Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә кейеҙ баҫалар!

Йыр-бейеү менән ҡаршы алды беҙҙе Әлшәй ағинәйҙәре “Аҡ кейеҙгә баҫһам…” тип исемләнгән йола байрамында. Әле яңыраҡ ҡына Себенлелә “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ауылдың 255 йыллығына арналған йыйын үткәрелгәйне, бөгөн иһә Урта Аҡҡолай ауылы кейеҙ байрамына ҡунаҡтар йыйҙы. Сағыу милли кейемдәрендә нур бөркөп торған күрше Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Шишмә ағинәйҙәре сараға оло йәм өҫтәне. Ә […]
Continue reading…

 

Үҙебеҙҙән башлайыҡ

Башҡорт халыҡ ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килгән изге аманат. Шуға ла уны һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләргә тейеш. Был тәңгәлдә айырыуса бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр иңенә ҙур йөкләмә һалынған. Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үткән төбәк семинарында башлыса һүҙ шул хаҡта барҙы. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге ойошторған […]
Continue reading…

 

Уны селтәр ҙә, һаҡал да, алмиҙеү ҙә, хәситә лә тиҙәр…

Быйылғы йыл башында Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы “Сәсәндәр үҙәге”, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Сибай “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы менән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Селтәр” (һаҡал, алмиҙеү, хәситә, түшелдерек) традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһе иғлан ителгәйне. Просмотров (57)
Continue reading…

 

Бәрәкәтле, шифалы башҡорт ҡымыҙы

          Ҡымыҙ борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе булып тора. Башҡорттар элек яҙ етеү менән йәйләүгә сығып йәй буйы ҡымыҙ эскән, шуның арҡаһында ла уларҙың һаулығы ныҡ булған, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармағандар. Сөнки ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы […]
Continue reading…