Күгәрсен башҡорттары: Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын

28 июндә Өфө ҡалаһында үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан урындарҙа йылға йомғаҡ яһап, яңы бурыстар, йөкләмәләр алыу, яңы составты раҫлау, делегаттар һайлау маҡсаты менән отчет-һайлау йыйылыштары уҙғарыла башланы. Күгәрсен районы халҡы ла ошо маҡсаттан 369 милләттәшебеҙҙе тупланы.
Continue reading…

 

Аҡмал эпосты өс белә

Силәбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, бик әүҙем эшләй: осрашыуҙар, Шәжәрә байрамдары, кисәләр, балалар өсөн байрамдар, “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса конкурстар һәм башҡа милли рухлы саралар даими үткәрелә. Йыл башында уҡ Сосновка, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Красноармейский райондарынан, Силәбе, Мейәс ҡалаларынан ағинәйҙәр бик матур йыйын ойошторҙо. “Аҡ тирмә” етәк­сеһе Рабиға Фәрит […]
Continue reading…

 

Һамарҙарға дан кәрәкмәй, дуҫтар кәрәк, кәрәк туғандар

Өфөнән 622 саҡырым юл үтеп, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районының үҙәгенә килеп еткәндә, көн кискә ауышҡайны инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, машинанан төшөп, ярайһы ғына талсыҡҡан билдәрҙе яҙып та өлгөрмәнек, эргәбеҙгә ике заманса сит ил джиптары килеп туҡтаны ла, шат йылмайып Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәфиулла Вилданов һәм өлкә ҡоролтай ағзаһы Ғәбделбар Сәүгәновтар […]
Continue reading…

 

Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә кейеҙ баҫалар!

Йыр-бейеү менән ҡаршы алды беҙҙе Әлшәй ағинәйҙәре “Аҡ кейеҙгә баҫһам…” тип исемләнгән йола байрамында. Әле яңыраҡ ҡына Себенлелә “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ауылдың 255 йыллығына арналған йыйын үткәрелгәйне, бөгөн иһә Урта Аҡҡолай ауылы кейеҙ байрамына ҡунаҡтар йыйҙы. Сағыу милли кейемдәрендә нур бөркөп торған күрше Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Шишмә ағинәйҙәре сараға оло йәм өҫтәне. Ә […]
Continue reading…

 

Ғәйнәләрҙең аҫабалығын раҫлау

Тикшеренеүселәрҙең күпселеге башҡорт ерҙәренең Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын өйрәнгәндә тәү сиратта шәжәрәгә яһалған анализға иғтибар итә, сөнки хоҡуҡ грамоталарының төп нөсхәләре беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалмаған. Ғалим Р.Ғ. Кузеев, Шәрҡиәт институтының Ленинград бүлексәһендә табылған Уҫы даруғаһындағы Уран һәм Ғәйнә ырыуҙары шәжәрәһенә таянып, 1554 – 1555 йылдарҙа Айсыуаҡ етәкселегендәге Уран илселәре – Ҡазанға, ә ғәйнәләр иһә Чердынгә […]
Continue reading…

 

Дәүләкән – ул үҙе бер дәүләт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәктәрҙә уҙған ултырыштары хаҡында даими хәбәр итеп торабыҙ. Әйтергә кәрәк, Дәүләкәндәге кеүек йыйындың әлегә тиклем бер яҡта ла үткәне булманы. Репортаж барышында быға үҙегеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ. Һәр ерҙә лә ҡоролтай әләмен күтәрергә әҙер торалармы республика райондарында?
Continue reading…

 

Барҙалағы Салауат вариҫтары шәжәрәһен барланы

Пермь крайы Барҙа районының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле кисә үтте – Юлаевтар шәжәрәһен барланы. Был заттың һәр вәкиле Барҙа районы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, һәр ҡайһыһы талантлы, эшлекле, күркәм эштәр башҡара һәм халыҡ ихтирамын яулай. Кисәне район башҡорттары ҡоролтайы нәҡ ошо фекерҙән сығып, хөрмәтле кешеләрҙе иҫкә алыу сараһы булараҡ ойошторҙо. – Ғәбделмәннәф, Әлһәм, Байназар, […]
Continue reading…

 

Ҡоролтайсылар Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһына сәфәр ҡылды

Сибайҙа үткән «Башҡорт халҡы Рәсәй именлеге һәм үҫеше өсөн» төбәк-ара форумы ҡунаҡтары Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһына – Темәскә – сәфәр ҡылды һәм Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалған күренекле шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсына сәскәләр һалды. Темәс – Башҡортостан тарихында айырым урын биләгән күркәм ауыл. Тап ошонда 1919 йылдың 18 февралендә Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәре совет власы […]
Continue reading…

 

“Милли моңға, йырға сарсаныҡ”

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында Башҡорт мәҙәниәте байрамы уҙҙы. Унда күп һанлы ҡунаҡтар, тамашасылар алдында йыр һәм бейеү ансамблдәре, солистар сығыш яһаны. Байрам иһә тарихи Башҡортостан ерендә халҡыбыҙҙың йыр-моңон, йолаларын һаҡлауға, ситтә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе берләштереүгә йүнәлтелгәйне. Сит яҡтарға байтаҡ ҡына сығып йөрөлһә лә, Ырымбур өлкәһенә әлегәсә аяҡ баҫҡаным юҡ ине. Сәфәргә сыҡҡанда башта төрлө уйҙар сыуалды: […]
Continue reading…