“Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2016” конкурсына йомғаҡтар яһалды.

Бөгөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2016” конкурсын ябау тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов номинацияларҙа еңеү яулаған уҡытыусыларҙы тәбрикләне.Ҡоролтай рәйесе “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2016” конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны һәм унда өлгәшкән уңыштары, халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн башҡорт теле уҡытыусылары — Өфө ҡалаһы 100-сө урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Шаһмөхәмәтова Рәзилә Иҙрис ҡыҙына, 37-се мәктәптән  Яхина Люция Рәйес ҡыҙына, 22-се мәктәптән  Ғайсина Лилиә Харис ҡыҙына, 27-се мәктәптән  Рәхмәтуллина Земфира Мөхтәр ҡыҙына, 80-се мәктәнтән  Йосопова Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙына, 48-се Башҡорт лицейынан  Хәйруллина Тәнзилә Ғали ҡыҙына һәм 70-се мәктәптән  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбйәлилова Лилиә Ирек ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Просмотров (111)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *