“Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2016” конкурсына йомғаҡтар яһалды.

Бөгөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2016” конкурсын ябау тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов номинацияларҙа еңеү яулаған уҡытыусыларҙы тәбрикләне.Ҡоролтай рәйесе “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2016” конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны һәм унда өлгәшкән уңыштары, халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн башҡорт теле уҡытыусылары – Өфө ҡалаһы 100-сө урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Шаһмөхәмәтова Рәзилә Иҙрис ҡыҙына, 37-се мәктәптән  Яхина Люция Рәйес ҡыҙына, 22-се мәктәптән  Ғайсина Лилиә Харис ҡыҙына, 27-се мәктәптән  Рәхмәтуллина Земфира Мөхтәр ҡыҙына, 80-се мәктәнтән  Йосопова Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙына, 48-се Башҡорт лицейынан  Хәйруллина Тәнзилә Ғали ҡыҙына һәм 70-се мәктәптән  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбйәлилова Лилиә Ирек ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *