Ишембайҙар шәхестәрен онотмай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, “Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес” тигән проект иғлан иткәйне. Уның йомғаҡлау исемлеге Ҡоролтай Советы ултырышында раҫланды һәм иң беренсе сиратта милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ҡоролтай шулай уҡ муниципалитеттар хакимиәттәренә яҡташтарының исемен […]
Continue reading…

 

Бүздәктәр Муллайән Халиҡов уҡыуҙарына республика уҡыусыларын йыйҙы

2019 йылдың 25 мартында Бүздәк район үҙәгендә Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам саралары ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтар район мәҙәниәт йортоноң фойеһында Муллайән Халиҡовтың нәҫелдәштәренең шәжәрәһе, уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә, шулай уҡ райондың арҙаҡлы шәхестәренә арналған стендтар, милли аш-һыу, халыҡ кәсептәре, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән етештергән әйберҙәрҙән бай йөкмәткеле күргәҙмәләр менән танышты. Просмотров (37)
Continue reading…

 

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Башҡортостан автономияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға 100 йыл тулды. Тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Шәкирйән улы ЯРМУЛЛИН уның халҡыбыҙ яҙмышында тотҡан урыны хаҡында уртаҡлашты. – Азат Шәкирйән улы, Баш­ҡортостан Республикаһына ла, Башҡорт корпусына ла – 100 йыл. Ошо ике датаның бер-береһенә бәйлелеген, айырылғыһыҙ булыуын нисек аңлатыр инегеҙ? – Башҡорт […]
Continue reading…

 

Муллайән Халиҡовтың яҡты иҫтәлегенә

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә республикала «Халиҡов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. 8-11 класс уҡыусылары ике этаптан торған һынау үтә. Тәүҙә 23 февралгә тиклем 3 биттән артмаған ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороусыларҙың электрон адресына ебәрергә кәрәк: ZilyaRav@mailru. Һайлап алынған эштәрҙең авторҙары 25 мартта 1-се Бүздәк мәктәбенә саҡырыла. Просмотров (1)
Continue reading…

 

Дандары ҡайтты халҡына

…Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100 йыллығына ҡарата бихисап эштәр башҡара. Был юҡҡа түгел. Тап ошо төбәктә халҡыбыҙҙың киләсәк яҙмышы, Башҡортостан дәүләтенең ҡоролошо хаҡына янып-көйөп, утҡа-һыуға ингәндәр, яңыса сәйәсәт һәм тормош өсөн фиҙакәр көрәшкәндәр. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡала­һының тарихты өйрәнеү музейы алдында Ғабдулла Иҙел­баев менән Ғимран Маға­зовтың исемдәрен мәңге­ләштереү маҡсатында иҫтәлекле стела […]
Continue reading…

 

Яугир даны яулай донъяны

Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә Голландияла башҡорттарға һәйкәл асылыуы, йәғни презентацияһы тураһында яҙам. 1814 йылда 1-се башҡорт полкы Эйссел йылғаһын йөҙөп сығып, Нидерландтарҙы француздарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был операцияға генерал Бенкендорф етәкселек итә. Рәхмәт йөҙөнән бөгөн был халыҡ башҡорттарға һәйкәл асты! Ул ғәйәт матур ерҙә урынлашҡан. Һыу эсендә тороуы – үҙе бер иҫ китмәле күренеш, хас та […]
Continue reading…

 

Шағир күңелендә — халыҡ рухы

Ирек Кинйәбулатов… Уның тәүге шиғырҙарын республика гәзит-журналдарында уҡығандан һуң был исем “шағир” тигән синоним булып күңелдә тороп ҡалды. Шиғыр ятларға, һөйләргә әүәҫ уҡыусы булараҡ, ун йәштәр тирәһенән үҙемә оҡшаған матбуғатта баҫылып сыҡҡан яңы шиғырҙарҙы киҫеп алып, дәфтәрҙәремә йәбештереп, авторҙары менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың фоторәсемдәрен йыйып бара инем. Улар, бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килеп, Еңеү яҙынан […]
Continue reading…

 

Ләйсән Үтәшеваның тамырҙары ҡайҙан?

Шундай кешеләр була: улар менән һөйләшкәндән һуң тирә-яҡ яҡтырып, күңел үҫеп, ауырлыҡтар еңеләйеп киткәндәй, сөнки ихласлыҡ, изгелек хистәре күҙҙәренән нур булып ағылып, эргәһендәгеләрҙе ябай ҙа, саф та, әүрәткес тә моңға сорнай. Һикһән йәштәрен тултырған Зөбәржәт менән Солтангәрәй Кираевтар – бына ошондай һөйкөмлө заттарҙан. Икеһе лә – замандарының ил ни күрһә, шуны күргән типик вәкилдәре. Үҙ […]
Continue reading…

 

Әхмәтзәки Вәлиди Венгрия башҡорттары тураһында

Башҡорт тарихсылары араһынан тик Зәки Вәлидиҙең китабында ғына Венгрия башҡорттары тарихына ҙур урын бирелгән. Бөйөк ғалимдың “Башҡорттар тарихы” тигән хеҙмәтендә хатта “Мадьярстандағы башҡорттар” тип исемләнгән айырым бүлек тә бар. Шулай уҡ китабының “Башҡорттарҙа Исламиәттең таралыуы”, “Монгол дәүерендә башҡорттар” тип аталған бүлектәрендә лә Урта быуаттарҙа Венгрияла йәшәгән башҡорттар хаҡында бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерелә. Гәзит уҡыусылар […]
Continue reading…

 

Килмәк Нөрөшев

Хәбәр иткәйнек инде: бөгөн, 20 майҙа Ишембай районында юрматылар йыйын ойоштора, Торатау буйына аҡ тирмәләр ҡороп, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәүсе ырыуҙаштарҙы ла, башҡа ырыу вәкилдәрен дә, сит-ят тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ла бер ҡорға йыя. Торатау буйындағы байрам программаһына Килмәк абыҙ […]
Continue reading…