Үткән аҙнала Өфөлә “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!” тип аталған үҙенсәлекле фестиваль-марафон рәсми рәүештә старт алды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика ҡала һәм муниципаль райондары хакимиәттәре ойошторған был сараны Хәйбулла районынан һуң Әлшәй районы дауам итәсәк.
Continue reading…
Иҫтәлекле даталар
Боронғо башҡорт ауылы Ҡыпсаҡ-Асҡар оло юбилейын билдәләне
Һораһалар, әгәр, һеҙ ҡайҙан, тип? Ҡырын ғына кейеп кәпәсте, Үҙебеҙ үк һорау яуҙырабыҙ: Беләһеңме, тиеп, Ҡыпсаҡты?
Continue reading…
Сәсәндәрҙең аҫыл һүҙҙәре рухыбыҙҙы беҙҙең нығыта
Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында шағир, сәсән-мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Оҙайлы йылдарҙан һуң ғына исеме халҡына әйләнеп ҡайтҡан олуғ сәсән-мәғрифәтсенең Хәтер кисәһенә төрлө тарафтарҙан бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Яҡтыкүлдәр, ауылдың киләсәген билдәләүсе уҡыусы балалар сәсәндең ейән-тыуарҙарын, башҡа ҡунаҡтарҙы сәскә гөлләмәләре, шиғри шәлкемдәр менән ҙурлап ҡаршыланы. Артабан килгән ҡунаҡтар ауыл […]
Continue reading…
Рәсәй тарихындағы тәүге автономиялы республика ул – Башҡортостан
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылда Башҡортостан автономияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Эйе, 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлаған килешеү төҙөлә, ә инде 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Тап был көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Ошо тарихи акт Рәсәй федерализмына нигеҙ булып […]
Continue reading…
Тарих яҙыр инем ташына…
2016 йылдың 17 майында илебеҙ Президенты В.В. Путин Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был башҡорт халҡының тарихында ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға. Башҡортостан автономияһы сығанаҡтары бик борондан килә. Башҡорттар монголдарға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә үҙ этно-мәҙәни территорияһын һаҡлап алып ҡала. Алтын Урҙа составында улар билдәле бер үҙаллылыҡҡа эйә булыуға өлгәшә, үҙ аҫаба […]
Continue reading…
Әмир ИШЕМҒОЛОВ: «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға йөҙ йыл тулыуҙы билдәләү Рәсәй халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә»
БАССР-ҙы төҙөү — автономия ойоштороуҙың тәүге тәжрибәһе, һәм ул ваҡытында башҡа республикалар тарафынан киң ҡулланыла. Башҡорт автономиялы республикаһы етәкселәре федерализм идеялары яҡлы сығыш яһай, тап шуға ла БАССР-ҙы булдырыу Рәсәй федерализмының нигеҙен тәшкил итә лә инде. Был — күп милләтле илдә милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең иң сағыу өлгөһө. Шулай тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы […]
Continue reading…