V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү тураһында Указ сыҡты

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың июнендә үтә. Бының туралағы Указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Просмотров (5)
Continue reading…

 

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Башҡортостан автономияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға 100 йыл тулды. Тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Шәкирйән улы ЯРМУЛЛИН уның халҡыбыҙ яҙмышында тотҡан урыны хаҡында уртаҡлашты. – Азат Шәкирйән улы, Баш­ҡортостан Республикаһына ла, Башҡорт корпусына ла – 100 йыл. Ошо ике датаның бер-береһенә бәйлелеген, айырылғыһыҙ булыуын нисек аңлатыр инегеҙ? – Башҡорт […]
Continue reading…

 

Йәш быуын Бүгәсәү менән Салауат тарихын өйрәнә

Бөгөн Свердловск өлкәһенең Красноуфимск педагогия колледжында «1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тарихи ваҡиғаһына заманса ҡараш» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтә. Сараны Красноуфимск ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың педагогия колледжы һәм Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡатнашлығында Урал тимер юлы техникумының Красноуфимск филиалы һәм Красноуфимск башҡорттары ҡоролтайы ойоштора. Просмотров (3)
Continue reading…

 

Муллайән Халиҡовтың яҡты иҫтәлегенә

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә республикала «Халиҡов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. 8-11 класс уҡыусылары ике этаптан торған һынау үтә. Тәүҙә 23 февралгә тиклем 3 биттән артмаған ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороусыларҙың электрон адресына ебәрергә кәрәк: ZilyaRav@mailru. Һайлап алынған эштәрҙең авторҙары 25 мартта 1-се Бүздәк мәктәбенә саҡырыла. Просмотров (4)
Continue reading…

 

Аҡмал эпосты өс белә

Силәбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, бик әүҙем эшләй: осрашыуҙар, Шәжәрә байрамдары, кисәләр, балалар өсөн байрамдар, “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса конкурстар һәм башҡа милли рухлы саралар даими үткәрелә. Йыл башында уҡ Сосновка, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Красноармейский райондарынан, Силәбе, Мейәс ҡалаларынан ағинәйҙәр бик матур йыйын ойошторҙо. “Аҡ тирмә” етәк­сеһе Рабиға Фәрит […]
Continue reading…

 

Сахалинда Башҡорт мәҙәниәте көнө билдәләнә

Сахалин өлкә сәнғәт музейында Милли мәҙәниәттәр көндәре башланды. Алыҫ Көнсығыш халҡы был арала Төньяҡ Сахалиндың аҙ һанлы халыҡтары, ҡырғыҙ, бүрәт, алтай һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәниәте менән таныша аласаҡ. 9 март иһә Башҡорт мәҙәниәте көнө тип билдәләнгән. Просмотров (6)
Continue reading…