Башҡорт теленән диктант яҙыусыларҙың географияһы киңәйә

эмблБашҡорт теленән диктант яҙыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл акцияға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәсәй төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге бүлексәләре әүҙем ҡушыла.

Бөгөнгө көнгә ҡарата Белоруссия, Америка Ҡушма Штаттары, Великобритания, Германия, Ирландия, Италия, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡырғыҙстан, Латвия, Монако Короллеге, Португалия, Польша, Төркиә, Чехия, Швейцария, Швеция кеүек илдәрҙә йәшәгән милләттәштәр сарала ҡатнашыуы хаҡында белдерҙе.

Ваҡыт айырмаһы ҙур булыуы арҡаһында улар диктантты башлыса онлайн-режимда түгел, ә Башҡортостан халҡынан алда яҙасаҡ. Бының өсөн уларға алдан текст һәм билдәле шәхесебеҙ Хөрмәтулла Үтәшев уҡыуында уның видеояҙмаһы ебәрелә.

Рәсәй төбәктәре лә акциянан ситтә ҡалмай. Урындағы ҡоролтайҙар биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Ғәйнә башҡорттары Пермь ҡалаһының М.Горький исемендәге китапханаһында һәм Березовка районы Байтирәк ауылы китапханаһында йыйыла.

Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары Һамар ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда диктант яҙа. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы диктант яҙыу урыны итеп Урал халыҡтары йортон билдәләгән. Бынан тыш, өлкәнең Пышма (1-се мәктәп), Каменск-Уральск ҡалалары (Милли мәҙәниәттәр үҙәге) ла сарала ҡатнаша.

Диктант яҙыуға Силәбе өлкәһе (Халыҡтар дуҫлығы йорто), Ханты-Манси автономиялы округы (Сорғот ҡалаһы, Г. Пирожников исемендәге Үҙәк район китапханаһы), Ырымбур өлкәһе (Аллабирҙе ауылы мәктәбе), Татарстан (Ҡазан, Яр Саллы, Түбәнге Кама ҡалалары – бөтәһендә лә Халыҡтар дуҫлығы йорто), Ҡурған өлкәһе (Сафакүл ауылы), Санкт-Петербург (Халыҡтар дуҫлығы йорто) һәм Мәскәү (Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге) ҡалалары ла ҡушыла.

Башҡортостан райондары һәм ҡалалары ҡоролтайҙары һәр ваҡыттағыса әүҙем. Улар урындағы мәғариф бүлектәре менән берлектә эшләй, диктант яҙыу өсөн райондарҙа бер нисә майҙан әҙерләнә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары ла туған телдән белемен тикшерә аласаҡ. Башҡарма комитет ағзалары 18 майҙа Ҡоролтай офисында йыйыла.

Диктант яҙыуҙан тыш, был көндө Ҡоролтайҙа сит илдәр һәм Рәсәй төбәктәре менән бәйләнеш булдырыла. Марафон иртән сәғәт 9-ҙа Приморье крайы ҡоролтайы менән аралашыуҙан башлана. Владивостоктан һуң Сахалин башҡорттары менән телекүпер планлаштырылған. Европа илдәре ҡоролтайҙары иһә бер-бер артлы көндөҙ 12-лә бәйләнешкә сыға башлай.

Техник йәһәттән ҡытыршылыҡтар булмаһа, Ҡоролтай етәкселеге 18 майҙа Башҡортостандан ситтә йәшәгән байтаҡ милләттәштәр менән видеобәйләнеш ярҙамында аралашырға ниәтләй.

Башҡорт теленән диктант 18 майҙа үтә.

Сараның төп маҡсаты –  Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен күтәреү.

Просмотров (39)

One thought on “Башҡорт теленән диктант яҙыусыларҙың географияһы киңәйә

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *