Йәрмәкәй башҡортоноң әйткәне

ЕрмекейБынан ике йыл элек Ялта ҡалаһының Ливадия һарайы паркында шундай яҙмаға тап булдым: “Мазитов Гали Ахметович (1912 – 1993) – 1944, Герой Советского Союза”. Яҡташ булғас, ҡолаҡҡа салынған исем  бит инде. Шулай ҙа шикләнә биреңкерәп, телефон аша интернеттан кемлеген ҡарайым һәм Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылында тыуған милләттәшемдең үҙен күргәндәй булып ҡыуанам.

Етмәһә, Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Даларис ағай Имелбаев батыр яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы, ошонда йәшәүе хаҡында һөйләп алып китте. Бына бит: ҡаланың сағыу урындарының береһендә батырҙары менән дан ҡаҙанған милләтемдең ғәййәрлеген тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп, Ғәли Әхмәт улы Мәжитовтың исеме яҙылып, һүрәте ҡуйылған!
Ошолар хаҡында һөйләүҙән башланым сығышты Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайында. Был сараға уларҙы Бөтә донъя башҡорттарының 5-се ҡоролтайы алдынан атҡарылған эштәргә байҡау яһарға, киләсәккә пландар ҡорорға һәм делегаттар һайлау маҡсаты менән йыйҙылар.
Йәрмәкәй районында бөгөн 4989 башҡорт йәшәй. Әлбиттә, һөйләш­тәре үҙенсәлекле, беҙ әләм итеп күтәргән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына тартым, ә рухтары башҡорт уларҙың.
Район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, мәҫәлән, йылан ыры­уы башҡорто. Быны төбәк хал­ҡы яҡшы белә булып сыҡты, сөнки ырыуығыҙ ниндәй тигән һорауға зал тотошлайы менән тиерлек: “Йылан!” – тип яуап бирҙе. Унан тыш, бында Байлар ырыуына ҡараған ауылдар ҙа бар. Мәҫәлән, Турай. “Баш­ҡорт ырыуҙары тарихы” кита­бы­ның исем туйы Йәрмәкәй районында үткән, шуға күрә был ырыу паспортына торошло йыйынтыҡ халыҡ араһында таралып өлгөргән.
Илшат Әмир улы килгән ҡунаҡ­тарҙы район ҡул оҫталарының эше менән таныштырыуҙан башланы. Ниндәй генә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле сувенирҙар юҡ бында! Ептәрҙән ту­ҡып эшләнгән Башҡортостан әләме лә, таҫмаларҙан ҡайып яһалған Башҡортостан гербы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡортостан яҙыусы­ларының юбилейҙары уңайынан уҙғарылған ижади конкурстар, конференциялар тупланмалары ла  күңел һалып эшләнгән.
Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов төбәк башҡорттары ҡоролтайы эшенең башынан аҙағына тиклем ҡатнашып, һәр сығышты ентекле тыңлап, эшлекле фекерҙәрен әйтә барҙы.
Райондың мәҙәниәт йортонда барған сарала ҡатнашыусылар башта төбәк ҡоролтайы етәксеһе Алина Сәлимгәрәеваның отчетын тыңла­ны. Ул районда сығып килгән “Ете­гән” гәзитенең башҡорт  рухын тәрбиә­ләүҙәге роле тураһында ла әйтеп китте. Ниҙән ҡайһы бер район­дарҙа сыҡҡан башҡорт гәзиттәре ябыла башлағандыр, әммә сәбәп халыҡтың үҙендә түгеллеге лә асыҡ­лана. Йәрмәкәй районында башҡорт гәзите сығыуҙан туҡтамаҫ тип өмөт итәйек, сөнки халыҡта ихтыяж бар, төбәк етәкселеге лә ҡеүәтләп тора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы етәксеһе урынба­ҫары Азамат Сирбаев үҙ сығышын­да төбәк халҡын “Башҡорт халҡы­ның үҫеш стратегияһы”н булды­рыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Ул йәнә лә бер кешенең эшлекле шәп тәҡдиме тотош милләткә файҙа килтерер ғәмәл булыуы хаҡында ла әйтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йының башҡорт халҡы тарихы ко­миссияһы етәксеһе Нурислам Ҡал­мантаев Башҡортостан Автономияһы уңайы­нан төбәктәрҙә күберәк саралар уҙ­ғарырға һәм күмәк эшкә ҙур иғтибар бүлергә саҡырҙы. “Беҙҙең халыҡ ырыу менән йәшәгән. Элек өмәләр була торғайны, ана шул йоланы яңы­нан тергеҙергә кәрәк!” – тине ул.
Саралар шулай уҡ Йәрмәкәй үҙәкләштерелгән китапхана директоры Ли­лиә Ғиззәтуллина, Тар­ҡазы ауылы белем би­реү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡы­тыусыһы Гөлсәсәк Шәй­мәр­ҙәнова, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыу­сыһы Мәғ­дәнис Сиражева сығыш яһаны һәм үҙ өлкәһендә башҡорт телен алып барыу тураһында әйтте. Телде өйрә­неү иң тәү сиратта башҡорт халҡы­ның үҙенә бәйле. Телде өйрәнһәк, һөйләшһәк, бер кем дә беҙгә килеп, тыя алмай. Дәүләт закондары беҙ­ҙең яҡлы, шуға күрә, хөрмәтле ата-әсәләр, телде һаҡлап ҡалыу өсөн ғариза кәрәк икән, ғариза яҙығыҙ, йыйылышҡа саҡыралар икән, унда килеп балағыҙҙың киләсәген хәстәрләгеҙ!
Сара һуңында әүҙем йәмәғәт ағза­ларына район хакимиәте баш­лығы Илшат Райманов Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уға Әбүзәр Мө­хә­мәт­йәнов, Ратмир Муллағәлиев, Рәмис Ғәбиҙуллин, Розалия Миң­лебаева, Мәғдәнис Сиражева лайыҡ булды. Районда башҡорт теле дәү­ләт теле булараҡ ҡына түгел, ә ту­ған тел булараҡ та өйрәнелһен ине. Бөгөн Йәрмәкәй районында баш­ҡорт булмаған 1278  баланың 1027-һе башҡорт телен дәүләт теле бу­лараҡ өйрәнә. Был һәйбәт, әммә туған тел булараҡ башҡорт бала­ларының үҙ теленә ынтылып үҫеүе шарт. Ғөмүмән, башҡаларға телде өйрәтергә тырышҡансы, беҙгә, башҡорттарға, үҙ телебеҙҙе бар тулы­лығында, һәр диалектын белеп өйрәнһәк, яҡшыраҡ булыр ине! Матур сығыштар, төплө фе­керҙәр ишетеп ҡайттыҡ беҙ Йәр­мәкәй еренән. Улар Башҡортостан Республика­һын бар иткән халыҡ вәкиле. Милли асылды яҡлайбыҙ, тип торалар.
Халҡыбыҙ мәнфә­ғәтендәге ниәт­тәребеҙ тормошҡа ашһын!

Лариса Абдуллина,

“Башҡортостан” гәзите.

Просмотров (30)

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *