Үҙ асылдарына тоғролар

Башҡортостан халҡы оло юбилей — республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам иткән көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Һамарға юлланды. Рәсәйҙең иң ҙур ҡалаларының береһендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы сара уҙҙы. Башҡортостан вәкилдәре Һамар башҡорттарының көнитмеше менән танышты, милләттәштәребеҙҙе борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барланы.
Continue reading…

 

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине…

Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына ла түгел, бик боронғо милләт тип танытырға теләүсе һәр халыҡ донъя мәҙәниәте ҡаршыһына ошоно иҫбатлау өсөн тик бер генә дәлил – рухи ҡомартҡыһы менән генә килеп баҫа ала. Милләттең бәҫен, уның бүтәндәр ҡорондағы дәрәжәһен кешелек тарихы үҫешендә ҡылғандары, дөйөм цивилизация һәм дөйөм донъя мәҙәниәтенә […]
Continue reading…

 

Ил инәһенең васыяты

Журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм БУРАҠАЕВАҒА – 75 йәш Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның яҡты иҫтәлегенә бағышланған байтаҡ ҡына хеҙмәт баҫылып сыҡты. Улар араһында “Китап” нәшриәтендә 2008 йылда донъя күргән “Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева” (төҙөүсеһе […]
Continue reading…

 

Аҫаба

Аҫаба… Ошо һүҙҙең тамырында күпме аҡыл, күпме батырлыҡ һәм таһыллыҡ, йылға-йылға булып ағырлыҡ шатлыҡ һәм ҡайғы, күҙ йәше менән бергә ҡан, һөйөү һәм нәфрәт ята. Баязит Бикбайса әйтһәң, уның өсөн түккән беҙҙең “ҡанды бергә йыйһаң, ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр”. Үҙен башҡорт һанаған һәр кеше, һис шикһеҙ, аҫаба ер, аҫаба хоҡуҡ тураһында ишеткәне бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның […]
Continue reading…

 

Оло юлға сығыр алдынан

Башҡорт халҡы тарихта үҙенең урынын, йәшәгән Ер-һыуын биләүгә, үҙ теле, асылы, динендә йәшәү, Хаҡын хаҡ итеп танытыр өсөн тыуа-тыуғаны, була-булғаны буйы көрәшә. Был иһә башҡорттоң йәшәү рәүеше, иң гүзәл Ерҙә ырыҫлы йәшәү шарты булып әлмисаҡтан бирелгән. Оһолдарын оло уй, маҡсат менән туҡтауһыҙ камиллаштырһын, йөрәген таҙа тотһон тип, Аллаһы Тәғәлә башҡортҡа Баш тигәнгә бәйле Исем биргән, […]
Continue reading…

 

Үҙебеҙҙән башлайыҡ

Башҡорт халыҡ ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килгән изге аманат. Шуға ла уны һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләргә тейеш. Был тәңгәлдә айырыуса бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр иңенә ҙур йөкләмә һалынған. Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үткән төбәк семинарында башлыса һүҙ шул хаҡта барҙы. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге ойошторған […]
Continue reading…

 

Селтәр, хәситә, һаҡалдар… йәки Асия-ҡашмау байрамы

 “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түшелдерек кейеп ихлас йылмайып торған бер инәйҙең фотоһы йөрөй. Был рәсем аҫтына замана йәштәре “Деньги – башкирское национальное украшение” тип яҙған. Ошо һүрәтте бер мәл сәхифәмә ҡуйғайным, “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләгән Миңлегөл Абдулова: “Был бит минең Зөһрә Хәсәнова нәнәйем, Әлшәй районының Ҡармыш ауылынан ул”, – тине. Ҡасандыр Мәскәүҙән экспедиция килеп, башҡорт әбейен […]
Continue reading…

 

Рух ҡошо тураһында риүәйәт

Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, ул нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары күңел менән генә тойоп була. Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ уның менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы […]
Continue reading…

 

Ағинәйҙәр һүҙе – аҡылдың үҙе

«Киләсәккә юл һалғанда, боронғоларға боролоп ҡарау яҡшы”, тип әйткән бер аҡыллы кеше. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа әүҙемләшеп киткән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” республика йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге тап ошо һүҙҙәргә таянып башҡарыла кеүек. Гәзит-журналдарҙан уҡып, радио-телевидениенан ишетеп-ҡарап, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уҙғарған сараларға һоҡланмаған, уның кәрәклеген аңламаған кеше юҡтыр, моғайын. Сөнки бөтөн был сараларҙың маҡсаты – ул халҡыбыҙҙы  берләштереп, үткәнебеҙгә […]
Continue reading…

 

Салауат ҡалаһында “Күркәм ғаилә – ил ҡото” форумы үтте

Салауат ҡалаһында ошо арала ата-әсәләрҙең “Күркәм ғаилә – ил ҡото” тигән матур форумы үтте. 25-се башҡорт гимназияһында ойошторолған сарала  Салауат ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Зуев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашты. Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы тарафынан әҙерләнгән байрам белем усағының тупһаһынан уҡ башланды. Ҡунаҡтарҙы фойела […]
Continue reading…