«Бизнес-ҡоролтай» кисектерелә

Бизнес-форум_Королтай 5-01Өфөлә быйыл 14 июнгә билдәләнгән «Бизнес-ҡоролтай» эшлекле форумы октябрь айына күсерелде. Кисә, 28 май, Ҡоролтайҙа үткән Ойоштороу комитеты ултырышында шундай ҡарар сығарылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, дата үҙгәреүе уның аудиторияһын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Форум программаһы ла эшҡыуарлыҡ һәм инвестицияларға бәйле көнүҙәк темалар менән байытыласаҡ.

Бизнес-ҡоролтай V  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үтергә тейеш ине. Әммә уға әҙерлек башланғас, форумдың алдан уйланылған форматҡа һыймауы асыҡланды. Ойоштороу комитетында билдәләүҙәренсә, сараға мотлаҡ донъя кимәлендә эшләгән спикерҙарҙы, республикала тыуып үҫкән, әле Рәсәй һәм сит илдәрҙә үҙ эшен алып барған эшҡыуарҙарҙы саҡырырға кәрәк.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты әле V  съезға етди әҙерлек алып бара. Бизнес-форум да ошондай уҡ юғары әҙерлек талап итә һәм башҡорт эшҡыуарлығы үҫешенә етди этәргес бирерлек сара булырға тейеш. Форумды ойоштороусыларҙың береһе булған республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ла форумды кисектереп, күләмлерәк итеп үткәреү яҡлы», – тип һүҙен йомғаҡланы Ҡоролтай рәйесе.

Просмотров (3)

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *