V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү тураһында Указ сыҡты

1V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың июнендә үтә.
Бының туралағы Указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Съезд үткәреү инициативаһы менән Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Башҡарма комитеты сығыш яһаны.

Документ милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуҙы, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙе, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Указ менән конгресҡа әҙерлек һәм уны үткәреү өсөн ойоштороу комитеты составы раҫланды. Ойоштороу комитетына һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советы менән берлектә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында саралар үткәреүҙе лә иҫәпкә алып, 2019 йылдың 1 апреленә тиклем әҙерлек планын эшләргә һәм уны раҫларға бойороҡ бирелде.

Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау Республика Хөкүмәтенә йөкмәтелгән.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *