Мөнәжәттәрҙең моңо башҡа

DSC00514Элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре, мәсеттәре менән дан тотҡан Стәрлебаш районы үҙәгендә мөнәжәт башҡарыусыларҙың «Иман нуры» исемле асыҡ район конкурсы булып үтте. «Яңғыҙ башҡарыусылар», «ансамблдәр» hәм «балалар» номинацияһында үткәрелгән был конкурс Совет осоронда тыйылып килгән боронғо музыкаль традицияны – дини шиғырҙарҙы көйләп уҡыуҙы тергеҙеү маҡсатында икенсегә үтә. 29 конкурсант китаптарҙан ятлап алған йәки үҙҙәре ижад иткән бәйет-мөнәжәттәрҙе яғымлы, шул уҡ ваҡытта тасуири итеп башҡарырға тырышты. Конкурста ҡатнашыусыларҙың иң йәшенә – туғыҙ, иң өлкәненә 92 йәш ине.

Мөнәжәттәрҙең моңо башҡаса. Уларҙы ярты тауыш, баҫалҡы төҫ менән (Аллаһтан оло булырға ярамай!) боронғо дини китаптарҙы көйләп уҡыған кеүек көйләргә кәрәк. Мөнәжәтселәрҙе абруйлы жюри – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ғәлина, республикабыҙҙа мөнәжәттәрҙе беренсе булып башҡара башлаған билдәле йырсы Радик Динәхмәтов hәм Стәрлебаш районы “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Миңлехәнә Баhаутдинова баһаланы.

DSC00543Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйфә Ғәлиева хәбәр итеүенсә, көсөргәнешле барған ярышта балалар араһында – 9 йәшлек Регина Ғәлиева, ансамблдәр араhында Айҙарәле ауылынан «Балҡыш» ансамбле еңеп сыҡты. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Рәйлә Замановаға етеүсе табылманы. Гран-При хаҡлы рәүештә әсәле-уллы Фирүзә hәм Морат Иҫәнсуриндарға тапшырылды. Улар башҡарған «Улыма» монәжәте өлкән быуындың йәштәргә дуҫлыҡ hәм дошманлыҡ, яҡшылыҡ hәм яманлыҡ кеүек әхлаҡи ҡиммәттәргә ҡағылған аҡыл-кәңәше, өгөт-нәсихәте булып яңғыраны. Бөтә конкурсанттар ҙа дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, киләсәктә был конкурсты республика кимәленә сығарыу күҙ уңында тотола.

Матур сара мөнәжәт башҡарыу үҙенсәлектәре тураһындағы семинар менән тамамланды. Уны Гөлназ Ғәлина һәм Радик Динәхмәтов үткәрҙе.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *