Башҡорт ҡоролтайҙары һәм йыйындары

ЙыйынБашҡорт халҡы борон-борондан ил яҙмышына ҡағылышлы мөһим ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙе дөйөм ҡоролтай һәм йыйындарҙа хәл итер булған. Бында абруйлы ил азаматтары, аҡһаҡалдар йыйылып, кәңәш-төңәш ҡороп, ил алдында торған мәсьәләләр буйынса фекер алышҡан, дөйөм ҡарар сығарған.

Үкенескә ҡаршы, боронғо башҡорт ҡоролтай һәм йыйындары тураһында тарихи сығанаҡтар күп түгел. Бигерәк тә яҙма сығанаҡтар. Тарих фәнендә лә әлегә был темаға бағышланған ғилми хеҙмәт юҡ. Беҙ бөгөн был хаҡта күберәк риүәйәттәр һәм  ошо оло йыйындарҙың эҙен һаҡлаған тарихи урындар аша ғына фекер йөрөтә алабыҙ. Шуларҙың береһе Йылайыр районында урынлашҡан Айҙа болон яланы (Иван-Ҡолалат ауылынан йыраҡ түгел ерҙә). Халыҡ һөйләүе буйынса бында борон Ете ырыу берләшмәһе (Үҫәргән, Бөрйән, Түңгәүер, Тамъян һәм Ҡыпсаҡтың өс ырыуы) ҡоролтай, йыйындар үткәрер булған. Әйткәндәй, урыҫтар уны бөгөн дә «семиволостное поле» тип йөрөтә. Айҙа болон яланында борон ете ырыуҙың тамғалары һуғылған имән бағана торған булған. Бағана сереһә, уның урынына яңыһын ултыртап торғандар, тиҙәр.

Киләһе йыл республика халҡы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк. Ә юбилейҙың датаһы Ете ырыу башҡорттарының Рус дәүләтенә ҡушылыу тарихы менән туранан-тура бәйле.  Башҡортостандың ҙур ғына территорияһын биләп торған Ете ырыу берләшмәһе монгол-татар яуы, йәғни XIII быуат башынан билдәле. Сыңғыҙхандан барып башҡорт ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы һәм үҙенә бейлек ярлығы алып ҡайтҡан үҫәргән бейе Мөйтән ошо берләшмәнең башында торғанлығы билдәле[1]. Артабанғы быуаттарҙың береһендә Ете ырыу берләшмәһен Мәсем хан  етәкләүе тураһында «Күсәк» бей дастанында бик асыҡ бәйән ителә.

Бына ошо ырыу вәкилдәре XVI быуаттың урталарында, Айҙа болон яланында ҡоролтай үткәреп, ил алдында торған бик мөһим мәсьәлә – Рус дәүләтенә ҡушылыу тигән ҡарарға килгәндәрҙер, тигән фекергә урын бар. Сөнки 1555 йылдың аҙағы һәм 1556 йылдың башында ете ырыу вәкилдәренең берләшкән илселеге (үҫәргәндәрҙән – Бикбау бей, ҡыпсаҡтарҙан – Мөшәүәли Ҡарағужаҡ, Тамъяндан ырыуынан – Шәғәли Шаҡман, Бөрйәндән – Иҫке бей бара) Ҡаҙанға Иван батшаның наместнигына барып, һөйләшеүҙәр үткәреп ҡайта. Ә инде 1557 йылда Аҡ батша ҡулынан, үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлатып, ярлыҡ – жалованный грамоталар ала улар. Ете ырыу берләшмәһендәге ырыуҙарҙың билмәләренең сиктәре билдәләнә. Әлеге ырыуҙарҙың шәжәрәһендә бына нимә тип яҙылған: «…жирларне үлчәтмәк, йәғни чик ҡую өчен, Нуғай һәм Сибир юлларына бойырыклы язулар ебареб, ҡайсыдыр язуға ҡараб, руғларның (ырыуҙарҙың. – А.Я.) биләй торған ерләрен, мәсәлән, сахраларын, урманлыҡларын, мәшүрәтләри (кәңәш) ҡайтыб, жиде руғ хәлайыҡ (халыҡ – А.Я.), йәғни «семь род» исемендә, иттифаҡ идешеб, ерләрне үлчатделәр… ».

Түңгәүер менән Үҫәргән ырыуының ерҙәре сиктәрен билдәләп, шәжәрә былай тип бәйән итә: «…Ҡалмаҡ һәм Бишазиларның башындан сулары, һәр таулары, һәм Айын болын яланындан, Әлемсат тамагындан, Саҡмарның Алты Тора ташындан Лайымбирде түбәсигачә, вә Таналыҡ суының ташкичеүендән ҡамышларын да ҡушыб, Түбәдән, ваҡ таудан, Четум суынача түбәнге тарафы – Түнгәк (Түңгәүер – А.Я.) илан Үсәргән ругы башҡортларының билай торған ерләре булды…»[2].

Күреп тороуығыҙса, хатта шәжәрә лә Ете ырыу йыйылыр урын –  «Айын болон яланы» (Айҙа болон) телгә алынған. Тимәк был осорҙа Айҙа болон яланы ысын мәғәнәһендә мөһим ижтимағи-сәйәси әһәмиәткә эйә урын булған тип фекер йөрөтөргә мөмкин .

Бөрйән районындағы Тарауыл (Тарыуал) яланы ла Ете ырыу ҡор йыйған урындарҙың береһе иҫәпләнә. Әлбиттә, Башҡортостандың һәр төбәгендә төрлө ырыу башҡорттары йыл һайын үҙҙәренең йыйындарын үткәреп торор булғандар. Әммә әлеге мәҡәләлә мин ил яҙмышын хәл иткән дөйөм башҡорт ҡоролтайҙары һәм уларҙың тарихи күсәгилешлегенә туҡталып китмәксемен.

XVII-XVIII быуаттарҙағы дөйөм башҡорт ҡоролтайҙары тураһында нимә беләбеҙ? Был дәүерҙә булып үткән дөйөм башҡорт ҡоролтайҙары тураһында Зәки Вәлиди бик тә ҡиммәтле мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Ул үҙенең «Башҡорттар тарихы» китабында төрлө быуаттарҙа булып үткән өс башҡорт ҡоролтайын телгә ала. Иң мөһиме ул дөйөм башҡорт ҡоролтайҙары уҙғарылған урындарҙы күрһәтә. Мәҫәлән, 1681–1684 йылдарҙа, батша хөкүмәтенең суҡындырыу сәйәсәтенә ҡаршы ҡупҡан Сәйет яуы осоронда, «Башҡорттар 1682 йылда Нуғай даруғаһындағы Суртанлы күл янында ҡоролтайға йыйылды», – тип яҙа ғалим[3]. Был ҡоролтай хәҙерге Әбйәлил районының көнсығышында урынлашҡан Суртанды (әҙәби тел менән әйткәндә Суртанлы) күле янында уҙғарылған, буғай. Быны археологик тикшеренеүҙәр ярҙамында асыҡларға булыр ине. Ҡоролтайҙар тарихына асыҡлыҡ индерерҙәй археологик табыштар осрауы бик ихтимал.

XVIII быуат башында дөйөм башҡорт ҡоролтайы, 1704–1711 йылдарҙағы Алдар-Күсем яуы осоронда булып үтә. Башҡа һыймаҫлыҡ күп яһаҡтар һалыныу (башҡорттарға 72 төрлө яһаҡ уйлап сығарыла, шуларҙың береһе күҙҙәре һоро булған өсөн, икенсеһе – һәр өйҙең мөрйәһенән яһаҡ) һәм батша хәкимиәтенең урындағы түрәләренең баш-баштаҡлығына сик ҡуйыу өсөн, башҡорттар 1706 йылдың февралендә ҡоролтай үткәреп,  Петр батшаға үҙҙәренең ауыр хәле тураһында мөрәжәғәт итергә булалар. Ҡоролтайҙа бөтөн башҡорт халҡы исеменән батшаға, уның ғәҙеллегенә өмөт итеп, хат яҙыла. Ул хаттың аҙағында: «…Өфө өйәҙенең төрлө улыстарынан һайланмыш башҡорттар: Нуғай даруғаһы Мең улысынан – Тимербулат Яҡшыуанов; Себер даруғаһынан – Сурағол Тойғолдин, Ишбай Несесов; Ҡаҙан даруғаһы Байлар улысынан – Урсай Мәтеков; Уҫа даруғаһы Уран улысынан -–Тыныс Тереғолов, Ыҫмаҡ Исаев үҙ иптәштәре менән. Бөтә дүрт даруға бөтә улыстарҙың башҡорттары…», – тиелгән[4].

Был хатты Тимербулат Яҡшыуанов етәкселегендәге 8 башҡорт вәкиле Мәскәүгә алып килә. Ләкин батша Петр I башҡорт вәкилдәрен ҡабул итеү урынына, уларҙың аяҡ-ҡулдарын бығаулатып, Ҡаҙанға оҙата. Ҡаҙан властары, үтенес хатында үҙҙәренең баш-баштаҡлыҡтары хаҡында ла яҙылғанлыҡты белеп, вәкилдәрҙең береһен аҫалар, ә ҡалғандарын зинданға ябалар. «Ғәҙел» батшаның ошондай  ҡылығынан һуң,  башҡорт халҡы үҙ азатлығы өсөн яуға күтәрелә. Ихтилал Волганан – Тубылға, Яйыҡтан Пермгә тиклем араны ялмап ала.

Зәки Вәлиди 1724 йылда Өфө өйәҙендәге Бәрҫеүән күле янында башҡорттарҙың ҡоролтайға йыйылғандары тураһында яҙа: «Алдар тархан 700 кешеһе менән, Сәйет баһадирҙың 1707 йылда ҡырғыҙҙарға ҡасып киткән улы 500-гә яҡын ҡырғыҙ менән ошо ҡоролтайға килгән. Һәр тарафтан күл янында йыйылған башҡортар һәм татарҙар Өфөгә һөжүм итергә ҡарарлаштыра»[5]. Зәки Вәлиди телгә алған ҡоролтай 1706–1711 йылдар тирәһендә булыуы ихтимал. Тап ошо осорҙа башҡорт хәрәкәте дөрләп торған. Сөнки Петр батшаның ғәҙеллегенә өмөтөн өҙгән халыҡ, ҡоролтайға йыйылып, ғәҙеллекте ҡорал менән дауларға ҡарар иткән.

1734 йылдың декабрендә үткән ҡоролтай ҙа Башҡортостан алдында килеп баҫҡан ауыр сәйәси хәл менән бәйле. Батша хөкүмәте, башҡорт халҡының рөхсәтенән тыш, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ҡәлғәләр төҙөргә ҡарар итә. Ҡәлғәләр төҙөлә ҡалһа азатлығын юғалтасағын яҡшы аңлаған халыҡ оло ҡоролайға йыйыла, мәсьәләне ил алдына сығара. Зәки Вәлиди был ҡоролтай тураһында бына нимә тип яҙа: «Рәсәй хөкүмәтенең яңы сәйәсәте тураһында Түләкәй улының Петербургтан яҙған хатын алыу менән Килмәк абыҙ башҡорт ырыуҙары күренеклеләренән Йыһанғол улын, Ирәтҡол улын, Кимәт улын (ихтимал, Кимәк улын) саҡырып, «Хажи мәсете»ндә (йәғни хәҙерге Хажи ауылында) ҡоролтай, башҡортса йыйын, тупланы. Унда урыҫтарҙың был эштәренә ҡорал менән ҡаршы торорға ҡарар иттеләр, күтәрелештең планын ҡорҙолар»[6].

Был ҡоролтай тураһында урыҫ сығанаҡтарында ла телгә алына. Мәҫәлән, 1735 йылдың 2 февралендә Иргин заводы приказчигының Себер һәм Ҡаҙан ҡаҙна заводтарының баш идараһы начальнигы В.Н. Татищевҡа яҙған хатында: «…по сие высоко приязнейшаго писания о исполнении, по крайней моей возможности услужно желал во всякой верности исполнять, а имянно, у башкирцев какие о чем советы. Токмо слышно непрестанно есть, на которые великие чинять съезды, каких прежде не бывало», – тип хәбәр итә приказчик Татищевҡа[7].

Әйткәндәй, Зәки Вәлиди Хажи ауылындағы ҡоролтай тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә: «Ырымбур ҡалаһын төҙөй башлауҙан әүәл үк ғәскәрендә үҙ ирке менән хеҙмәт итеүсе тархандар булған хәлдә лә, юрматы улысы үҙәге Һикәҙе йылғаһы буйындағы Хажи мәсете исемле ерҙә йыйын – халыҡ ҡоролтайы тупланды. Боронғо хандарҙан Күсем улдары, ҡаҙаҡ хандарынан Ҡәйеп хан һәм уның улдары төрлө күтәрелеш һәм яу ваҡыттарында дөйөм хәрби етәксе һәм хакимдар сифатыда танылһа ла, тыныс дәүерҙә был принциптарҙың Башҡортостандағы хакимиәте номиналь рәүештә ҡала ине. Йәғни хандар бөтә башҡорт өлкәһендә танылған дөйөм бер хөкүмәт ҡорманы, һәр улыс үҙ тарханына һәм бейенә буйһондо. Ҡаҙан вәлийе Апраксин 1709 йылда Петрға ебәргән рапортында башҡорттар тураһында ошолай яҙа: «Был мәлғүн башҡорттар – күмәк, һуғышсан һәм ғәскәри бер милләт. Ләкин баштары боҙоҡлоҡтан, һис юғында Дон казактарындағы кеүек булһа ла, барыһы ла таныған дөйөм бер атамалары ла, эштәре хаҡында мөрәжәғәт итерлек дөйөм бер үҙәктәре лә юҡ». Башҡорттар ғөмүми бер «атаман»ға буйһонмауға ҡарамаҫтан, «Хажи мәсете»ндәге йыйын уларҙың хөкүмәте ине. Рустарға төбәп яҙылған документтар унда йыйылған «ете ырыу бейҙәре» исеменән ебәрелер булған»[8].

Үҙҙәре өсөн ҡурҡыныс янауын тойған батша власы 1736 йылдың 11 февралендәге указы менән башҡорт ҡоролтай, йыйындарын үткәреүҙе тыя. Тик йылына бер тапҡыр ғына Өфө янында Ҡаратун (Ческновка) тауында, властар күҙәтеүе аҫтында ғына башҡорт старшиналарына йыйылып, кәңәш-төнәш ҡороп, булған мәсьәләләрҙе урындағы властарҡа яҙма рәүештә еткерергә рөхсәт ителә. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуынса, XIX быуаттың беренсе яртыһында бындай йыйындар тураһында әлегә бер документ та табылғаны юҡ. Тимәк, кантон идаралығы системаһы осоронда дөйөм ҡоролтай, йыйындар юҡҡа сыҡҡан, тип һығымта яһай ғалим. Был осороҙа инде урындарҙа бер-нисә ауыл халҡы йыйылып, байрам итеү рәүешендә генә йыйындар ойошторор булған, тип тә өҫтәй ғалим. Халыҡ хәтерендә хаҡланып ҡалған «Һәүәнәк йыйыны», «Зәйнулла йыйыны», «Атайсал йыйыны» тип аталмыш йыйындар тап ошо дәүерҙән киләлер, әйтергә урын бар, тип ғалим һығымта яһай.

Шулай итеп, дөйөм ҡоролтайҙар, йыйындар башҡорт халҡын ауыр мәлдәрҙә туплау һәм ил алдына килеп баҫҡан мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү йәһәтенән ҙур роль уйнаған мөһим үҙидара органы, сәйәси институт булып торған.

Батша власы дөйөм ҡоролтайҙарҙы XVIII быуаттың тәүге яртыһында уҡ тыйып, уны юҡҡа сығарыуға ирешһә лә, уны халыҡ аңынан юйыуға өлгәшә алмай. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң, үҙ яҙмышын үҙе хәл итерҙәй мөмкинлек тыуыу менән, башҡорт халҡы, боронғо замандарҙағы кеүек, тағы ҡоролтайҙарға йыйыла.

Беренсе дөйөм башҡорт ҡоролтайы Ырымбурҙа 1917 йылдың 20–27 июнендә уҙғарыла. Бында башҡорт халҡын борсоған ер мәсьәләһе – тартып алынған аҫаба ерҙәрҙе кире ҡайтарыу, милли ғәскәр төҙөү, Башҡортостандың милли-территориаль автономияһын ғәмәлғә ашырыу мәсьәләләре күтәрелә. Ҡоролтайҙың ҡарарҙарын бойомға ашырыу өсөн, Башҡорт мәркәз шураһының Башҡарма комитеты һайлана.

Шул уҡ йылдың 25–29 авгусында Өфөлә Икенсе башҡорт ҡоролтайы  үтә. Ҡоролтайҙа Петроградта үтәсәк Ойоштороу (Учредительный) йыйылышында ҡатнашасаҡ вәкилдәрҙең кандидатуралары раҫлана. Башҡорт мәркәз шураһының рәйесе Башҡарма комитеттың эшмәкәрлеге буйынса доклад менән сығыш яһай. Зәки Вәлиди яҙыуынса, 2-се Башҡорт ҡоролтайын Өфөлә үткәреү –  Өфөнө ҡайһы бер татар милләте лидерҙары уйлауынса төрки-татар милли-мәҙәни мөхтәриәтенең үҙәге итергә маташыу дөрөҫлөккә тап килмәй икәнен күрһәтеү маҡсатынан эшләнә.

Башҡорттарҙың Өсөнсө ойоштороу (учредительный) ҡоролтайы 1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбурҙа, Ҡөрьән уҡып тороп, Каруанһарай бинаһында асыла. Уның эшендә 223 делегат ҡатнаша. Бында Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан 15 ноябрҙә иғлан ителгән Рәсәй составындағы Башҡортостан автономияһы раҫлана. Көн тәртибендә:

  1. Автономиялы Башҡортостандың сиктәре;
  2. Башҡортостандың эске идаралығы;
  3. Ер мәсьәләһе;
  4. Иҡтисади мәсьәлә;
  5. Халыҡ мәғарифы;
  6. Диниә назараты;
  7. Финанс мәсьәләләре;
  8. Ғәскәр һәм милиция ойоштороу;
  9. Юғары һәм урындағы хакмиәттәрҙе һәм дә Башҡортостандың юғары закон сығарыу органын ойоштороу мәсьәләләре ҡарала.

Ҡоролтай делегаттары Ойоштороу һәм закондар сығарыу хоҡуғына эйә булған, 22 кешенән торған даими орган –  Кесе ҡоролтайҙы һайлай. Кесе ҡоролтай, үҙ сиратында үҙенең, автономияның идара органы – Башҡортостан хөкүмәте ойоштора.

Шулай итеп, 1917 йылда үткән дөйөм башҡорт ҡоролтайҙарында  Башҡортостан автономияһы тыуа – башҡорт дәүләтселеге тергеҙелә. Ҡоролтай ҡарарҙары менән ғәмәлгә ашырыла башлай.

1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Советтар яғына сыға. Ошо уңайҙан 21 февраль Темәс ауылында Беренсе дөйөм башҡорт хәрби ҡоролтайы уҙғарыла. Унда  92 делегат ҡатнаша. Хәрби ҡоролтай башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сығыуын хуплай, Башҡортостандың ваҡытлы революцион комитеты – Башревком һайлана. Башҡортостандағы бөтә власть Башревком ҡулына тапшырыла. 1919 йылдың мартында килешеү буйынса Үҙәк совет власы Башҡортостан автономияһын таный. Шулай итеп, Рәсәйҙе ысын мәғәнәһендә федерация иткән, уның федерализм йүнәлешендәге үҫешенә нигеҙ һалған республика – Башҡортостан Совет автономияһы барлыҡҡа килә.

Ләкин бер йылдан һуң 1920 йылдың майында Үҙәк совет власы үҙенең декреты менән Башҡортостандың киң автономия хоҡуҡтарын юҡҡа сығара. Ошонан алып, Башҡортостан автономияһы  исем өсөн генә тиерлек тороп  ҡала  етмеш йылдан ашыу ошо хәлендә йәшәй.

Советттар Союзында Үҙгәртеп ҡороу занамы башланыу менән, башҡорт йәмәғәтселеге Башҡортостанға союз республикаһы статусын алыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты, был юҫыҡта 1989 йылда төҙөлгән, күренекле йәмәғәт эшмәкәрәҙре Рәшит Шәкүр, Марат Ҡолшәрипов етәкселектәрендә «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге әүҙем эшләне. Һөҙөмтәлә 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР Юғары Советы Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте.

«Урал» башҡорт халыҡ үҙәге бының менән генә сикләнмәй, 1917 йылда үткән дөйөм башҡорт ҡоролтайҙарының дауамы булараҡ, 1991 йылдың 23–25 декабрендә башҡорт халҡының IV сираттан тыш ҡоролтайын йыйҙы. Ҡоролтай башҡорт халҡының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бик күп сәйәси мәсьәләләр менән бергә башҡорт теленең дәүләт теле статусын тергеҙеү проблемаһын күтәреп сыҡты.

XX быуаттың 90-сы йылдары уртаһынан башҡорт ҡоролтайы хәрәкәте яңы һулыш алды, бөтөнләй яңы кимәлгә күтәрелде. Башҡортостан Президенты Указы менән 1995 йылдың 1–2 июнендә Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылды. Ҡоролтай үҙенең даими органын – Башҡарма комитетын ойошторҙо. Уның рәйесе итеп билдәле тарихсы, профессор Нияз Мәжитов һайланды. Шулай уҡ Башҡортостандың һәр районы һәм ҡалаһында ҡоролтайҙар үткәрелеп, башҡарма комитеттар ойошторолдо. Артабан Башҡортостандан ситтәге башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә ҡоролтайҙар ойошторолдо.

сығанаҡтар:

  1. [1]  Мөйтән бей ҡобайыры //Башҡорт халыҡ ижады. 7 том. Өфө, 2004.
  2. [2] Башкирские шежере. Уфа, 1960. 72-се бит.
  3. [3] Зәки Вәлиди Туған. Башҡорттар тарихы. Анкара, 2003. 280-се бит.
  4. [4] Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 1 том. Өфө, 1999. 313-се бит.
  5. [5] Зәки Вәлиди Туған. Башҡорттар тарихы. Анкара, 2003. 309-сы бит.
  6. [6] Шунда уҡ. 314-се бит.
  7. [7] Материалы по истории Башкортостана. 4 том. Уфа, 2002. 18-се бит.
  8. [8] Зәки Вәлиди Туған. Башҡорттар тарихы. Анкара, 2003. 311-се бит.

Азат ЯРМУЛЛИН, «Йәшлек», 2006 йыл, 30 май, № 64.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *