Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы

Башҡорт халҡы Ислам динен бик борондан ҡабул иткәнлеге билдәле. Тәү башлап Хаҡ Тәғәлә динен бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең сәхәбәләре алып килгән. Уларҙың ҡәбере бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килеп еткән. Сәхәбәләр Миәкә районында урынлашҡан Нарыҫтауҙа ерләнгән булған.

Әммә бөгөн ҡайһы берәүҙәр башҡорттар электән үк Ислам диненә татарҙар кеүек үк улай ныҡ бирелмәгән, тигән фекер йөрөтә. Быны улар күберәк 18–19 быуаттарҙа урыҫтарҙың яҙғанына таянып, һөйләй. Башҡорттар ысынлап та Ислам диненә бөтә күңеле менән бирелмәгән булғанмы, уның ҡанундарына еңел ҡараған, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡансы йәшәмәгәнме?

Минеңсә, был бөтөнләй дөрөҫ булмаған фекер. Башҡорттар Хаҡ Тәғәлә диненә ысын күңел менән бирелгән һәм Ислам башҡорттарҙың йәшәү рәүешенә әүерелгән. Быны революцияға тиклем мәсеттәрҙең күплеге, мәҙрәсәләр гөрләп тороуы ғына түгел, ә башҡорт фольклоры ла иҫбатлап тора. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән? Бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең ҡайһ бер хәҙистәре быуаттар аша ҡыҫҡартылып, төп мәғәнәһен юғалмайынса,  әйтем, мәҡәл рәүешендә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Мәҫәлән, башҡорт халҡындағы “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы” әйтеме Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙисенә ҡайтып ҡала. Бәйғәмбәребеҙ күрше менән татыу йәшәргә, уны рәнйетмәҫкә, киреһенсә, тик яҡшылыҡ күрһәтергә өндәгән. Был аманатты ул Ябраил фәрештә аша Аллаһы Тәғәләнән алған. Бәйғәмбәребеҙ үҙенең сәхәбәләренә: “Ябраил фәрештә күршегә яҡшы мөғәмәлә итеү тураһында туҡтауһыҙ өгөт-нәсихәт бирҙе, хатта, күршене вариҫтар иҫәбенә индерер инде, тип уйланым”, – тип һөйләгән. Бәйғәмбәребеҙ икенсе бер хәҙисендә: “Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтергән кеше күршеһенә яҡшылыҡ күрһәтһен…”, – тигән.  Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Аллаһы Тәғәлә күршегә ҡарата мөнәсәбәтте шул тиклем юғары кимәлгә ҡуйған. Шуға күрә лә башҡорттарҙа был хәҙис “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”, тигән әйтемгә әүерелгән. Йәғни, күршегә яҡшылыҡ эшләү ул Хоҙай Тәғәләнең ризалығына ирешеү, ә күршегә яуызлыҡ эшләү – Хоҙайҙың  асыуына тарыу менән бер, тигән мәғәнәгә эйә.

Бәйғәмбәребеҙ тағы бер хәҙисендә: “Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтергән кеше бүләк сифатында үҙенең ҡунағына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһен ”, – тигән. “Эй, Аллаһ илсеһе, уның бүләге күпме булырға тейеш һуң?”, – һораған кешеләр. “Көн һәм төн, бөтәһе, өс көн буйы ҡунаҡ итергә тейеш, унан артығы саҙаҡа булыр”, – тип яуап биргән бәйғәмбәр ғәләйһисәләм. Хәҙер инде башҡорт халҡындағы “Ҡунаҡ – өс көнлөк”, тигән әйтемде иҫебеҙгә төшөрәйек. Был әйтем тап ошо хәҙистән алынғанлығы күренеп тора. Бәйғәмбәребеҙ ҡушыуы буйынса, ҡунаҡҡа өс көн буйы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү ул һәр мосолмандың бурысы булып торған. Ҡунаҡ итеү өс көндән артһа, ул Аллаһ ризалығы өсөн бирелгән саҙаҡаға тиңләнгән.

Бындай әйтем, мәҡәлдәр башҡорт халҡында бихисап. Уларҙы һанай китһәң, айырым китапҡа торошло. Урыҫтар яҙғанса, башҡорттар Хаҡ Тәғәлә диненә еңел, илке-һалҡы түгел, ә ысын күңелдән бирелеп, Уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән. Әле үрҙә телгә алған әйтемдәр тап ошо хаҡта һөйләй.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *