Гөл-сәскәләр араһында Бик матур бер ауыл бар. Бар яғы хозур тәбиғәт, Исеме – Иҫке Яппар, – Мәғәфүр Рафиҡов был шиғри юлдарын тыуған ауылына арнаған. Ысынлап та, Дим буйына һыйынып ултырған был төбәктең тарихы бай һәм үҙенсәлекле. Ауылдың 500 йыллығын үткәреүгә йәше-ҡартының – һәммәһенең ҡушылыуы райондаштарым өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты. Ҡараулы ихаталар, ауыл урамында ғына түгел, […]
Continue reading…
Тарих
Фәйзулла Аҡтаев һәм Юлбарыҫ Бикбулатов
1812 йылғы Ватан һуғышы шул йылда ғына тамамланмаған. 1813-1814 йылдарҙа ла Рәсәй ғәскәрҙәренең Көнбайыш Европаны азат итеү һәм Наполеон режимын бөтөрөү маҡсатында ойошторолған сит ил походтары дауам итә. Ошо хәрби хәрәкәттәрҙә һәм походтарҙа башҡорт халҡының 22 полкы ҡатнаша. 1813-1814 йылғы сит ил походында рус армияһы союздаш Англия, Пруссия, Швеция ғәскәрҙәре менән берлектә Европанан Наполеон армияһын […]
Continue reading…
Участие канлинцев, уроженцев Буздякского района, в общественно – политических событиях России и Башкортостана в первой половине ХХ века
По свидетельству профессора А. З. Асфандиярова все населенные пункты Буздякского района возникли на территориях следующих башкирских родов: Канлинской с тюбами Актау, Урмекей, Балказы, Токбай, а также Кубовской[1]. К Канлинской волости относились следующие башкирские деревни: Актау, Устюба, Малая Устюба, Шланлыкулево, Сабанаево, Тавларово, Ново-Тавларово, Кубяк, Ново-Кубяково, Кузеево, Якупово, Шигай, Сабаево, Канлы-Туркеево, Сыртланово. К Кубовской волости соответственно входили […]
Continue reading…
Ырғыҙға, һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған төбәгенә сәйәхәт
Башҡорт халҡының күренекле яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған яҡтарын барып күреү, Һамар башҡорттары менән танышыу теләге күңелдә күптән йәшәп килә ине инде. 1984 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультеты уҡытыусыһы, ассистент Әминә Абдуллинаның (әле профессор) ике студент ҡыҙ менән был яҡтарға барып ҡайтыуы тураһындағы мәҡәләне уҡығас, был теләгебеҙ тағы ла көсәйҙе генә. Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы, […]
Continue reading…
Каруанһарай – Башҡортостан дәүләтселегең бишеге
Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарай йорто башҡорттоң кантон идараһы дәүере менән генә түгел, ә Башҡортостан дәүләтселенең тарихы менән дә тығыҙ бәйле. Был мөһабәт архитектура комплексы XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында Ырымбур генерал-губернаторы Перовскийҙың инициативаһы менән һалына башлай. Перовский уны Башҡорт йорто тип атай. Ул Башҡорт ғәскәренең (Башкирское войско) резиденцияһы булараҡ төҙөлә. Ырымбурға килгән башҡорттар өсөн ҡуныр урын […]
Continue reading…
Мысыр иленең бөйөк башҡорт әмирҙәре
Монгол-татар яуынан һуң күп кенә башҡорт яугирҙары Мысырға хәрби хеҙмәткә барып юлыға. Улар бында Мысыр солтандарының гвардияһы булып иҫәпләнгән мәмлүктәр, йәғни ҡол-яугирҙар сифатында хеҙмәт итә. Мәмлүктәр ике төркөмгә бүленә: беренсеһе Көньяҡ Урал һәм Урта Азия халыҡтарынан (башҡорттар, ҡыпсаҡтар, төрмәндәр), икенсеһе – Казказ халыҡтарынан (гурзин, черкес, осетин һ.б.) тора. Уларҙы мамсус лагерҙарҙа хәрби эшкә өйрәтер булғандар. […]
Continue reading…
Тарихи дөрөҫлөккә шик ҡалмай
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең тарих бүлеге мөдире Азат Ярмуллиндың матбуғаттағы сығыштары халҡыбыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡһынғандарҙы битараф ҡалдырмайҙыр. Уның 2007 йылда донъя күргән «Воинская слава башкирского народа» китабы иһә беҙҙең тарих фәнендә ҙур яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде. Сал быуаттарҙан уҡ яугир халыҡ булып танылған башҡорттарҙың төрлө хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа, азатлыҡ өсөн ҡораллы күтәрелештәрҙә күрһәткән батырлығы, айырым […]
Continue reading…
«Төньяҡ амурҙары»ның серле байрағы
Башҡорт халҡының хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырған тарихи ваҡиғаларҙың береһе – 1812 йылғы Ватан һуғышы. Рәсәйҙе генә түгел бөтөн Европаны дер-һелкеткән шанлы һәм данлы һуғышҡа быйыл 200 йыл тулды. Француз яуының хәтирәләре булып «Любизар», «Ҡаһым түрә» һәм башҡа йырҙар һәм көйҙәр, риүәйәттәр беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеп еткән. Әммә осорҙан ҡалған матди ҡомартҡылар ҙа бар. Уларҙың бер-нисәһе […]
Continue reading…
Башҡорт ҡоролтайҙары һәм йыйындары
Башҡорт халҡы борон-борондан ил яҙмышына ҡағылышлы мөһим ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙе дөйөм ҡоролтай һәм йыйындарҙа хәл итер булған. Бында абруйлы ил азаматтары, аҡһаҡалдар йыйылып, кәңәш-төңәш ҡороп, ил алдында торған мәсьәләләр буйынса фекер алышҡан, дөйөм ҡарар сығарған. Үкенескә ҡаршы, боронғо башҡорт ҡоролтай һәм йыйындары тураһында тарихи сығанаҡтар күп түгел. Бигерәк тә яҙма сығанаҡтар. Тарих фәнендә лә әлегә был […]
Continue reading…
Наполеон менән осрашҡан башҡорттар
1812 йылғы Ватан һуғышындағы башҡорт яугирҙарын һүрәтләгән сит ил рәссамдарының күп кенә картина, гравюралары һаҡланып ҡалған. Ә бына шулар араһында француз рәссамы П.Н.Бержереның “1807 йылдың 9 июлендә Александр I Наполеонды казактар, башҡорттар һәм ҡалмыҡтар менән таныштыра” тип исемләнгән картинаһы айырым урынлап тора (һүрәтте ҡарағыҙ). Был картина 1812 йылғы Ватан һуғышы түгел, ә унан бер нисә […]
Continue reading…