Сахалинда Башҡорт мәҙәниәте көнө билдәләнә

асахалинСахалин өлкә сәнғәт музейында Милли мәҙәниәттәр көндәре башланды. Алыҫ Көнсығыш халҡы был арала Төньяҡ Сахалиндың аҙ һанлы халыҡтары, ҡырғыҙ, бүрәт, алтай һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәниәте менән таныша аласаҡ.

9 март иһә Башҡорт мәҙәниәте көнө тип билдәләнгән.

Сахалин башҡорттары ҡоролтайынан Гүзәлиә Солтанова хәбәр итеүенсә, улар бай программа әҙерләй. Музейҙың ресурстар үҙәгендә көн дауамында Башҡортостан тураһында видеояҙмалар, русса аңлатмалы яҙыуҙары булған йәнһүрәт күрһәтеләсәк. Әҙер изделиеларға милли биҙәктәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәреү ҙә ҡаралған.

Мәҙәниәт көндәрен 17 мартта «Халҡым мәҙәниәте» тип аталған гала-концерт йомғаҡлай. «Гөлдәр» ансамбле тамашасыларға башҡорт бейеүен тәҡдим итәсәк.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *