Ғафуриҙар “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылды

ГафуриБөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитеты 2014 йылда туҡтап ҡалған “Айыҡ ауыл” республика конкурсына яңынан старт бирҙе.
Хәтерегеҙҙә булһа, 2010 йылдарҙа башланған был акция бөтөн республиканы урап сыҡты, йөҙәрләгән ауыл уға ҡушылып, үҙҙәренең айыҡ тормош менән йәшәргә ихтыярын белдергәйне. Айыҡлыҡҡа юл алыу шунан башланды, тип ышаныслы әйтеп булалыр.


Беҙҙең халыҡты яҡшы ғәмәлдәргә әйҙәү генә кәрәк, улар гөлт итеп тоҡанырға әҙер тора. Бына, мәҫәлән, ағинәйҙәр ҡорҙары менән шулай булды, бөгөн был хәрәкәтте туҡтатып алырмын тимә, яңынан-яңы ауылдар ҡушыла тора, хатта сит өлкәләрҙәге милләттәштәр ҙә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, барып, үҙҙәрендә лә ойоштороп китеүҙе һорайҙар. Йөрөп сығаһы бар, Аллаһ бойорһа.
Ишеткәнһегеҙҙер, бына әле генә Урал аръяғы ир-егеттәре эскелеккә ҡаршы яу булып күтәрелде. Нимә-нимә, ир-егеттәрҙең, йәштәрҙең шундай эштәр атҡарыуы сикһеҙ ҡыуандыра.
Ир-егеттәрҙең эскелеккә ҡаршы күтәрелешен Ғафури районында ла хуплап ҡаршы алыуҙарын ишеткәйнек инде. Бына һөҙөмтә: бөгөн Еҙем-Ҡаран ауылында граждандарҙың йыйылышы булды һәм был ауыл беренселәрҙән булып “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылыуы тураһында белдерҙе. Ғафури район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙе лә ҡатнашты йыйылышта һәм ауыл халҡын ошондай һүҙҙәр менән ҡеүәтләне: “Былтыр районда 208 нөктәлә көмөшкә йә легаль булмаған алкоголле эсемлек менән һатыу итәләр ине. Ир-егеттәр ҡоро һәм район власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары көсө менән шул нөктәләрҙең күбеһе ябылған, 65 кешегә ҡарата протокол төҙөлгән һәм уларҙан түләтелгән штраф суммаһы 1 млн 508 һум тәшкил иткән. Бөгөнгә районда тағы 60 нөктәнең легаль булмаған алкоголь менән һатыу итеүен беләбеҙ һәм уларға ҡаршы көрәш дауам итәсәк. Беҙ районда эскелекте бөтөрөргә тейешбеҙ. Уның бер сараһы – йәмәғәтселектең үҙенең был яуызлыҡҡа битараф булмауы, ауылдарыбыҙҙы айыҡтырыу өсөн көрәш һыҙығына дәррәү баҫыуы…”
Ә ауылдың ағинәйе Флүрә апай Хәлилованың һүҙҙәре кәйефтәрҙе күтәреп ебәрҙе:” Эскелеккә батып, был яман ғәҙәткә битарафлыҡ ваҡытында ҡараңғылыҡта йәшәгән һымаҡ инек. Әле бына ошо көрәш тураһында һүҙ ҡуҙғатыу ғына ла күңелдәрҙе яҡтыртып ебәрҙе. Рәхмәт ошо эштәрҙе ойоштороусыларға”.
Шулай итеп, Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитетының Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән берлектәге акцияһына ҡушылыусыларҙың исемлек башында Асҡын һәм Ғафури райондары ауылдары теркәлде. Әйҙәгеҙ, тағы кемдәр?

Гөлфиә Янбаева,

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы.

Просмотров (1)

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *