Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, дәүләт эшмәкәре Шәкир Төхвәтуллин

Tuxvatullin_ShakirБашҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан күп кенә шәхестәрҙең исеме әлегә тиклем халыҡҡа киң билдәле түгел. Шуларҙың  береһе, Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, дәүләт эшмәкәре Шакир Динислам улы Төхвәтуллин.

Ул 1894 йылдың 16 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улысының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Арҡауыл ауылында тыуған. Үҙенең анкетаһында яҙыуынса, Ш. Төхфәтуллин белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала. Артабан хәрби хеҙмәткә алынып, ярты йыл  әрме хеҙмәтендә йөрөп ҡайта.

1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1918 йылда Шакир Төхвәтуллин Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡармаһы рәйесе, кантондың воинский начальнигы ярҙамсыһы булып эшләй. 1919 йылдың ғинуарында уны Башҡорт хөкүмәтенә эшкә алалар.  16 февраль, Башҡорт корпусы штабы уполномоченныйы сифатында, 5-се Башҡорт уҡсы полкына барып, Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыуы тураһында фарманды иғлан итә.

Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң, 5-се полк һалдаттары Ш. Төхвәтуллинды Темәстә үткән I Бөтә Башҡорт хәрби съезында делегат итеп һайлана. Съезда Башҡортостан автономияһының революцион хөкүмәте – Башревком ойошторола. 1919 йылдың февраленән Шакир Төхвәтуллин Башревкомдың агитацион-мәғлүмәти бүлеге мөдире Сәйетгәрәй Мағазовтың урынбаҫары булып эшләй. Март айында Аллабирҙе Йәғәфәров менән бергә Өфөлә көнсығыш фронттың аҙыҡ-түлек буйынса баш комиссары янында эшләй. Башҡорт республикаһы халҡы икмәк менән тәьмин итеү эшендә йөрөй.

1919 йылдың авгусында Башревком Саранский ҡалаһынан ҡайтҡас,  Башҡортостандың урындағы власть органдары – кантревкомдар ойошторола башлай. Ш. Төхвәтуллин үҙенең тыуған яғына эшкә ебәрелә. Уны Дыуан кантонының хәрби комссары һәм кантревком ағзаһы итеп тәғәйенләйҙәр. 1920 йылдың ғинуарында Ш. Төхвәтуллин Аргаяш кантона, Хәфиз Ҡушаев урынына,  хәрби комиссар итеп күсерелә.  Май айында Шакир Динислам улы партияның Башҡортостан өлкә комитеты Президиумына кандидат итеп һайлана.

Үҙәк Совет хөкүмәте Башҡортостандың автономиялы хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләгәндән һуң, 1920 йылдың июнендә Шакир Төхвәтуллин Башревком ағзалары менән бергә Төркөстанға сығып китә. 1921 йылда Төркөстанда милли хәрәкәт уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, ҡабат Башҡортостанға ҡайта. Халыҡ мәғарифы комиссариатында эшләй, артабан Мәскәүҙә Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында (Наркомнац) Башҡортостан вәкиленең урынбаҫары вазифаһында була.

1924 йылда ВЦИК Президиумы янындағы БАССР вәкиленең урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1925 йылдың Башҡортостанға эшкә ҡайта. Мәскәүҙә эшләгән осоронда Шакир Динислам улы башҡа автономиялы республикалар араһында ҙур абруй, ихтирам ҡаҙана. Башҡортостанға ҡайтыр алдынан, автономиялы республика вәкилдәре уға, изге теләктәр теләп ҡала: “Узнав о Вашем уходе из Представительства Башкирии в родной Вам край мы, Ваши соратники – Представители Автономных Республик и Областей при Правительстве Р.С.Ф.С.Р. спешим пожелать Вам на новом поприще с удвоенной энергией приложить силы, знание и опыт Москвы в деле Советского строительства Башкирского народа из среды которого Вы вышли.

Ваша 4-х летняя работа в должности Представителя в годы разрухи и голода, а затем Заместителя, с очевидной ясностью показали Вашу трудоспособность, преданность делу Российской Коммунистической Партии (большевиков), в каковой Вы кроме того принимаете активное участие путем работы по заданиям партийных организаций.

Ваша прямолинейность, четкость и ясность во всем, равно чуждость всяких уклонов относят Вас к разряду выдержанных сознательных коммунистов, столь ценных для всей партии и в частности Башкирской Организации, насчитывающей, как и все наши автономные единицы, недостаточное количество таких коммунистов – туземцев, каким являетесь Вы товарищ Тухватуллин”, – тип яҙа коллегалары.

Шакир Төхвәтуллин Мәскәүҙән ҡайтҡас, БАССР-ҙың Ер эштәре буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, һуңынан “Башкоопхлебсоюз” ойошмаһында элемтә бюроһы сәркәтибе вазифаһын биләй. НКВД органдары Ш. Төхвәтуллиндың Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре икәнен онотмай. 1930 йылдың ғинуарында Шәкир Динислам улын ҡулға алып, 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр.

1937 йылдың 19 октябрендә Төхвәтуллин тағы ҡулға алына. Ике ай тирәһе төрмәлә тотҡандан һуң, шул уҡ йылдың  7 декабрендә атыла. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте һәм дәүләт эшмәкәре Шакир Динислам улы Төхвәтуллин 1956 йылдың  30 июнендә реабилитациялана.

 

Азат Ярмуллин, тарихсы.

Просмотров (54)

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *