V Ҡоролтай делегаттарын ҡымыҙ-брейк көтә

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарына шарап тәҡдим ителмәйәсәк! Ҡоролтай рәйесе Данир Ғәйнуллиндың ҡәтғи фекере шулай. Интернетта таралған хәбәргә асыҡлыҡ индереп, шуны әйтергә кәрәк: делегаттарҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу һәм ашатыуға бәйле мәсьәләләр менән Ойоштороу комитеты шөғөлләнә, Ҡоролтай рәйесе түгел.
Continue reading…

 

Һамар өлкәһендә ҡоролтайҙар һаны артты

Һамар өлкәһендә башҡорт ойошмалары артты. 1 һәм 2 июндә Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) филиалдары төҙөлдө.  Атап әйткәндә, Оло Глушица һәм Оло Чернигов райондарында ойоштороу ҡоролтайҙары үтте.
Continue reading…

 

«Бизнес-ҡоролтай» кисектерелә

Өфөлә быйыл 14 июнгә билдәләнгән «Бизнес-ҡоролтай» эшлекле форумы октябрь айына күсерелде. Кисә, 28 май, Ҡоролтайҙа үткән Ойоштороу комитеты ултырышында шундай ҡарар сығарылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, дата үҙгәреүе уның аудиторияһын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Форум программаһы ла эшҡыуарлыҡ һәм инвестицияларға бәйле көнүҙәк темалар менән байытыласаҡ.
Continue reading…

 

Диктантты кем нисәгә яҙҙы?

18 май Башҡорт телен пропагандалау буйынса халыҡ-ара акцияға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм уның бүлексәләре лә әүҙем ҡушылды. Был көндө Башҡортостан район-ҡалаларында, Рәсәй төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә лә башҡорт теленән диктант яҙҙылар. Ҡоролтай офисында ла Башҡарма комитет ағзалары, Ҡоролтай дуҫтары йыйылды. Түбәндә – уларҙың эшенә баһа. Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.
Continue reading…

 

Башҡорт теленән диктант яҙыусыларҙың географияһы киңәйә

Башҡорт теленән диктант яҙыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл акцияға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәсәй төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге бүлексәләре әүҙем ҡушыла. Бөгөнгө көнгә ҡарата Белоруссия, Америка Ҡушма Штаттары, Великобритания, Германия, Ирландия, Италия, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡырғыҙстан, Латвия, Монако Короллеге, Португалия, Польша, Төркиә, Чехия, Швейцария, Швеция кеүек илдәрҙә йәшәгән милләттәштәр сарала ҡатнашыуы хаҡында белдерҙе.
Continue reading…

 

Ғафуриҙар “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылды

Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитеты 2014 йылда туҡтап ҡалған “Айыҡ ауыл” республика конкурсына яңынан старт бирҙе. Хәтерегеҙҙә булһа, 2010 йылдарҙа башланған был акция бөтөн республиканы урап сыҡты, йөҙәрләгән ауыл уға ҡушылып, үҙҙәренең айыҡ тормош менән йәшәргә ихтыярын белдергәйне. Айыҡлыҡҡа юл алыу шунан башланды, тип ышаныслы әйтеп булалыр.
Continue reading…

 

112-cе Башкавдивизия байрағы “Самбек үрҙәре” музейында урын аласаҡ

Ростов башҡорттары лидеры Мәхмүт Сәлимов бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһен Таганрог дәүләт музейы-ҡурсаулығы етәкселегенә тапшырҙы. Тап ошо учреждение «Самбек үрҙәре» хәрби-тарихи музейы комплексы төҙөлөшө өсөн яуаплы.
Continue reading…

 

Улар – тарихи Башҡортостандың йөрәгендә

Ғәйнәләргә “Тасимов яҡташтары” тип һоҡланабыҙ. Пермь крайының Чернушка районында уҙасаҡ башҡорт ҡоролтайы ултырышына юлға сыҡҡанда, әлбиттә, иң тәүҙә урындағы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәновты, тыумышы менән ошо яҡтан милләттәштәребеҙ Нәсүр Йөрөшбаевты (“Сена йылғаһы өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы авторы), Альберт Мәхмүдовты (Барҙы музейы директоры) уйлап барҙым. Ни өсөнмө? Сөнки һәр береһе үҙ урынында ошо төбәктә йәшәгән […]
Continue reading…

 

“Килдем ҡый, тинеләр ҙә ике төрлө фекер әйттеләр…”

Ҡараштар төрлө булһа ла, маҡсаттар бер үк. Башҡорт халҡы үҙенең демократик асылын боронғо дәүерҙәрҙән үк раҫлап килгән, шуға күрә Ҡыйғы районындағы ҡоролтай ултырышында халыҡ, ике төркөмгә бүленеп, тап үҙҙәре башҡорт халҡы мәнфәғәтен яҡлауын раҫларға керешкәндә, был күренеште демократик асыл сағылышы, тип аңларға тырыштым, сөнки берәүҙәр элеккесә йәшәргә, эшләргә теләмәүен белдерһә, икенселәр, киреһенсә, республиканың яңы етәкселегенә, […]
Continue reading…