Һамар өлкәһендә ҡоролтайҙар һаны артты

Һамар өлкәһендә башҡорт ойошмалары артты. 1 һәм 2 июндә Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) филиалдары төҙөлдө.  Атап әйткәндә, Оло Глушица һәм Оло Чернигов райондарында ойоштороу ҡоролтайҙары үтте.

Оло Глушица районында ҡоролтай Южный ҡасабаһы мәҙәниәт һарайында үтте һәм райондағы башҡорт  ауылдарынан 30-ҙан ашыу делегатты йыйҙы. Биш кешенән торған Башҡарма комитет, ойошма рәйесе итеп Самат Әхәт улы Дәүләтшин һайланды.

Икенсе ултырыш Оло Чернигов районының Ырғыҙ ауылы мәҙәниәт йортонда 82 делегатты тупланы. 15 кешенән торған Башҡарма комитет, уның рәйесе итеп Йосоп Рәшит улы Хафизов һайланды.

Башҡортостандан ҡоролтайҙарҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Ишемйәрова, Һамар ҡалаһынан “Ләйсән” башҡорт халыҡ хореографик ансамбле ҡатнашты.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *