Сәсән һүҙе – илгә тереһыу

эпос Урал-батырКүҙәмбәт яланы, йылдағыса, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙе йыйҙы. 18-се тапҡыр үткәрелгән республика конкурсы иң-иңдәрҙе төбәккә танытты.
Башҡортто уйлы-моңло, сал тарихлы милләт иткән, уның сәсәнлеген, фекер ҡеүәһенең көсөн киң донъяға асҡан, халҡыбыҙҙың рухи асылын күрһәткән, йәшәйеш кодын сит-яттан һаҡлаған, беҙҙе тиңдәр араһында тиң генә түгел, иңдәр араһында иң иткән эпос ул “Урал батыр”! Ана ошо рухи ҡомартҡыны киләсәк быуындың күңеленә һалыу, аңына һеңдереү, теленән төшөрмәүҙе маҡсат иткән ҙур сара йәнә бер мәртәбә маҡсатына өлгәште, тип әйтергә төплө нигеҙ бар.

Быйылғы сарала республикабыҙҙың 27 район-ҡалаһынан 100-ҙән ашыу йәш сәсән ҡатнашты. Уларҙың сығышын ғалим яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Бәйге былтырғы еңеүсенең – Учалы районының Мулдаҡай мәктәбе уҡыусыһы Зарема Әминеваның – сығышы менән башланды. Артабан сәхнәгә бер-бер артлы яңы таланттар күтәрелде. Сараның “Беҙ – бала саҡ иленән” тигән өлөшө мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгәйне. Һис тә һынатманы сабыйҙар: бөтөн халыҡты “аһ!” иттерҙеләр! “Бына ҡайҙа ул илһөйәрлек, телһөйәрлек!” – тип тел шартлатты ҡунаҡтар. Конкурстың тәүге көнөндә йәш сәсәндәр айырым майҙан тотһа, икенсеһендә эпостарҙан өҙөктәр сәхнәләштерелде. 27 ҡала-район командалары араһында салауаттар ғына “Алпамыша”ны ҡуйһа, башҡалар “Урал батыр”ҙы һайлағайны. Һәр кемдең сығышы үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ алымдар менән рухлы башҡарылды. Йәш сәсәндәр, Урал, Шүлгән, Һомай образдарына инеп, уларҙы асыуға бөтөн оҫталығын һалды. Театрлаштырылған тамашанан һуң бәйгеселәр Урал батыр эҙҙәре буйлап Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл алды. Улар Йылҡысыҡҡан күлендә, Бабсаҡ бейҙең ҡәбере янында булды, башҡа тарихи ҡомартҡыларға сәйәхәт ҡылды. Ә кис һүҙ оҫталары Күҙәмбәт яланының ҙур сәхнәһендә үткәрелгән концерт-дискотекала рәхәтләнеп күңел асты.
Артабан конкурсҡа йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә грамоталар, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Төп бүләк – Ишембай ҡалаһының 2-се башҡорт республика гимназия-интернатынан Гөлфрүз Хисмәтуллинала! Еңеүсегә республика Мәғариф министрлығының һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың дипломдары, ҡиммәтле
бүләктәр тапшырылды, ҡыҙҙың ижади хеҙмәте Рәсәй Президенты грантына ла тәҡдим ителде. Өс көн барған конкурс ысын мәғәнәһендә асыҡ һауалағы сәсәндәр мәктәбе булды. Ҡунаҡтар “Урал батыр” эпосының тарихи ерлегенән әллә күпме көс-дәрт алып, күңеле булғансы аралашып, һыу инеп, киләһе йылда ла осрашырға һөйләшеп таралышты.

А. АҠЫЕВА, Бөрйән районы, “Башҡортостан” гәзитенән.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *