Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлай

Ҡәҙерле милләттәштәр! Һеҙҙе «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы исеменән ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым. 1 Май оҙаҡ йылдар хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы булды һәм булып ҡала. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата. […]
Continue reading…

 

«Урал батыр вариҫтары» һабантуйы 14 майҙа үтә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге һәм Башҡорт йәштәре иттифағы тарафынан ойошторолған «Урал батыр вариҫтары» спартакиадаһы майҙа ябыла. Һуңғы тапҡыр спартакиадала ҡатнашҡан уҡыусылар 14 майҙа Өфө урман хужалығы техникумының Урмансылар паркында мәктәп һабантуйына йыйыласаҡ. Күләмле сараға әҙерлек әле үк башланды. Һабантуйҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө һәм уның рәйесе итеп Бөтә […]
Continue reading…

 

«Дуҫлыҡ! Йәшлек! Яҙ!» йәштәрҙе эшләтте лә, бейетте лә

24 апрелдә үткән «Дуҫлыҡ! Йәшлек! Яҙ!» сараһы йәштәрҙе эшләтте лә, бейетте лә. Умырзаялар ҡалҡҡан, үлән йәшәргән йәмле ваҡытта Өфө йәштәре баш ҡаланың күркәм урынын – Салауат һәйкәленең эргә-тирәһен йыйыштырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Йәштәр советы, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһе һәм «Берлек» татар йәштәре берекмәһе вәкилдәре ойошторған акцияға юғары уҡыу йорттары студенттары, […]
Continue reading…

 

“Башҡорт ғаиләһе” ассоциацияһы ағзаларының исемлеге

Илебеҙҙең демографик хәле төрлө кимәлдәге ултырыштарҙа, рәсми сығыштарҙа йыш телгә алына. Яңғыҙлыҡ мәсьәләһенең социаль проблемаға әүерелеүен күреү өсөн статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостанда ғаилә ҡормаған ир-егеттәрҙең һаны – 388 меңдән ашыу, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар 314 меңдән артып киткән. Был әүәлге йылдарҙа күрһәтелгән һандарҙан күпкә юғары. Бөгөн проблеманы хәл итеү өҫтөндә димселәр әүҙем […]
Continue reading…

 

Эстафетала еңеүселәр асыҡланды

VI «Урал батыр вариҫтары» асыҡ спартакиадаһы дауам итә. 19 апрелдә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһы-интернаты базаһында еңел атлетика буйынса эстафета үтте. Спартакиаданың Положениеһына ярашлы, эстафетала һәр мәктәптән 8-10-сы класта уҡыған 5 ҡыҙ, 5 малай ҡатнашты. Еңел атлетика кросы биш этапта үтте: ҡыҙҙар һәр бер этапта – 250 метрға, малайҙар беренсе, өсөнсө, бишенсе этаптарҙа – 250 […]
Continue reading…

 

«Ҡала башҡорттары: урбанизация һәм этниклыҡ»

21 апрелдә   Туймазы ҡалаһында “Ҡала башҡорттары: урбанизация һәм этниклыҡ” темаһына арналған IX Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Конференцияның төп ойоштороусылары: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. Конференция эшендә Башҡортостан Республикаһы ҡалаларынан, Өфө, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Краснокама, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондарынан мәғариф хеҙмәткәрҙәре, урындағы хакимиәт органдары […]
Continue reading…

 

«Башҡорт ғаиләһе» тәүге аҙымдарын яһай

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа димләү эшмәкәрлеге киң йәйелдерелә башланы. Ғаиләләрҙе арттырып, милләтте үҫтереү өсөн яусылыҡ институтын тергеҙеү эшенә тотонған милләттәштәребеҙҙең башланғысы хуплауға лайыҡ. Димселәр Урал аръяғы райондарында, Күгәрсен, Әбйәлил, Ишембай яҡтарында әүҙем эшләй. Әммә яусылыҡ традицияларын тулыһынса тергеҙеү өсөн уны системаға һалыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген булдырыу ҙа мөһим. Ассоциацияның үҙ-ара килешелгән уртаҡ бер планы булмағанлыҡтан, әле […]
Continue reading…

 

Күгәрсен районы инәйҙәренең ғәҙәттәре күркәм

Күгәрсен районында ла күркәм ҡор йыйҙы ағинәйҙәр. Унда райондың ғына түгел, ә күрше Ейәнсура, Мәләүез, Көйөргәҙе, Сибай, Ырымбур ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Райондың ҡаты сиргә дусар булған балаларына – Түкән ауылынан Гөлфиә Аҡкөбәкова менән Ҡаҙир ауылынан Билал Байғусҡаровҡа матди ярҙам күрһәтеү ҙә ине “Мәрхәмәтле милләт – мәртәбәле” тип аталған был ҡорҙоң тағы бер маҡсаты. Район хакимиәте […]
Continue reading…

 

Бала Сытырмандың оло сараһы

Федоровка районының Бала Сытырман ауылына йыйылған ағинәйҙәр ҡоронда мәртәбәле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Башҡортостан юлдаш каналы журналисы Гөлдәриә Йосопова, шулай уҡ Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарының ағинәйҙәр ҡорҙары вәкилдәре ҡатнашты. Сараны район етәксеһе […]
Continue reading…

 

Ейәнсура ағинәйҙәре ҡорға йыйылды

Һуңғы йылдарҙа республика төбәктәрендә ойошҡан ағинәйҙәр хәрәкәтенең әһәмиәтен, милләт яҙмышындағы мөһимлеген танымау мөмкин түгел. Миһырбанлы, һиҙгер ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауылдарыбыҙға, көнитмешебеҙгә,  рухиәтебеҙгә янаған заман һынауҙарына ҡаршы ҡалҡан булып баҫыуы дәүерҙең бер шаңдауын хәтерләтә хатта. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы, ауыл-ҡалаларыбыҙҙағы битараф булмаған зыялы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер ҡорға берләштереп, уларҙың эшенә бер рәсми төҫ […]
Continue reading…