112-cе Башкавдивизия байрағы “Самбек үрҙәре” музейында урын аласаҡ

РостlijcBtQ1xJYов башҡорттары лидеры Мәхмүт Сәлимов бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһен Таганрог дәүләт музейы-ҡурсаулығы етәкселегенә тапшырҙы. Тап ошо учреждение «Самбек үрҙәре» хәрби-тарихи музейы комплексы төҙөлөшө өсөн яуаплы.

Байраҡ менән бергә халыҡ аҡсаһына төҙөлгән «Самбек үрҙәре» комплексына байтаҡ раритет әйберҙәр, шул иҫәптән 45 мм пушка, Хәрби дан музейы экспонаттары ла тапшырылды. « Музейҙы бергәләп төҙөйбөҙ» тип аталған илһөйәрлек акцияһы бөгөн Көньяҡ Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә үтә. Сарала Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ветерандар, йәштәр ҡатнаша.

Башҡорт атлылары байрағының күсермәһен әүҙем йәмәғәтсе, «Любизар» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов эшләне, сығымдарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин үҙ өҫтөнә алды.

Просмотров (0)

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *