Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Башкирские части в ПетроградеБашҡортостан автономияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға 100 йыл тулды. Тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Шәкирйән улы ЯРМУЛЛИН уның халҡыбыҙ яҙмышында тотҡан урыны хаҡында уртаҡлашты.
– Азат Шәкирйән улы, Баш­ҡортостан Республикаһына ла, Башҡорт корпусына ла – 100 йыл. Ошо ике датаның бер-береһенә бәйлелеген, айырылғыһыҙ булыуын нисек аңлатыр инегеҙ?
– Башҡорт корпусы – Башҡорт­остан хөкүмәтенең ғәскәре, шуға ла улар тығыҙ бәйләнештә. Берен­сенән, уны Башҡорт корпусы тарихына ғына бәйләргә ярамай. Ғөмү­мән, 1917 йылда, Башҡорт­остан автономияһы төҙөү маҡсаты бар­лыҡ­ҡа килгәс, милли ғәскәр булдырыу идеяһы ла тыуа. Был фекер һауанан алынмай, сөнки унан алда, XVIII-XIX быуаттарҙа, башҡорт ғәскәре була. Ул Башҡорт иррегуляр ғәскәре тип атала. Уны 1863 йылда тараталар, шуға күрә лә 1917 йылда революция башланғас, автономия менән бер рәттән башҡорт халҡы быға тиклем булған ғәскәрҙе тергеҙеү тигән маҡсатын ҡуя. Шулай итеп, автономияның бер өлөшө булараҡ, Милли ғәскәр барлыҡҡа килә. Был хаҡта ҡарар 1917 йыл­дағы III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителә.

Continue reading…

Просмотров (1)

 

Йәш быуын Бүгәсәү менән Салауат тарихын өйрәнә

3gk5HL7YGoAБөгөн Свердловск өлкәһенең Красноуфимск педагогия колледжында «1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тарихи ваҡиғаһына заманса ҡараш» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтә.

Сараны Красноуфимск ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың педагогия колледжы һәм Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡатнашлығында Урал тимер юлы техникумының Красноуфимск филиалы һәм Красноуфимск башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.

Continue reading…

Просмотров (0)

 

Муллайән Халиҡовтың яҡты иҫтәлегенә

Халиков МуллаянБашҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә республикала «Халиҡов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

8-11 класс уҡыусылары ике этаптан торған һынау үтә. Тәүҙә 23 февралгә тиклем 3 биттән артмаған ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороусыларҙың электрон адресына ебәрергә кәрәк: ZilyaRav@mailru.

Һайлап алынған эштәрҙең авторҙары 25 мартта 1-се Бүздәк мәктәбенә саҡырыла.

Continue reading…

Просмотров (0)

 

Аҡмал эпосты өс белә

АкмалСиләбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, бик әүҙем эшләй: осрашыуҙар, Шәжәрә байрамдары, кисәләр, балалар өсөн байрамдар, “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса конкурстар һәм башҡа милли рухлы саралар даими үткәрелә.
Йыл башында уҡ Сосновка, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Красноармейский райондарынан, Силәбе, Мейәс ҡалаларынан ағинәйҙәр бик матур йыйын ойошторҙо. “Аҡ тирмә” етәк­сеһе Рабиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатова, һәр ваҡыттағыса, был оло сараны уҙғарыу өсөн ғаиләһен, туғандарын ылыҡ­тырҙы.

Continue reading…

Просмотров (0)

 

Сахалинда Башҡорт мәҙәниәте көнө билдәләнә

асахалинСахалин өлкә сәнғәт музейында Милли мәҙәниәттәр көндәре башланды. Алыҫ Көнсығыш халҡы был арала Төньяҡ Сахалиндың аҙ һанлы халыҡтары, ҡырғыҙ, бүрәт, алтай һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәниәте менән таныша аласаҡ.

9 март иһә Башҡорт мәҙәниәте көнө тип билдәләнгән.

Continue reading…

Просмотров (1)

 

Ҡаһарман осоусы Ғәли Ишмырҙин иҫтәлегенә – көрәш турниры

ишмурзин19 ғинуарҙа ҡаһарман осоусы, республикабыҙҙа башлап осоусылар мәктәбен ойошторған яҡташыбыҙ Ғәли Ишмырҙин призына көрәш буйынса «Мең ырыуының йәш батыры» төбәк турниры үтә.
Йәш көрәшселәр Ауырғазы районы Мораҙым ауылында йыйыла.

Continue reading…

Просмотров (3)

 

Рухы ҡайтты йәдкәр булып

гафуриРайоныбыҙҙа арабыҙҙан киткән олуғ шәхестәрҙе ҙурлап, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, йәш быуынға рухи тәрбиә биреү маҡсатында әленән-әле Хәтер һәм ҡәҙер кисәләре уҙғарылып тора. Шундайҙарҙың береһе – мәшһүр ғалим-археолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тәүге рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, академик, профессор, ғөмүмән, бөйөк шәхес Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған күптән көтөлгән, киң ҡатлам йәмәғәтселекте йыйған сара, ниһайәт, 14 декабрҙә Красноусолда, мәҙәниәт һарайында үтте (әлбиттә, ҙур булмаған хәтер сараһы 20 октябрҙә Сәйетбабала уҙғайны). Мәҙәниәт һарайы фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмәләр ойошторолған.

Continue reading…

Просмотров (6)

 

Дандары ҡайтты халҡына

…Алыҫ йылдташар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100 йыллығына ҡарата бихисап эштәр башҡара. Был юҡҡа түгел. Тап ошо төбәктә халҡыбыҙҙың киләсәк яҙмышы, Башҡортостан дәүләтенең ҡоролошо хаҡына янып-көйөп, утҡа-һыуға ингәндәр, яңыса сәйәсәт һәм тормош өсөн фиҙакәр көрәшкәндәр.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡала­һының тарихты өйрәнеү музейы алдында Ғабдулла Иҙел­баев менән Ғимран Маға­зовтың исемдәрен мәңге­ләштереү маҡсатында иҫтәлекле стела асылды. Йөҙ йылдан һуң дандары туған халҡына ҡайтарыл­ған шәхестәргә ҡуйылған стеланың тап ошонда урынлашыуы юҡҡа түгел. Музей Беренсе Башҡорт ғәскәренең штабы урынында ултыра, офицерҙар Ғабдулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазов та бында ҡулға алына.

Continue reading…

Просмотров (13)

 

Мөнәжәттә – мең хикмәт

1539327785_15-2Сибайҙа мөнәжәт һөйләүселәрҙең VI төбәк-ара конкурсы булды. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән дә килеп көс һынаштылар.
Конкурстың маҡсаты – рухиәте­беҙҙә лайыҡлы урын биләгән мөнә­жәтте тергеҙеү, халҡыбыҙға ҡайтарыу, йәштәргә өйрәтеү.
Сығыштар өс номинацияла – мөнәжәт, нәсихәт, Ҡөрьәндән сүрәләр башҡарыу буйынса баһаланды. Улар­ҙың һәр береһе буйынса берәр әҫәр һөйләргә кәрәк ине.

Continue reading…

Просмотров (12)

 

Салауат Юлаев иҫтәлегенә

НефтекамаНефтекама ҡалаһының “Аҡ инәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы Яҡшығолова башланғысы һәм “Ягуар” спорт клубы президенты, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы депутаты Фәһим Йәғәфәр улы Низамов ярҙамы менән С.Юлаев иҫтәлегенә кикбоксинг уйыны ойошторолдо.

Ярышта Башҡортостандың Нефтекама, Пермь өлкәһенең Чайковск ҡалаларынан 7 спорт клубы тәрбиәләнеүселәре, йәмғеһе 62 спортсы ҡатнашты.

Continue reading…

Просмотров (8)