Йәш быуын Бүгәсәү менән Салауат тарихын өйрәнә

3gk5HL7YGoAБөгөн Свердловск өлкәһенең Красноуфимск педагогия колледжында «1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тарихи ваҡиғаһына заманса ҡараш» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтә.

Сараны Красноуфимск ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың педагогия колледжы һәм Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡатнашлығында Урал тимер юлы техникумының Красноуфимск филиалы һәм Красноуфимск башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.

– Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһы һәм районы һәм Башҡортостандың Мәсетле районы уҡыусылары, студенттары һәм педагогтары үҙҙәренең төбәгендә Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда булып үткән тарихи ваҡиғалар буйынса тикшеренеү эштәре яҙып, уларҙы ойоштороу комитетына тәҡдим итте. Иң яҡшыһы тип табылған эштәрҙең авторҙары конференцияға саҡырылды.

Атап әйткәндә, «Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы», «Фольклорҙа Бүгәсәү образы», «Салауат Юлаев ижады», «Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ халҡының Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы» һәм «Салауат Юлаев эҙҙәренән» тигән эштәрҙе һайлап алдыҡ, бөгөн авторҙар конференцияла уларҙы яҡлап сығыш яһарға тейеш. Көн дауамында мауыҡтырғыс интеллектуаль брейн-ринг уйыны һәм түңәрәк өҫтәл дә ҡаралған, – тип хәбәр итте Красноуфимск ҡоролтайы рәйесе Виталий Ихъяев.

Сарала Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, аппараттың баш белгесе Радик Бәхтиев һәм БашДУ доценты Искәндәр Сәйетбатталов ҡатнаша.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *