Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланған “түңәрәк өҫтәл”

Круглый стол в БРГИ18 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Рәми Ғариповҡа арналған  “Бөгөнгө глобалләштереү шарттарында башҡорт телен үҫтереү һәм пропагандалау мәсьәләләре” темаһы буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде.

“Түңәрәк өҫтәл” эшендә билдәле ғалим Әхмәт Сөләймәнов, танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар Мәрйәм Бураҡаева, Гүзәл Ситдиҡова, шағирә Лариса Абдуллина, кинорежиссер Таңсулпан Бураҡаева, артист Артур Кәбиров һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары арҙаҡлы ғалимә Фирҙәүес Ғилметдинова, БР Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяров, “Киске Өфө” гәзите редакторы Гөлфиә Янбаева, Башҡарма комитет хеҙмәткәре Рәйсә Күзбәкова һәм Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаров ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл”гә Өфө ҡалаһының башҡорт лицей-гимназиялары уҡыусылары саҡырылғайны.

Сарала ҡатнашыусылар глобалләштереү, урбанизация шарттарында башҡорт телен үҫтереү, интернет һәм башҡорт теле, әҙәбиәт, матбуғат һәм туған тел, башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һәм тарихын пропагандалауҙа кино сәнғәте, бөгөнгө заман шарттарында халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларына тоғролоҡто һаҡлау юлдары проблемалары буйынса фекер алышты.

“Түңәрәк өҫтәл” эшлекле шарттарҙа үтте. Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты етәкселеге, башҡорт теле уҡытыусылары (Алламоратова Р.М.) “түңәрәк өҫтәл”де  тейешле кимәлдә ойоштороу өсөн күп көс һалған.

Һуңынан башҡорт телен үҫтереү өлкәһендә әүҙем эшләгән милләттәштәребеҙгә Рәми Ғарипов исемндәге премиялар тапшырылды. Был премияға арҙаҡлы ғалимә, башҡорт теленең 10 томлыҡ һүҙлеген әҙерләп, баҫтырыу эшен ойоштороусы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова, Зөһрә Бураҡаеваның “Февраль. Буран” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Рәми ролен башҡарыусы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Артур Зиннур улы Кәбиров һәм гимназияның 11 класс уҡыусылары Шәйхетдинова Айзирә, Моратова Зәриә лайыҡ булды.

 

Күзбәкова Р.А., Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *