Башҡортостандың Иҫке Яппар ауылына – 500 йыл

IMG_0113Гөл-сәскәләр араһында

Бик матур бер ауыл бар.

Бар яғы хозур тәбиғәт,

Исеме – Иҫке Яппар, – Мәғәфүр Рафиҡов был шиғри юлдарын тыуған ауылына арнаған. Ысынлап та, Дим буйына һыйынып ултырған был төбәктең тарихы бай һәм үҙенсәлекле. Ауылдың 500 йыллығын үткәреүгә йәше-ҡартының – һәммәһенең ҡушылыуы райондаштарым өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты.

Ҡараулы ихаталар, ауыл урамында ғына түгел, тирә-яҡта ла таҙалыҡ һәм тәртип иҫке яппарҙарҙың оло байрамға ҙур әҙерлек менән килеүен дәлилләп тора ине. Ауыл үҙе лә байрамса төҫ алған: һәр йорт алдында тиерлек еңел машиналар, кешеләр төркөмө, өйкөм-өйкөм балалар тантана булыуын күрһәтте.

Иҫке Яппарҙар дәррәү һәм әүҙем халыҡ. 500 йыл элек ата-бабаларыбыҙ нигеҙ һалған ауыл бөгөн йәнә матурлана, камиллаша бара. Рәттән теҙелеп киткән тирмәләр байрамдың үҙенсәлекле биҙәгенә әйләнде. Мөхәррәмовтар, Насировтар, Булатовтар, Мөхәмәтғәлиндар, Зариповтар, Рафиҡовтар, Солтановтарҙың үҙ нәҫелдәре, кесе тыуған иленең үткәне менән ҡыҙыҡһыныуын белдек, шәжәрәләрен байҡаныҡ.

Урындағы етәкселек  ауыл халҡы менән бергәләп ҙур эш башҡарған, әлбиттә. Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл хакимиәте башлығы Илшат Ринат улы Мөхәмәтғәлиндың ошондай мәртәбәле сараға әҙерлектә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткереүе юҡтан  ғына түгел ине. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигән мәҡәлдең асылына тап шундай саҡта төшөнәһең.

IMG_0137Бөтмөр хакимиәт башлығы Илшат Мөхәмәтғәлинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы тапшырылыуын да иҫке яппарҙар шатланып ҡаршы алды. Ҡоролтай аппараты вәкиле Айрат Искәндәров байрам ҡунаҡтарын һәм ауыл халҡын оло дата айҡанлы ҡотлап, Иҫке Яппар ауылының республика һәм район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ул һәм ҡыҙҙары менән данлы булыуын билдәләп үтте.

Ауыл тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған бер нисә китап авторы Рәүеф Мөхәмәтғәлиндың, Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты вәкилдәренең сығышы ла тантанаға йәм өҫтәне.

Яппар Йәғәфәр улы төйәк иткән ерҙә байрам дауам итте. Күптәр байтаҡ йылдар күрешмәгән туғандары, ауылдаштары, һабаҡташтары менән осрашты, нәҫел ептәрен барланы. Башҡорттоң бөтә йолалары атҡарылып ойошторолған байрам күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Үҙ тарихын белгән, уны йәш быуындарға тапшырған яппарҙарға “афарин!” тиәһе генә ҡала.

Әлиә Уразбахтина,

Айгөл Хөснөрйәлова фотолары, Дәүләкән районы. 

IMG_0101

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *