Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Халим АмировПроводы 3-го БашполкаБер-нисә йылдан Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл туласаҡ. Әммә үткән быуаттың башындағы автономия өсөн көрәш тарихының өйрәнелмәгән биттәре күп әле. Ошо эштең башында торған эшмәкәрҙәрҙең күбеһен әле белеп бөтмәйбеҙ, үкенескә ҡаршы. Улар башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Валиди менән иңгә-иң терәп Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәр. Автономия өсөн көрәшкән ир-уҙамандарҙың күбеһе 30-сы йылдарҙа Сталин репрессияһы булып, нисәмә тиҫтә йылдарға уларҙың яҡты исемдәре онотолоуға дусар булды.

Ошондай шәхестәрҙең береһе – Хәлим Насретдин улы Әмиров. Уның исеме архив документтарында йыш осрай. Бигерәк тә ул 1919–1920 йылдарҙа башҡорт ғәскәрҙәренең сәйәси етәкселәренең береһе булараҡ танылыу ала. Әйткәндәй, Хәлим Әмиров төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан сыҡҡан милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең береһе. Ул 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Уран ырыуы башҡорттарына ҡараған Яңы Уртауыл ауылында (бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) тыуған. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында татарҙар ғына йәшәй һәм 1922 йылда Өфө губернаһы бөтөрөлгәс, был территория Башҡортостанға түгел, ә Татарстанға ҡушылырға тейеш булған, тип баралар. Ә бына ошо төбәктән сыҡҡан башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре Шәйехзада Бабич (сығышы Мишкә районынан), Муллаян Халиҡов (Бүздәк районы), Илдархан Мутин (Татарстандың Аҡтаныш районы) һәм Хәлим Әмиров (Яңауыл районы) был фекерҙең уйлап сығарылған уйҙырма икәнлеген ап-асыҡ күрһәтеп тора. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ла автономия өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан һәм үҙҙәре төйәк иткән ерҙәрҙе Башҡортостан автономияһы составында күрергә теләгән, әлбиттә.

Архив документтарынан күренеүенсә, Хәлим Әмиров Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә 1918 йылда ҡушылған. Әммә 1917 йылда Башҡорт ҡоролтайҙарында Бөрө өйәҙе башҡорттарынан делегат булараҡ ҡатнашыуы бик мөмкин. Билдәле булыуынса, 1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшен яңынан башлай. Август башында Ырымбурға ҡайтып, Каруанһарай бинаһында урынлаша.

Ырымбурға ҡайтыу менән Башҡорт хөкүмәте автономияның урындағы идара органдары эшен йәнләндереү менән шөғөлләнә башлай. “Ырымбурға килеп етер-етмәҫтән дәүләт ҡоролошо эштәре менән мәшғүл булдыҡ. Бының менән хөкүмәт рәйесе Юныс Бикбов менән профессор Ҡулаев шөғөлләнде”, – тип яҙа Зәки Вәлиди. Ошо осорҙа Хәлим Әмиров Башҡорт хөкүмәтенә эшкә алына. Уны хөкүмәттең Мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдары – кантон башҡармалары янындағы Мәғариф бүлектәрен ойоштороу, мәғариф эшен яйға һалыу менән шөғөлләнә.

Әммә Чехословактар күтәрелешенән һуң килгән хөрриәт заман 1918 йылдың көҙөнә әкреплән юҡҡа сыға башлай. Демократик ҡарашта булған һәм Башҡортостан автономияһына ыңғай ҡараған Һамар хөкүмәте ҡыҙылдар ҡыҫымына сыҙай алмай Өфөгә сигенә. 1918 йылдың сентябрь аҙағына Өфөлә ойошторолған Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте, тиҙҙән Омскиға күсә. Бында ул монархистик ҡарашлы генералдар йоғонтоһона эләгә һәм улар ҡушыуы буйынса өлкә һәм милли хөкүмәт, ғәскәрҙәре бөтөрөү яғын ҡайыра башлай.

Башҡорт хөкүмәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сыҡҡан форсат менән файҙаланып өлгөрә. Алты полктан торған Башҡорт ғәскәрен ойоштора һәм урындағы автономия органдарын нығыта. 1918 йылдың ноябрендә Омскийҙа адмирал Колчак власты үҙ ҡулына ала. Ул тәү сиратта Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрҙәрен юҡ итергә ниәтләй. Әммә ярайһы уҡ көс туплап алған Башҡортостан автономияһы диктатор Колчактың бойороҡтарына буйһоноп бармай. Киреһенсә, 1918 йылдың аҙағында фронтҡа таралған полктарын бер йоҙроҡҡа туплауға өлгәшә.

Аҡтар яғында автономияға өмөтөн өҙгән башҡорттар советтар менән бәйләнешкә инеп, килешеү төҙөргә ниәтләй. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте советтар яғына сығырға тигән ҡарар ҡыла. Тап ошо мәлдә, башҡорт халҡының яҙмышы, Башҡортостан дәүләтселеге өсөн һынылыш осорҙа Хәлим Әмиров ялҡынлы оратор һәм абруйлы эшмәкәр итеп күрһәтә.

1919 йылдың 16 февралендә ул Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыу тураһында фарманды иғлан итеү өсөн, Башҡорт корпусы штабынан особоуполномоченный сифатында Таналыҡ-Баймаҡ заводына (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ебәрелә. Бындай эште һалдаттар һәм халыҡ алдында абруйы булған, ҡатмарлы, боларыш ваҡыттта Башҡорт хөкүмәтенең ҡарарын кешеләргә еткерә алырлыҡ вәкилдәргә йөкмәтелә. Х. Әмиров үҙенә йөкмәтелгән бурысты уңышлы атҡарып сыға. Халыҡ большевиктар менән ярашыуҙы хуплай.

Ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң, бер-нисә көн үткәс, 21 февраль көнө Темәс ауылында 1-се Башҡорт хәрби ҡоролтайы үтә. Әмиров ҡоролтайҙа әүҙем ҡатнаша, йыйылған һалдаттар – съезд делегаттары алында сығыш яһай, советтар менән килешеү Башҡортостан автономияһы өсөн ҙур әһәмиәткә булыуын аңлата. Съезда Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте (Башревком) ойошторола. Хәлим Әмиров тәжрибәле мәғариф эшмәкәре  булараҡ Башревкомдың Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп һайлана.

Әммә Башҡортостан территорияһында һуғыш барған осорҙа, милли мәғариф мәсьәләләре генә түгел, автономия идараһын ойоштороу ҙа ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. 1919 йылдың мартында ҡыҙылдарҙы аҡтар ҡыҫа башлағас, Башревком Темәс ауылынан, Мораҡҡа (хәҙерге Күгәрсен районы) күсергә мәжбүр була, артабан Иманғол ауылына (хәҙерге Ырымбур өлкәһендә), һуңынан Тоцкий ҡасабаһына барып урынлаша.

Троцкий бойороғо буйынса Башревком май аҙағында Саранск ҡалаһында барып төпләнә. Бында Башҡорт хөкүмәте, тәү сиратта, ҡыҙылдарға сыҡҡандан һуң тарҡатылған ғәскәрҙе тәртипкә килереү эшенә тотона. Тиҙ арала ғәскәрҙәрҙе туплап, Башҡортостанға ҡайтыу, дошман ҡулында ҡалған йөмһүриәтте азат итеү көнүҙәк маҡсат була.

Хәрби комиссар Зәки Вәлиди элекке башҡорт ғәскәрҙәренән ике кавалерия һәм ике уҡсы полктар ойоштора. Полктар Айырым Башҡорт бригадаһына берләштерелә. Яңы башҡорт ғәскәренә сәйәси комиссар итеп Вәлиди ышаныслы көрәштәштәренең береһе булған, һалдаттар араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән эшмәкәр Хәлим Әмировты тәғәйенләй. Сәйәси комиссар булараҡ Әмировҡа ярайһы уҡ ауыр мәсьәлә йөкмәтелә: милли ғәскәрҙең яңы шарттарҙа рух ныҡлығын тәьмин итеү, башҡорт һалдаттарына автономия өсөн көрәштең ҡатмарлы юлдарын төшөндөрөү.Башҡорт ғәскәрҙәре Көнсығыш фронтҡа барып, йәғни Башҡортостанға ҡайтып, Колчак армияһына ҡаршы һуғышырға ашҡынып тора. Ләкин 1919 йылдың июнендә башҡорт полктарын Украинаға ебәреү тураһындағы Тройкийҙың фарманы башҡорттар өсөн, аяҙ көндә күк күкрәгәндәй була. Украинала Ҡыҙыл Армияның хәле мөшкөлләнеү сәбәпле, Троцкий  Саранскийҙағы башҡорт полктарын Көньяҡ фронтҡа, Денинкин армияһына ҡаршы ебәрергә теләй. Башҡорт вәкилдәре был мәсьәлә буйынса Лениндың үҙенә үк инеп һөйләшеп, аңлатып сыға. “У меня были представители башкир; просят назначать их войска на восток, а не на юг. На востоке в своем крае они могут, дескать, помочь быстро взять Челябинск, ибо и киргизы пойдут с ними; на юге же они бессильны и боятся, что ничего не поделают. Очень прошу взвесить эти доводы, по-моему, серьезные”, – тип Троцкийға яҙа Ленин. Әммә Реввоентсовет рәйесе үҙ уйынан кире ҡайтмай.

Әле аҙағынаса ойошторолоп бөтмәгән, хәрби кәрәк-яраҡтар менән тейешенсә тәьмин ителмәгән килеш башҡорт полктары Харьков ҡалаһына юллана. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алып, хөкүмәт сәйәси комиссар Хәлим Әмировҡа Башревкомдың махсус вәкәләтле вәкиле хоҡуҡтары бирә, йәғни Украинаға киткән ғәскәрҙәр менән идара итеү бурысы йөкмәтелә. Сөнки башҡорт полктарының берҙәм командалығы булмай, улар Троцкий Харьков ҡалаһында гарнизон хеҙмәте генә үтәрҙәр, тип ышандыра Вәлидиҙе.

1919 йылдың июнь уртаһында  башҡорт ғәскәрҙәре килеп төшөү менән генерал Деникиндың армияһы менән ҡаты һуғышҡа инә. Комиссар Әмиров полк командирҙарын йыйып, кәңәшмә үткәрә һәм 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Сөләймән Ишмырҙинды бригада командиры итеп һайлайҙар. Ҡыҙылдарҙың 14-се армияһының тулыһынса тарҡалып, тәртипһеҙ рәүештә сигенеүе, улар менән идара иткән Харьковтың оборона Советының аҡтарға һатылыуы арҡаһында Башҡорт бригадаһына ауыр юғатыуҙар кисерергә тура килә. Фронт тотҡан күрше ҡыҙыл частарҙың сигенеүе арҡаһында, күп осраҡта башҡорт ғәскәрҙәренә аҡтарҙың ҡамауында ҡала. Уның өҫтәүенә, Харьковтың аҡтар ҡулына күсеүендә башҡортарҙы ғәйепләп, Оборона Советы Сумы ҡалаһында Башҡорт бригадаһының штабын, шул иҫәптән Х. Әмировты ҡулға ала.  Бындай хәл башҡорт ғәскәрҙәрендә ҙур риҙаһыҙлыҡ тыуҙыра. Башҡорт һалдаттары ҡулға ҡорал алып, командирҙарын ҡотҡарырға әҙер була. Быны күреп, Оборона Советы башҡорт командирҙарын иреккә сығарырға мәжбүр була. “Мы  с боем и дорогой, ловя дезертиров, начали пребывать на Сумы. По прибытию первого эшелона – Штаба Башкирской бригады приказам члена Совета Обороны Зайцева, который так позорно раньше всех бежал из Харькова, Сумский отряд во главе с милицией и чрезвычайкой арестовал и разоружил весь Штаб Бригады во главе меня и командиров. Нас представили в округ Военком. Во время ареста наш эшелон подвергался обстрелу, хотя мы не сопротивлялись, потом нас освободили и за свои не законные действия извинились. Во время ареста  оставшиеся караул в нашем эшелоне, назначенный Чрезвычайкой произвел полную очистку вагонов от собственных вещей служащих Штаба Бригады. Пропали: масса денег, вооружения, белья, одежды и т. пр. Это явление на наши части, которые кровью, честно защищали свободу пролетариата Украины, сильно повлияло и нам с трудом удалось их успокоить. Нами Совету Обороны сданы более 10-ти эшелонов с ценностями народного достояния, которые нами были задержаны, так как они следовали без хозяина. Кроме того, проезжало много вагонов с деньгами тоже без хозяина. При таких условиях работать оперировать на Южном фронте не возможно. Просим сейчас же принять меры к переброске нас на Восточный фронт”, – тип яҙа бригада командиры С.Ишмырҙин менән комиссар Х.Әмиров республиканың хәрби комиссары Вәлидигә.

1919 йылдың июль башында Көньяҡ фронтҡа хәрби комиссар Зәки Вәлиди килә. Бында яңы килгән һалдаттар командирҙар менән тулыландырылып, Башҡорт бригадаһы Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә. Ул дивизияның сәйәси комиссары итеп Нуриәғзәм Таһировты тәғәйенләй. Ә Хәлим Әмиров Саранскийға, Башревком ҡарамағына ҡайтарыла. Әммә уға хәрби эштәрҙән оҙаҡ айырылырға тура килмәй.

1919 йылдың сентябрендә Петроград фронтындағы Ҡыҙыл Армияның ғәскәрҙәренең хәл мөшкөлләнә. Юденич армияһы ҡыҙылдарҙы борҡотоп, революцияның бишеге – Петроград ҡалаһына яҡынлаша. Ҡыҙыл Армияға ярҙамға тағы ла һуғышсан, дисциплиналы башҡорт ғәскәрҙәре кәрәк булып сыға. Ленин менән Троцкий бөтә башҡорт ғәскәрҙәрен тиҙ арала Петроградҡа ебәрергә тигән фарман бирә. “Троцкий Бәләбәйҙә ойошторолған өсөнсө һәм дүртенсе йәйәүле, өсөнсө һыбайлы полктарҙы Петроградҡа һөжүм итеүсе генерал Юденичҡа ҡаршы ебәреүҙе латап итә. Мин ул ғәскәрҙе өйрәтеү, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү эштәренең әле тамамланмауын әйтеп, хәҙергә ике батальонды бер-ике аҙна эсендә әҙерләргә полковник Әхмәровҡа әмер бирергә вәғәҙә иттем. Бәләбәйҙәге полковниты телеграфҡа саҡыртып, хәлде аңлаттым. Ул хәҙергә хатта ике батальондың да әҙер түгеллеген белдерҙе. Мин быны иртәнсәк Троцкийға еткерҙем. Был иһә башҡорт ғәскәрҙәренең Юденичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнашыуының башланғысы ине”, – тип яҙа Зәки Вәлиди.

Бәләбәй ҡалаһында торған Айырым Башҡорт бригадаһы частары һәм тағы бер кавалерия полкы, әҙерлеге булмауға ҡарамаҫтан, Петроградҡа оҙатыла. Шулай уҡ бында Көньяҡ фронттан Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның 1-се, 2-се полктары штабтары килә. Башҡортостандан килгән яңы һалдаттар иҫәбенә бригада һәм дивизия частары ойоторолорға тейеш була. Был мөһим эшкә етәкселек итеү бурысы тағын да Хәлим Әмировҡа тапшырыла. Ул Башҡорт республикаһының башҡорт ғәскәрҙәрендәге махсус вәкәләтле вәкиле (особоуполномоченный) сифатында киң хоҡуҡтар менән Петроградҡа ебәрелә.

10 меңдән ашыу яугирҙан торған Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә идара итеү еңелдән булмай. Петроградҡа килеү менән Х. Әмиров, тәү сиратта, башҡорт ғәскәрҙәрендәге  сәйәси комиссарҙар составына иғтибарҙы йүнәлтә. Ғәскәрҙәрҙе Башҡорт хөкүмәтенең сәйәсәтен алып барырҙай кадрҙар менән тулыландырыу кәрәклеген аңлай. Сөнки башҡорт милләтенән булмаған комиссарҙар ғәскәрҙәргә зыян ғына килтерә, бигерәк тә татар эшмәкәрҙәре. Улар Башҡортостан автономияһына ҡаршы агитация алып бара. Мәҫәлән, Башревком рәйесе Харис Йомағолов Башҡорт дивизияһы комиссары Нуриәғзәм Таһировҡа былай, тип яҙа: “Сообщи всем-всем красноармейцам-башкирам!!! Пусть неподдаются провокации!!! По некоторым сведениям наших красноармейцев в Белебее настраивались против нас т.е. Ревкома и Б.С.Р. и против Советов, так прими меры чтобы рассеять лживые, провокационные слхи красноармейцев”.

Шуға күрә лә Хәлим Әмиров башҡорт ғәскәрҙәрендәге сит милләт комиссарҙары урынына башҡорттарҙы тәғәйенләргә, тигән мәсьәлә ҡуя. Бының өсөн ул Мәскәүҙә Свердлов исемендәге Коммунистик университета уҡыған башҡорт курсанттарын Петроградҡа ебәреүҙе һорай. Ошо айҡанлы Мәскәүҙә, ВЦИК янындағы Башҡорт республикаһы вәкиле  Әбрәшит Бикбаув 1919 йылдың 29 октябрендә Башҡортостандың Хәрби эштәр буйынса комиссариатына былай тип хәбәр итә: “Настоящим сообщаю требование обобоуполномоченного по делам башкирских частей в Петрограде т. Амирова о замене во вверенных ему башкирских частях ответственных работников небашкир башкирами-курсантами, необходимой для создания могущественной башкирской армии и для ее воспитания в зависимости (с учетом) бытовых и исторических особенностей нашего народа, а также подверждаю его настойчивую просьбу об откомандировании в Петроград московских курсантов тт. Магасумова, Баталова, Абсалямова, Ишкаева и Дюкасова на полковые комиссарские должности и еще десять человек на мнеее ответственные дожности…”. Ә. Бикбауов та Хәлим Әмировтың фекерен ҡеүәтләй: “Побывав в Петрограде, лично убедился, что удовлетворение просьбы Амирова крайне необходимо”, – тип тамамлай ул үҙенең телеграммаһын.

Нуриәғзәм Таһиров һәм Хәлим Әмировтың тырышлығы менән Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт эшмәкәрҙәре Ғабдулла Ибраһимов Башҡорт уҡсы бригадаһының комиссары итеп, Һиҙиәт Сәғәҙиев – Башҡорт кавалерия дивизияһы сәйәси бүлеге мөдире итеп, Хәйҙәр Лотфуллин – “Салауат” гәзитенә эшкә тәғәйенләнә.

Хәлим Әмиров Петроградта ғәскәрҙәр араһында Башҡорт автономияһы етәкселегенең  сәйәсәтен алып барыусы, Башҡорт милли-азатлыҡ  хәрәкәте мәнфәғәтен алға һөргән, пропагандалаған эшмәкәрҙәрҙең береһе булған. Быны Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары архивында бик ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле документ – “Бәхет көнө”, тип аталған йыйынтыҡ та тағы бер тапҡыр иҫбатлап тора. “Бәхет көнө” йыйынтығы Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең советтар яғына сығыуына бер йыл тулыу айҡынлы 1920 йылдың февралендә Петроградта баҫылған. Унда Башҡорт автономияһы етәксеһе Зәки Вәлиди, Башҡорт уҡсы бригадаһы комиссары Ғабдулла Ибраһимов мәҡәләләре һәм Башревком вәкиле Хәлим Әмировтың “Башҡорт хәрәкәте” исемле доклады урын алған.

Был доклады менән Әмиров Петроградта башҡорт ғәскәрҙәренең 1-се коммунистик конференцияһында сығыш яһаған. Юғары трибунаға сығып Хәлим Әмиров Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштең тарихын бәйән итә, уның маҡсаттарын һалдаттарға еткерә:

 

Башҡорт хәрәкәте

 

Мәскәүҙә йыйыласаҡ II мосолман коммунистарының съезында мөһим мәсьәләләр араһында, татар-башҡорт мәсьәләһе алдыбыҙҙа тора. Был мәсьәлә хаҡында беҙҙән вәкил булып барасаҡ иптәштәргә  ҡыҫҡа ғына материал булһын уйы менән башҡорттарҙың был һуңғы 1917-се йыдан башлап революцион хәрәкәттәре хаҡында һөйләмәксе булам.

Башҡорт халҡының элекке заманаларҙағы революцион хәрәкәттәренә һәм уларҙың тарихтарына ҡағылмайса, тик ошо һуңғы Рәсәйҙәге революцияла башҡорттарҙың ниндәй урын тотҡанлыҡтарын күрһәтеп уҙайым. 1917-се йыл февралдә тыуған бөйөк Рәсәй революцияһының башынан уҡ башҡорт халҡының теләге  милләттәргә ерле мөхтәриәт –  территориальное самоопределение наций булды.

Революцияның әүәлге дәүерҙәрендәге булған Ваҡытлы  хөкүмәттәр башҡорттарҙы ерле мөхтәриәтле азат бер халыҡ итеп танымаһалар ҙа, башҡорт халҡы үҙенең Өфөлә, Ырымбурҙа булған әүәлге дөйөм йыйылыштарында, башҡорт халҡына ҡағылышлы  юғарылағы лозунгыны ғәмәлгә ҡуйыу өсөн Башҡортостан исемендәге айырым бер өлкә проектын ғәмәлгә ҡуйыуҙы алға сығарҙы һәм шул юлда хәрәкәт итәсәген асыҡтан-асыҡҡа белгертте.

Быуаттар буйына иреклек өсөн ҡан түккән башҡорт халҡы бығаса иҙелеп килгән милләттәр тәҡдире хәл ҡылына торған был революцион дәүерҙә үҙенең яҙмышын хәл ҡылыу эшен башҡаларға тапшырмай, үҙе генә хәл ҡылырға тейеш икәнлеген бик асыҡ белә ине. Башҡалар кеүек иркен йәшәргә хаҡы булған башҡорт халҡы ла иркенлек алып ҡалыуға үә шул иркенлектең кәрәк булһа мәнфәғәттәрен һаҡларға тейеш икәнлеген һәр бер башҡорт белә ине һәм шул юлда хәрәкәт итә ине. Был беҙҙең өсөн берҙән-бер юл ине.

Башҡорт илендә төҙөлгән башҡорт төбәк шуралары үә уларҙың тармаҡтары ошо әҙерлек юлында күп кенә эштәр эшләнеләр, йәғни бер башҡа иҙелгән милләттәр кеүек Октябрь революцияһына ҡәҙәр хәкимиәт һөргән Керенский һәм уның яһарға тырышҡан Учредительный Собраниеһынан: беҙгә ерле мөхтәриәт кәрәк, шуны бирмәҫһегеҙме?, – тиеп кенә тороуҙан башҡорт халҡы уҙғайны. Уның сәйәси күҙе башҡаларға ҡарағанда асығыраҡ ине.

Шуның өсөн дә башҡорт халҡы был дәүерҙә үҙенең ерле мөхтәриәтен ғәмәлгә ҡуйыу өсөн бөтә әҙерлектәрен күреп бөтөрҙө.

1917-се йыл декабрь айында Ырымбурҙа булған Башҡорт ҡоролтайы ошо әҙерлекте ҡәтғи рәүештә тамамланы. Башҡорт халҡының теләге булған “Ерле мөхтәриәтен” ниһәйәт тормошҡа үҙдырҙы.

Башҡорт иле “Хөр Башҡортостан” тиеп иғлан ҡылынды.

Ҡоролтай Ҙур һәм Кесе Башҡортостан проекттарының һуңғыһын ҡабул итте. Кесе Башҡортостанда идара өсөн хөкүмәт һайланды.

Эске идараһында Башҡортостан кантондар исемендәге 13 өлкәгә бүленде.

Башҡорт халҡының иркенлек донъяһына сығыу юлдары ҙур ҡәтғи тарихи мөһим аҙымдар яһаған был Беренсе Башҡорт ҡоролтайы таралғандан һуң бер ай самаһы уҙғас булһа кәрәк, Ырымбурҙа һәм губернаның күп урындарында синфи көрәштән килеп сыҡҡан хөкүмәт көсө – Совет власына күсте, был яңы хөкүмәттең, бигерәк тә  иҙелгән, тапалған милләттәрҙең хоҡуҡтарын һәм уларҙың тулы иркенлеген тәьмин ҡыла торған бер хөкүмәт икәнлеген белеп, яңы ғына эшкә тотонған Башҡорт хөкүмәте Ырымбур губерна Башҡарма Комитетына, башҡорт халҡын ерле мөхтәриәтле, ирекле тиеп Советтар хөкүмәте танығанда, башҡорт халҡы советтар менән бергә барасаҡ, тиеп рәсми рәүештә иғлан ҡылды. Башҡорт халҡының был тәҡдименә Ырымбур губерна Исполкомы, бәғзе бер иптәштәрҙең ҡотҡоһо менән Башҡорт хөкүмәтенең ағзаларын ҡулға алыу  менән яуап бирҙе.

Башҡорт хөкүмәтенең ағзалары араһында Зәки иптәш Вәлиди ҙә ҡулға алынды. Үҙәктең (Мәскәүҙең – авт.) ҡулға алынған Башҡорт хөкүмәтенең ағзаларын азат ҡылыу тураһында әмере булһа ла, азат ителмәнеләр. Иркенлек, азатлыҡ донъяһына сығыу өсөн быуаттар буйына нисәмә ҡан түккән башҡорт халҡына, үҙенең хөкүмәте ағзаларының бигерәк тә Совет власы тарафынан ҡулға алыныуы һәм башҡорттарҙың был азатлыҡ хәрәкәте ошондай ҡыҙғаныс бер рәүешкә кереүе сикһеҙ ауыр тәьҫир итте. Бының өҫтөнә 1918-се йыл март айында Баймаҡ заводында Башҡорт ҡыҙыл гвардияһы төҙөп йөрөгән башҡорттоң эшлекле, революцион егеттәренән Иҙелбаев, Мағазов һәм башҡаларҙың Ырымбурҙан ебәрелгән каратель отряды тарафынан атылыуҙары һәм башҡорт азатлығы өсөн эшләп йөрөгән башҡорт егеттәренең шул уҡ урыҫ ҡыҙыл гвардияһы тарафынан эҙәрлекләнеүе кеүек хәлдәр тәбиғи, башҡорт халҡының Совет власына ҡарата ыңғай мөнәсәбәт ҡаҙаныуына иң беренсе һәм ҙур кәртә булдылар.

1918-се йылдың яҙында Дутов тарафынан Ырымбурға яһаған сапҡын һөҙөмтәһендә төрмәләге Башҡорт хөкүмәте ағзаларының ҡайһы берҙәре сығарылды. Ҡайһы берҙәре тотҡонлыҡтан ҡастылар.

1918-се йылдың яҙ баштарында Себерҙә башланған реакия көсәйеп барғанда, июнь көндәрендә Силәбегә ҡасып барып сыҡҡан Башҡорт хөкүмәте ағзаларынан Зәки иптәш Вәлиди яңынан Башҡорт хөкүмәтен тергеҙергә һәм ҡораллы ғәскәрен төҙөргә кереште. Башҡорт халҡының ҙур ниәте булған иркенлек, азатлыҡ донъяһына сығыу өсөн үткәндәге әсе тәжрибәләре – ҡораллы көстөң кәрәклеге фактын алға ҡуйҙы.

Шуның өсөн дә башҡорттоң ҡораллы көсө төҙөлә, был көстөң беренсе бурысы – башҡорттоң иреклегенә ҡаршы килеүселәргә ҡаршы тороу ине. Был ваҡыттарҙа Себерҙәге реакцияның иҙелгән  халыҡтарға азатлыҡты тәьмин ҡылырҙан йыраҡ бер нәмә икәнен яңы төҙөлөп килә торған Башҡорт хөкүмәте яҡшы белгәнлектән, Башҡортостандың иреклеген тәьмин итеү юлдарына кереште һәм шул уҡ июнь айында Советтар хөкүмәтенә ике вәкил ебәрҙе. Башҡорт хөкүмәте август көндәрендә Ырымбурға күсеп килгәс тә үк үҙенең сәйәси йөҙөн асты. Беренсе номерҙарынан “Башҡорт” гәзитендә Башҡорт хөкүмәте Учредительное Собрание Комитеты тарафынан яһалған бәғзе бер тәҡдимдәргә ҡаршы рәсми рәүештә: Башҡорт хөкүмәте Брестский договорҙы танымай уның менән шаярасаҡ түгел тиеп тарихи яуабын бирҙе.

Бының артынан күп тә тормайынса, хөкүмәт тағын да советтарға вәкилдәрен ебәреү сараларын күрҙе. Был ебәрелгән вәкилдәребеҙҙең араһында Сәләх Аҙнағолов та бар ине. Был иптәш, өҫтөнә йөкләнгән эштәрҙе онотоп, фронтты уҙғас та Бәләбәйҙә комиссар булып ҡалды. Тәбиғи, бындай, башҡорт пролетариатының  ҡаны менән уйнаған кешеләр, киләсәктә бер яҡтан, башҡорт фәҡир-фоҡараһы ҡаршында, икенсе яҡтан, дөйөм ярлылар ҡаршында яуапҡа тарттырылырға тейештәр!

Көндән-көн нығып барған  Башҡорт хөкүмәтенең вәкилдәре Учредительный Собраниеның Комитеттарында һәм Өфөләге Государственный Совещаниеларҙа иң һул ҡанаттарҙан булғанлыҡтары берәүгә лә йәшерен түгел.

Башҡорт хөкүмәте менән күрше булған реакцион Дутов һуңғы ваҡыттарҙа Башҡорт хөкүмәтенә иң ышанысһыҙ ҡарау менән ҡарай башланы. Дутовты уның штабын ҡулға алырға Башҡорт ғәскәри идараһы тарафынан әҙерлектәр күрелгәндән һуң, был йәшерен әҙерлегебеҙ Ғалимаев тигән офицер тарафынан Дутовҡа белгертелде. Башҡорт ғәскәрҙәре Дутов командаһынан революцион юл менән алынып Башҡорт иле эсенә һәм уның өлкәләренә ҡуйылғандан һуң Дутовтың ҡарашы һис шикһеҙ башҡорттарға ышанысһыҙ булды.

Зәки иптәш Башҡорт хөкүмәте тарафынан башҡорт ғәскәрҙәренең баш командующийы итеп билдәләнгәс, Дутов Зәки Вәлидиҙе атырға тиеп үҙенең ғәскәрҙәренә йәшерен бойороғон таратҡан. “Зәки ышанысһыҙ, советтар яҡлы кеше, уның менән эш ҡылырға ярамай, ул беҙҙең ҙур дошманыбыҙ”, – тигән һүҙҙәр бойороҡтоң башында яҙылғайны.

Башҡорт хөкүмәте артыҡ ҡан түгеүҙе туҡтатырға тейешлелек хаҡында советтарға тағын да һүҙен ишеттерҙе. Өфөнән аҡтар сыҡҡанда Башҡорт хөкүмәте исеменән Советтар власы һәм уның ғәскәре командованиелары менән килешеү мәсьәләләрен тикшереү өсөн Муллаян Халиҡов иптәш ҡалдырылғайны.

Был иптәштең өҫтөнә төшкән эште дөрөҫ үтәүе башҡорт халҡының советтар яғына тиҙерәк күсеүенә ҙур сәбәпсе булды.

9-сы февралдә Ҡана заводында, Башҡорт хөкүмәтенең советтар яғына сығыуға йәшерен ҡарары булды. Был ҡарар 18-се февраль сәғәт 10-да ғәмәлгә ҡуйылды. Башҡорт халҡы үҙенең хөкүмәте, бер корпус ҡораллы ғәскәре менән Башҡорт Совет республикаһы тиеп иғлан ҡылынды.

19-20-се февралдә Темәстә булған Башҡорт ғәскәрҙәре съезы тарафынан ваҡытлы, 12 ағзанан ғибәрәт Ревкомитет (Башҡортостандың хәбри-революцион комитеты – авт.) төҙөлдө. Яңы Башҡорт Совет республикаһының эштәрен алып барыу бурысы ошо комитетҡа тапшырылды.

Шулай итеп, юғарыла әйтеп уҙған ҙур ғына көрәш, ауырлыҡтарҙан һуң башҡорт халҡы ирекле донъяға сығыу юлында тағын да ҡәтғи бер аҙым яһаны.

Март баштарында Башҡорт хөкүмәте исеменән Мәскәүҙә рәсми рәүештә барған вәкилдәр менән Үҙәк Совет респбуликаһы араһында килешеү төҙөлөп һуңғыһы тарафынан Башҡорт иле ирекле Башҡорт Совет республикһы тиеп иғлан ҡылынды.

Башҡорт ревкомы советтар яғына сыҡҡас та үҙенең 8–9 полклы ҡораллы ғәскәре менән революцияның төп дошмандары булған реакционер-монархист Дутов һәм Колчактарға ҡаршы һуғышырға теләгәнлеген һәм башҡа ҡыҙыл ғәскәрҙәр менән ҡатнашып һуғышыу беҙҙең уйыбыҙ, дошманды еңеүҙә һис шикһеҙ ҙур файҙалар килтерәсәкбеҙ, тип (башҡорт ғәскәрҙәренең советтар яғына сығыу менән 80 саҡрым киңлектә фронт асылғайны) урыҫ ҡыҙыл ғәскәрҙәре командованиеһына белдергән булһаҡ та, башҡорт фәҡир-фоҡараһының һүҙе – ҡәберлектә аҙашҡан бисара юлсының тауышы шикелле иштелмәне.

Ысын күңелдән башҡа ҡыҙыл ғәскәрҙәр менән бер сафта тороп революцияның дошмандарына ҡаршы һуғышырға теләгән башҡорт ҡаһармандарына ышаныс булманы, уларҙың йөрәктәренән сыҡҡан һүҙҙәрен ишетергә теләүсе булманы. Ул ваҡытта Башҡорт илендә хәрәкәт иткән Пенза дивизияһының башлыҡтары, башҡорт ғәскәрҙәрен тылға күсереү һәм уларҙы ҡоралһыҙландырыу тураһында бойороҡ бирҙеләр. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, бойороҡ биреүселәрҙең уйы – башҡорт ғәскәрҙәренә сәйәси аң-тәрбиә биреү ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһына үә тирәһенә күсерелгән башҡорт ғәскәрҙәре юғарыла әйтелгәнсә сәйәси аң-тәрбиә алырға тейеш булһалар ҙа, эштәр киреһенсә килеп сыҡты.

Пенза дивизияның тылында башҡорт ғәскәрҙәрен “һеҙ пленныйҙар”, тиеп ҡаршы алдылар, барғанда кейемдәре, аттары таланды, командирҙары туҡмалды, ауылда урамға сығарып сәстәренән һөйрәп ҡыйнанылар. “Һеҙҙе атабыҙ”, – тиеп урамға сығарып теҙеп мылтыҡтар төбәп көлдөләр, йәберләнеләр. Күп ваҡыттарҙа ашарға бирмәйенсә ас тоттолар. “Башҡорттарға иреклек биреләсәк түгел, һеҙҙең башҡаларығыҙҙың барыһы ла ҡулға алынған”, – тиеп, ғәскәрҙәр араһында асыҡтан-асыҡ һөйләй башланылар. Был ҡыҙғаныс хәлдәрҙе ишетеп Башҡорт ревкомы хәлдәр менән таныштырыу өсөн үҙенән кешеләр ебәрһә лә уларҙы ғәскәрҙәребеҙгә керетмәнеләр. Бының өҫтөнә ябай башҡорт граждандары араһында ҡыҙғаныс хәлдәр береһе артынан береһе тыуа башланы. Һис гонаһы булмаған башҡорт ылаусылары, һис нәмәгә ҡатнашы булмаған ауылдың аңлыраҡ кешеләре, бөтә башҡорт халҡының иң ҡәҙерле кешеләренән шағиры Бабич, үткер ҡәләмле яҙыусыһы Иркәбаев үә башҡалар атылдылар.

Күп башҡорт ауылдарында Пенза дивизияның ҡыҙыл ғәскәрҙәре тарафынан күп кенә башҡорт ҡыҙҙары, ҡатындары, мөғәлимәләре көсләнде, мәсхәрә ителде. Башҡорт халҡының ирек, азатлыҡ донъяһына сығыуы ҡыҙғаныс булды. Ҡорбандарыбыҙ йөҙәрләп һанала. Шул уҡ ҡыҙыл ғәскәрҙәр башҡорт ауылдарынан үткәндә башҡорттоң тәҙрәһеҙ, ишекһеҙ 10–15 йорттан ғибәрәт булған ауылдарына 100–200 меңләп контрибуциялар һалып, түләй алмағас, меҫкен ярлыларҙың аҡтыҡ икмәктәрен, аттарын алдылар. Быны тыйған Үҙәктең ҡәтғи әмерҙәре үтәлмәне. Таланыу, атылыу, иҙелеү, һаман да хөкөм һөрҙө.

Бисара башҡорт халҡы, бигерәк тә уның ҡыҙыл ғәскәрҙәре советтар яғына сыҡҡас, күп ауырлыҡтар, иҙелеүҙәр күрҙеләр.

Беҙ ышанабыҙ киләсәктә быға бәйле ғәйеплеләрҙе тарих беҙгә күрһәтәсәк. Һуғыш хәлдәренең бер аҙ беҙҙең өсөн сыуалып китеүе сәбәпле Башҡорт ревкомы үҙенең иленән күсергә мәжбүр булды.

Май баштарында Башҡорт ревкомы  Үҙәктең күрһәтеүе буйынса Пенза губернаһы Саранск ҡалаһына күсеп килде һәм ревком артынан уҡ советтар яғына сыҡҡан бер корпус ғәскәрҙәренең ҡыҙғаныс ҡалдыҡтары ла күсеп килде.

Саранскиҙа төҙөлә башлаған дүрт полк ҡыҙыл башҡорт ғәскәрҙәре 10-сы июндә көньяҡҡа оҙатылдылар.

Көньяҡ фронтта дүрт ай һуғышып, үҙҙәренең элекке  ҡаһарманлыҡтарын күрһәткән башҡорт ҡыҙыл ғәскәре пролетар революцияның усағы булған Петроградты һаҡларға Көньяҡ фронттан Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа күсерелде. Хәҙер Петрогад фронтында башҡорттоң бер атлы дивизияһы һәм бер йәйәүле бригадаһы һуғыша, – тип  Хәлим Әмиров докладын тамамлай.

