Ғафури халҡы ҡоролтайға үҙ делегаттарын күрһәтте

IMG_4136Ғафури халҡы ҡоролтайҙы оло йыйын итеп үткәрҙе. 12 апрелдә район мәҙәниәт һарайы гөрләп торҙо. Фойела халыҡ оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолғайны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан сарала Ҡоролтай аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, Башҡарма комитет ағзалары, БР Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяров һәм республиканың Милли архив етәксеһе урынбаҫары Нияз Сәлимов ҡатнашты.


Ҡоролтай Рәмил Ҡотосов һәм Илһам Байбулдин етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында “Урал” көйө менән асылды. Пленар өлөштә Ғафури районы башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, артабан йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, шул иҫәптән Ғәлинур Ҡалмырҙин, Рәмзиә Монасипова, Фәүзиә Ҡотлогилдина сығыш яһаны.
Ғафури башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыуға Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ханнан Ишмырҙин, Фаил Зәйнетдинов һәм Рүзилә Юлыҡованы делегат итеп тәҡдим итте. Залдан тағы Элмир Мөхәмәтйәнов менән Роза Кәримованың кандидатуралары тәҡдим ителде. Күпселек тауыш менән 5-се съезға Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ханнан Ишмырҙин, Фаил Зәйнетдинов һәм Элмир Мөхәмәтйәнов үтте.
Сара һуңында әүҙем йәмәғәтселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы наградалары һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан “Республика үҫешенә индергән өлөшө өсөн” миҙалдары тапшырылды.

Саранан фотолар – ошонда. 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *