Каруанһарай – Башҡортостан дәүләтселегең бишеге

Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарай йорто башҡорттоң кантон идараһы дәүере менән генә түгел, ә Башҡортостан дәүләтселенең тарихы менән дә тығыҙ бәйле. Был мөһабәт архитектура комплексы XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында Ырымбур генерал-губернаторы Перовскийҙың инициативаһы менән һалына башлай. Перовский уны Башҡорт йорто тип атай. Ул Башҡорт ғәскәренең (Башкирское войско) резиденцияһы булараҡ төҙөлә. Ырымбурға килгән башҡорттар өсөн ҡуныр урын […]
Continue reading…

 

Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, дәүләт эшмәкәре Шәкир Төхвәтуллин

Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан күп кенә шәхестәрҙең исеме әлегә тиклем халыҡҡа киң билдәле түгел. Шуларҙың  береһе, Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, дәүләт эшмәкәре Шакир Динислам улы Төхвәтуллин. Ул 1894 йылдың 16 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улысының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Арҡауыл ауылында тыуған. Үҙенең анкетаһында яҙыуынса, Ш. Төхфәтуллин белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала. Артабан […]
Continue reading…

 

“Етегән” ҡотло булһын

1 март, яҙҙың тәүге көнөндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы үткәрелде. Байрамдың төп хужалары – Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө уҡыу йорттарында уҡыусы йәштәр булды. Сара шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 250 йыллығына ла бағышланғайны. “Етегән” исеме аҫтында үткән был байрам халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәтенә таянып, йәштәргә рухи, әхлаҡи, эстетик тәрбиә биреү, мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ кеүек мәңгелек […]
Continue reading…

 

Башҡорттоң уҡ атыу спортын үҫтерергә кәрәк

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре билдәле реконструктор, “1-се Башҡорт атлы полкы “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзаһы Рафаэль Амантаевтың оҫтаханаһында булды. Рафаэль Амантаев башҡорт уҡ-һаҙағын тергеҙеү менән шөғөлләнгән ир-уҙаманы.
Continue reading…

 

Граждандар һуғышы осоронда башҡорт ғәскәрҙәрендә Ислам диненең торошо

   Башҡорт ғәскәрҙәре 1918 йылдың июнендә аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса ойошторола. Бының өсөн Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге янында махсус Башҡорт хәрби советы булдырыла. Ул Башҡорт ғәскәренең штабы тип тә аталып йөрөтөлә. Аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәте ҡыҫҡа  ғына ваҡыт эсендә 8 полк ойоштороуға өлгәшә. 1918 йылдың сентябрендә башҡорт полктары Айырым Башҡорт корпусына берләштерелә[1].
Continue reading…

 

Нефтекама ҡалаһында билдәле журналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге “Башҡорт ырыуҙары тарихы” проектының исем туйы үтте

29 февраль көнө Нефтекама ҡалаһы филармонияһында билдәле журналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың “Башҡорт ырыуҙары тарихы” проектының (китаптар серияһы) презентацияһы булып үтте. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов ҡатнашты.
Continue reading…

 

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Бер-нисә йылдан Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл туласаҡ. Әммә үткән быуаттың башындағы автономия өсөн көрәш тарихының өйрәнелмәгән биттәре күп әле. Ошо эштең башында торған эшмәкәрҙәрҙең күбеһен әле белеп бөтмәйбеҙ, үкенескә ҡаршы. Улар башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Валиди менән иңгә-иң терәп Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәр. Автономия өсөн көрәшкән ир-уҙамандарҙың күбеһе 30-сы йылдарҙа […]
Continue reading…

 

Мысыр иленең бөйөк башҡорт әмирҙәре

Монгол-татар яуынан һуң күп кенә башҡорт яугирҙары Мысырға хәрби хеҙмәткә барып юлыға. Улар бында Мысыр солтандарының гвардияһы булып иҫәпләнгән мәмлүктәр, йәғни ҡол-яугирҙар сифатында хеҙмәт итә. Мәмлүктәр ике төркөмгә бүленә: беренсеһе Көньяҡ Урал һәм Урта Азия халыҡтарынан (башҡорттар, ҡыпсаҡтар, төрмәндәр), икенсеһе – Казказ халыҡтарынан (гурзин, черкес, осетин һ.б.) тора. Уларҙы мамсус лагерҙарҙа хәрби эшкә өйрәтер булғандар. […]
Continue reading…