Юденич армияһы тар-мар ителгәндән һуң, Башҡорт кавалерия дивизияһы Новгород губернаһына, ә Башҡорт уҡсы бригадаһы полктары Финляндия сигенә күсерелә. Шуның менән Хәлим Әмировтың Петроградтағы эшмәкәрелеге лә тамамлана. Ул 1920 йылдың февралендә Башҡортостанға ҡайтып, элекке вазифаһына, мәғарифы комиссариаты коллегияһына тәғәйенләнә. Әммә фронттан алыҫ ятҡан Башҡортостанда ла  сәйәси хәл бигүк тыныстан булмай. Автономия өсөн көрәш дауам итә. Йәш Башҡорт республикаһына күрше губерна властары теше-тырнағы ҡаршылыҡ күрһәтә. Автономияны нисек тә булһа, тарҡатырға, юҡ итергә тырыша урындағы большевиктар.

1920 йылдың мартында Башҡортостан автономияһына ҡаршы  кешеләрҙән торған Үҫәргән кантоны РКП(б) комитеты (Ырымбур губкомының йәшерен бойороғо буйынса), Башревкомдың рөхсәтенән тыш, кантондың Советтар съезын үткәреп, яңынан кантревком һайлай. Съезд тураһында башҡорт ауылдарына әйтелмәй, делегаттар күпселек урыҫ ауылдарынан йыйыла. Әҙселекте тәшкил иткән башҡорт делегаттарын ҡорал менән ҡурҡытып, съезда Башҡортостанға ҡаршы ҡарарҙар ҡабул ителә, Башревкомға буйһонмаҫҡа сығыштар яңғырай. Кантон башҡарма комитетына автономияға ҡаршы кешеләр һайлана. Кантон үҙәге Ейәнсура ауылынан Чеботаревка исемле урыҫ ауылына күсерелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Үҫәргән кантонында  власть фетнәселәр ҡулына күсә.

Башревком Үҫәргән кантонындағы ваҡиғалар тураһында ишетеү менән Хәлим Әмиров, Сөләймән Ишмырҙин һәм Ибраһим Исхаҡовтарҙан торған махсус комиссия булдыра. Зәки Вәлиди комиссияның рәйесе итеп Х. Әмировты тәғәйенләй. Башревком комиссияһы һалдаттар менән Үҫәргән кантонына килеп төшә. Килеү менән Хәлим Әмиров тиҙ арала кантонда тәртип урынлаштыра, Башҡортостан автономияһы власын тергеҙә. Башревкомға буйһонмаған яңы кантревкомдың һәм канткомдың ағзаларын ҡулға ала. Фетнәсе коммунистарҙың берәүһе Ырымбурға ҡасып ҡотола. “Башревокм выслал в Усерганский кантон – Чеботаревку комиссию во главе с Амировым и двумя отрядами, первый в сто человек занял Чеботаревку, второй отряд, количество коего не выяснено, расположился в районе Чеботаревки. Комиссией арестованы коммунисты: Атанов, Ивашкин, Брозинский, Похлебаев и другие; разоружен военокмат; распущены коммунистические партии вплоть до ячеек…”, – Ленин менән Дзержинскийға ошаҡлай Рәсәй транспорт ЧК-һы рәйесе Данилевский. Хәлим Әмировтың Үҫәргән кантоны коммунистарының “арт һабаҡтарын уҡытыуын”, ВЦИК-тың Башревком янындағы вәкиле Ф. Самойлов аҙаҡ “Последний крупный “подвиг” валидовцев”, – тип баһалай.

25 март Башревком Үҫәргән кантонына етәкселекте Х. Әмировтың үҙенә тапшыра, уны кантревком рәйесе итеп тәғәйенләй. Әммә уның Үҫәргән кантонындағы коммунистарҙы ҡулға алыуы, РКП(б) ойошмаһын ҡыуып таратыуы Башобкомға оҡшамай. Май айында обком Әмировтың эшен тикшереү буйынса конфликт комиссияһын ойоштора. 16 майҙа комиссия Үҫәргән кантоны коммунистарын аҡлап сығыш яһай, Әмировты бер йылға партиянан сығарырға ҡарар ҡыла. 18 майҙа үткән Башобком пленумы бер йылға бөтә яуаплы вазифаларҙан ситләтергә тәҡдим итә.

Ләкин Башревком коммунистарҙың ҡарарына әллә ни ҡолаҡ һалып бармай. Әмировты Башглавпродукт рәйесе вазифаһына тәғәйенләй. 1921 йылдың авгусынан ул Башобкомдың Башҡортостан Ревтрибуналы янындағы Дәүләт ғәйепләүсеһе (Гособвинитель) урынбаҫары булып эшләй.

Артабан башҡорт милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең күбеһе дәүләт эшенән ситләтелә, ә инде 30-сы йылдар башында уларҙы эҙәрлекләү, ҡулға алыуҙар башлана. Был осорҙа Хәлим Әмиров Өфө моторҙар заводында (хәҙерге УМПО) плановик булып эшләй. 1936 йылдың 23 октябрендә ҡулға алынып, өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Бынан һуң Хәлим Насретдин улы Әмировтың эҙҙәре юғала. 1989 йылда 12 ноябрендә реабилитацияланғанлығы билдәле. Бер китеүенән башҡа ҡайта алмағындыр, күрәһең, Сталин лагерҙарынан.

Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы Зәки Вәлиди менән бер рәттән  уның көрәштәштәрен дә онотмаһаҡ ине. Шуларҙың береһе Хәлим Әмировта халыҡ хәтерендә лайыҡлы урын алырға тейеш.

 

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

 

 

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *