ебәрҙе. Йырҙы флешмобҡа килеүселәр ямғыр тамсылары аҫтында тамамланы.
Флешмобты Ҡоролтай Республика Башлығы Хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте министрлыҡтары менән бергә ойошторҙо. Социаль селтәрҙәрҙә флешмобта уң меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Продолжить чтение…Афарин! Биҡ шатбыҙ!
Шайморатов – Рәсәй Геройы!
Ҙур рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит Улы !
Ура! Мы очень рады!
Шаймуратов – Герой России!
Большое спасибо, Радий Фаритович!
Героя – Шаймуратову!
Несколько поколений наших земляков добивались этого, мечтали об этом. Услышали!!!
Наконец, торжество справедливости, большая победа Главы Республики!!! Он в сентябре 2019 года дал слово, что сделает ВСЕ, чтоб Шаймуратову присвоили имя Героя. Он это сделал!!
Сегодня – праздник для всех жителей Башкортостана!!
Напомним, Всемирный курултай башкир в 2019 году дал старт Народному проекту “Шаймуратовцы” (“Шайморатов вариҫтары”)
Продолжить чтение…Почта йәшниктәрендә- файҙалы бүләк // В почтовых ящиках-полезный подарок
Почта йәшниктәрендә- файҙалы бүләк.
Баймаҡ районы Темәс һәм Бетерә ауылдары халҡы бөгөн иртәнсәк үҙенсәлекле бүләк алып ҡыуанды. Почта йәшниктәрендә- йүнселдәр Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙан сәләм хаты һәм күп тапҡыр ҡулланыла торған битлек.
Ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙар бөтәһе 1500 дана медицина битлеге һатып алып, ике ауыл халҡына таратҡан. Битлектәрҙе уларға ирекмәндәр- йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар таратышҡан.
Илсур Нәбиуллин әйтеүенсә, был эш, тәү сиратта, яңғыҙы донъя көткән оло йәштәгеләр, күп балалы ғаиләләр һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында әле кибеткә, дауаханаға иң кәрәкле әйберҙәр алырға ла бара алмаған ауылдаштарына ярҙам йөҙөнән башланған.
“Һәр ауылда ла хәстәргә, ярҙамға мохтаждар бар. Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ!”- ти Илсур.
Егеттәргә изге эштәре өсөн ауылдаштары рәхмәт белдерә.
Афарин! Изгелегегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Өлгө булырлыҡ матур ғәмәл!
Роберт Миңнуллин арабыҙҙан китте… // Ушел от нас Поэт…
Роберт Миңнуллин арабыҙҙан китте…
72 йәшендә Башҡортостанда тыуған Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай премияһы лауреаты, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан дәүләт һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, публицист Роберт Миңнуллин беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы.
Дөрөҫөн әйткәндә, был хәбәрҙе беҙ күңелебеҙ менән кисектереп-кисектереп йәшәнек, сөнки Роберт Мөғәллим улының ҡаты сир менән көрәшкәнен белә инек. Әммә ул ныҡ булды, һуңғы көнгә тиклем сафта ҡалды, һәр иртәһен “Инстаграм”дағы дуҫтарын сәләмләү, яңы шиғырҙары, замана менән бергә килеп тыуған мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙан башлар ине. Бер ҡасан да ул яҙмаларҙа зар, яман һүҙ, башҡаларға бәлә һалыу булманы, улай ғына ла түгел, ул һәр саҡ яҡты кәйеф, яҡшы уй, өмөт уятырға тырышты. Күңеленә яманһыу, болоҡһоу булған хәлдәрҙә лә үҙен дә, уҡыусылары да йыуатып: “Беҙ бит көрәшселәр затынан, әле ҡулдан килгәнсә алға атлайбыҙ!” – тиер ине.
Роберт ағай Башҡортостандың Илеш районының Нәжәде ауылында тыуһа ла, үҙе Шәммәттә үҫкәс, ата-бабаларының тамырҙары ошо ауыл менән бәйле булғанға, үҙен ошо ауылдыҡы тип иҫәпләне.
Тулыраҡ / ПодробнееМахмут Салимов. Ветеран боевых действий, руководитель общества башкир Ростовской области, писатель в передаче “Автограф” телеканала БСТ
“Афтограф” – это передача о ярких представителях творческих профессий.