Мең ере – мең берлеге

Хөрмәтле дуҫтар, иптәштәр, туғандар – Мең ҡәүеме ырыуҙарының III йыйынында ҡатнашыусы делегаттар һәм ҡунаҡтар!  Донъяла Хәтер, Ил хәтере, Халыҡ хәтере тигән ғәжәп тәрән мәғәнәле һүҙ бар. Илде – ил, милләтте милләт итеп тотоп торған көстәрҙең береһе ул. Беҙҙе бөгөн әүәл-әүәлдән, сал быуаттар төпкөлөнән ырыу-ырыу булып берләшеп, иңгә-иңде терәп, ҡулға-ҡул тотоношоп, сал Уралдың тау һәм далаларында […]
Continue reading…

 

“Ғилмияза” — Пермь башҡорттарының йөҙөк ҡашы

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Чернушка ҡалаһы “Нефтсе” мәҙәниәт үҙәге ҡарамағындағы “Ғилмияза” башҡорт фольклор коллективынан башҡа бер генә мәҙәни сара ла үткәрмәй тиһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Фестиваль, бәйгеләр булһынмы, һабантуймы — һәр саҡ әйҙәүсе, халыҡҡа моң бүлешеүсе булып тора йыр, бейеү өләшкән йәштәр, апайҙар һәм ағайҙар. Ошо матур ансамблгә ун йыл тулыу айҡанлы һүҙҙе […]
Continue reading…

 

Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай!

Аҫаба башҡорттар йәшәгән, аҫыл йыр-моңдарыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тыуған төбәктә милләтебеҙ йыйынының юғары кимәлдә үтмәүе мөмкин дә түгел. Үткән аҙнала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур йыйыны ла юғары кимәлдә ойошторолоуы ла менән күңелдә ҡалды, илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙең халҡыбыҙ проблемаларына битараф булмауы һөйөндөрҙө, Ҡоролтай делегаттарына ысын мәғәнәһендә рухи көс, алға аныҡ […]
Continue reading…

 

Яугир даны яулай донъяны

Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә Голландияла башҡорттарға һәйкәл асылыуы, йәғни презентацияһы тураһында яҙам. 1814 йылда 1-се башҡорт полкы Эйссел йылғаһын йөҙөп сығып, Нидерландтарҙы француздарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был операцияға генерал Бенкендорф етәкселек итә. Рәхмәт йөҙөнән бөгөн был халыҡ башҡорттарға һәйкәл асты! Ул ғәйәт матур ерҙә урынлашҡан. Һыу эсендә тороуы – үҙе бер иҫ китмәле күренеш, хас та […]
Continue reading…

 

Аҫаба

Аҫаба… Ошо һүҙҙең тамырында күпме аҡыл, күпме батырлыҡ һәм таһыллыҡ, йылға-йылға булып ағырлыҡ шатлыҡ һәм ҡайғы, күҙ йәше менән бергә ҡан, һөйөү һәм нәфрәт ята. Баязит Бикбайса әйтһәң, уның өсөн түккән беҙҙең “ҡанды бергә йыйһаң, ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр”. Үҙен башҡорт һанаған һәр кеше, һис шикһеҙ, аҫаба ер, аҫаба хоҡуҡ тураһында ишеткәне бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның […]
Continue reading…

 

Эх, өҙә баҫыуҙары!

Баш ҡалабыҙҙың “Ватан” этнопаркында балалар араһында үткәрелгән “Байыҡ” башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы. Тиҫтәгә яҡын йыл эсендә илебеҙҙең йөҙөк ҡашына әйләнгән, башҡорт бейеү сәнғәтен халыҡ-ара кимәлгә күтәргән күркәм сарала республикабыҙҙың дәртле бейеүселәре менән бергә Түбәнге Новгород, Сорғот ҡалаларынан, Чечен, Бүрәт, Татарстан республикаларынан, Германиянан ҡунаҡтар ҡатнашты. Просмотров (36)
Continue reading…

 

Архангел ҡоролтайы: Киләсәк – йәштәр ҡулында

Заманалар ниндәй генә булмаһын, милләтебеҙҙең аҫаба рухлы, сая йөрәкле, барыһын да үҙе артынан әйҙәй алырлыҡ йәштәре- беҙ булды, бар һәм буласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡсаты ла – көнүҙәк мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү өсөн ҡоролтай эргәһендә барлыҡ башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмаларын туплау. Шуны иҫәпкә алып, башҡарма комитет ағзалары менән килешеп, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын […]
Continue reading…

 

Ғәйнәләрҙең аҫабалығын раҫлау

Тикшеренеүселәрҙең күпселеге башҡорт ерҙәренең Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын өйрәнгәндә тәү сиратта шәжәрәгә яһалған анализға иғтибар итә, сөнки хоҡуҡ грамоталарының төп нөсхәләре беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалмаған. Ғалим Р.Ғ. Кузеев, Шәрҡиәт институтының Ленинград бүлексәһендә табылған Уҫы даруғаһындағы Уран һәм Ғәйнә ырыуҙары шәжәрәһенә таянып, 1554 – 1555 йылдарҙа Айсыуаҡ етәкселегендәге Уран илселәре – Ҡазанға, ә ғәйнәләр иһә Чердынгә […]
Continue reading…

 

Матур ғаилә – ил ҡото

Календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәһә лә, рухиәтебеҙ өсөн бик мөһим байрам барлыҡҡа килде: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тип иғлан итте. Ғаилә ҡиммәттәрен данлауға арналған Петр һәм Феврония көнөн, изге Валентин көнөн хәтерләткән, тик милли асыл менән һуғарылған күркәм байрам яҙҙың тәүге көнөндә йөкмәткеле саралар менән билдәләнде. Просмотров […]
Continue reading…

 

Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы райондың 40 йыллығына әҙерләнә

Өфөнөң Октябрь районы ойошторолоуына 2017 йылдың март айында 40 йыл тула. Район юбилейын уның халҡы юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға йыйына. Йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, район башҡорттары ҡоролтайы ла юбилей айҡанлы ойошторолған сараларға тос өлөшөн индерергә, ҡунаҡтарға һәм башҡа милләт вәкилдәренә башҡорт донъяһын күрһәтергә тейеш. Бында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы ла, йолалар ҙа, йәштәр менән эш тә […]
Continue reading…