Йәшлек ялҡыны, йәшлек дәрте өҫтәне йыйын

1Июнь айының матур көндәрендә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Баймаҡ районы Граф күле буйында йәштәр форумы үткәрҙе. Ике көн барған йыйын һәр яҡлап уйланылған, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын күҙалланы.
Республиканың күпселек райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстандан килгән башҡорт йәштәре төрлө спорт уйындарында ярышып ҡына ҡалманы, зирәклектә һәм заманса фекерләү буйынса таһыллыҡта ла ал бирмәне. Йыйында төрки халыҡтар араһында борон бик таралған, бөгөн бер аҙ онотолоп барған «Ылаҡ» бәйгеһе һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Уйындың шарты буйынса, һыбайлы йәштәр ике командаға бүленеп, һарыҡ түшкәһен бер-береһенән тартып алып, ҡаршы команданың ҡаҙанына һалырға тейеш. Был бәйгелә «Ҡыпсаҡ» командаһы үтә етеҙ, отҡорлоҡ күрһәтеп, «Бөрйән»дәрҙе еңеп сыҡты. Баймаҡтар әҙерләгән аттар менән биатлон да өр-яңы спорт төрө. Бер түңәрәк сабып килеп еткәс, уҡтар менән мәргәнектә ярышалар. Тап ошо спорт төрөндә башҡорт егеттәренең булмыштары тулһынса асылды ла.

4Йәштәр форумы спорт ярыштары, мәҙәни саралар менән бер рәттән бер нисә эшлекле әңгәмә, диспут ойошторолдо. «Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге», «Заман эшҡыуары» кеүек майҙансыҡтарҙа йәштәр үҙ ҡараштарын ғына сағылдырманы, ә тулыһынса иркенләп фекер алышты. Ҙур түңәрәк өҫтәлде асып, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов махсус саҡырылған ҡунаҡтарҙы сәләмләне. БДУ-ның Сибай филиалы доценты Фуат Сөләймәнов, БР Китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин, ҡурайсы һәм думбырасы Дамир Әбүбәкиров йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, кәңәштәрен еткерҙе. Фекер алышыуҙа халҡыбыҙҙың тарихындағы сетерекле ваҡиғалар, шәхес яҙмыштары, тел һәм ер мәсьәләһе уртаға һалып һөйләшелде. Сығыш яһаусылыр мәғариф, тел, кадрҙар мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәре менән дә уртаҡлашты. Мәҫәлән, Асҡарҙан килгән делегат мәктәптә башҡорт теле уҡытыуҙың түбән кимәлен, милли тел бөтөнләй иғтибарҙан ситтә ҡала барыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ йәштәрҙе ҡурай яҙмышы, потент алыу мәсьәләләре лә борсой. Татарстандан Маузир Ғиниәтуллин, Ғәли Хәсәнов, Ырымбурҙан Луиза Райманова, Силәбенән Владислав Габов үҙ төбәктәрендәге хәлдәр менән таныштырҙы. Хәҙерге заманда диндең йоғонтоһо, унан башҡа йүнәлештәр тураһында БР мосолмандарының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов файҙалы сығыш яһаны. Сибайҙа төҙөлөп бөтөп барған мәҙрәсә хаҡында ла шатлыҡтары менән бүлеште.
3«Йәштәр» гәзите хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманова ла көнүҙәк актуаль мәсьәләләрҙе асыҡланы. Йәштәр форумының түңәрәк өҫтәле йәнле, ҡыҙыу барҙы. Һәр бер һорауға тәжрибәле белгестәр яуап бирҙе.
Йәштәр форумының һәр сәғәте файҙалы үтте. Баймаҡта үткән йыйын һәр кемдең күңеленә йәшлек ялҡыны, йәшлек дәрте өҫтәне.
Зәки Әлибаев, Өфө ҡалаһы Совет районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты

 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *