Ҡоролтайҙа төбәк-ара форумға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды

IMG_896223 августа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының ултырышы үтте. Унда Башҡарма комитет етәкселеге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының комиссия рәйестәре ҡатнашты.

Ултырыш 27 августа Сибайҙа үтәсәк “Башҡорт халҡы Рәсәй именлеге һәм үҫеше өсөн” тип аталған төбәк-ара форумға әҙерлек һәм уны ойоштороу мәсьәләләренә арналды.

Ҡоролтай етәксеһе Әмир Ишемғолов Совет ултырышында ҡатнашыусыларҙы форумға әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәр, алда торған бурыстар тураһында һөйләне.

– Беҙҙең маҡсат – бөтөн ҡоролтай рәйестәрен йыйып, төбәктәрҙә ҡоролтай эшмәкәрлеген йәнләндереү, – тип билдәләне Әмир Миңлеәхмәт улы. – Форум сиктәрендә үткән ҡоролтай рәйестәре кәңәшмәһе тап ошоно күҙ уңында тотоп ойошторола.

IMG_8958Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, район һәм ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре урындағы халыҡ менән әүҙем эшләргә, уларға һәр яҡлап терәк булырға тейеш.  Мәҫәлән, халыҡ үҙ хоҡуҡтарын, дәүләттән ниндәй ярҙам алырға мөмкин булыуын белмәй. Бының өсөн аңлатыу эше алып барыу мотлаҡ. Шулай уҡ ниндәй мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, сетереклеме-түгелме, уны хәл итергә тырышырға кәрәк. Бының өсөн “ҡоралланыу”, йәғни белемле булыу шарт. Ошоно күҙ уңында тотоп, әле Ҡоролтай республикалағы министрлыҡ һәм ведомстволар ярҙамы менән халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан ниндәй закондар һәм норматив-хоҡуҡи акттар булыуын күрһәтеп, махсус брошюра әҙерләй. Был Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты өсөн дә, урындағы ҡоролтай етәкселәре өсөн дә даими ҡулланыласаҡ әсбап буласаҡ.

Ҡоролтай етәксеһенең был тәҡдимен демография, ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Гәрәева ла хуплап сыҡты. Уның әйтеүенсә, ауылда халыҡ, хатта заман менән бергә атла тейешле йәштәр ҙә үҙ хоҡуҡтарын белмәй. Урындағы етәкселек өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Белгән бер нисәүһе генә кәрәген таптырып, даулашып йөрөй. Шул уҡ эшһеҙлек мәсьәләһе, – тип һанап китте Гөлфиә Янбаева.

IMG_8949Комиссия рәйесе әйтеүенсә, мәғариф та – даими контролде талап иткән өлкә.

– Ҡайһы бер башҡорт райондарында уҡыусыларҙы 1-се кластан рус телендә уҡытыуға күсерергә йыйыналар. Был аңлы рәүештә балаларыбыҙҙы туған теленән яҙҙырыу буласаҡ, – тип, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы был йүнәлештә кисекмәҫтән эш башларға саҡырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Фирҙәүес Хисамитдинова иһә ҡоролтай ултырыштарына һәр ваҡыт министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәрен йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне.

– Йыйын һәм ултырыштарға килеп, дәүләт учреждениеһы белгестәре урында халыҡҡа консультация бирһә, ике яҡҡа ла отошло булыр ине, – тине Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.

Ойошма етәксеһе артабан Совет ултырышында ҡатнашыусыларҙы Сибайҙа үтәсәк төбәк-ара форумдың программаһы менән таныштырҙы һәм кәңәшмәлә ҡараласаҡ мәсьәләләргә туҡталды. Был сара сиктәрендә Урал аръяғы үҙәгендә Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы съезын һәм ҡоролтай рәйестәре кәңәшмәһен үткәреү ҡаралған. Оло форумда Башҡортостандың бөтөн райондарынан, яҡын-тирә төбәктәрҙән делегаттар – йәмғеһе 500-ҙән ашыу кеше – ҡатнашыуы көтөлә. Уның маҡсаты – төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү.

– Беҙгә ҡоролтай эшен әүҙемләштереү өсөн яңыса эш башларға кәрәк, – тип дауам итте Әмир Миңлеәхмәт улы. – Бының өсөн бөтөн булған ҡоролтайҙарҙы зоналарға бүлеп, төбәк-ара ҡоролтай итеп берләштерергә булдыҡ. Мәҫәлән, беренсе зонаға Урал аръяғы райондарын индереп, Сибайҙы уның үҙәге итеп алабыҙ. Икенсеһе – Бәләбәй, артабан яҡындағы райондарҙы үҙ эсенә алған Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө һәм Малаяҙ зоналары килә.  Сибайҙа көтөлгән тағы бер мөһим ваҡиға – Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының съезын үткәреү, – тип, ойошма рәйесе билдәләнгән эштәрҙе һанап үтте.

молодежный курултайБилдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын ойоштороу тураһында 25-26 июндә Баймаҡ районы Граф күле буйында үткән Йәштәр форумында иғлан ителеп, унда ойошманың нигеҙен тәшкили итәсәк йәштәр менән факелдар уты аҫтында ант биреү сараһы ойошторолғайны. Сибайҙағы съезда ойошманың уставы, уның етәкселәре раҫланасаҡ, комиссиялар һәм президиум ойоштороласаҡ. Йәғни, Ҡоролтай рәйесе әйтеүенсә, юридик статусы булған, рәсми рәүештә теркәлгән ойошма булараҡ Бөтөн Рәсәй башҡорт йәштәре мәнфәғәттәрен күҙәткән рәсми ойошмаға әүереләсәк был ойошма.

Совет ултырышында ҡатнашыусылар Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғоловты тыңлағас, район (ҡала) ҡоролтайҙары тураһындағы положениены, төбәк-ара һәм район-ара ҡоролтай положениеһын, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын булдырыу һәм уның тәүге съезын үткәреү тәҡдимен хуплап сыҡты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма Советы ултырышы БАССР-ҙың 100 йыллығына әҙерлек мәсьәләһен ҡарау менән тамамланды. Әмир Ишемғолов билдәләүенсә, “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проектын ғәмәлгә ашырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов башлаған “100 йыллыҡҡа – 100 объект” проектына ла ҡушылырға кәрәк.

IMG_8939– Өфөлә республиканың 100 йыллыҡ тарихын сағылдырған парк булдырыу урынлы булыр ине, – ти етәксе. – Мәҫәлән, бер паркта 112-се Башҡорт атлылар дивизияһына, ҡурайға һәйкәл, республика үҫешен күрһәткән башҡа төрлө һындар урынлаштырырға мөмкин. Парктың ҡапҡаһы ла уйланылып эшләнгән булырға тейеш.

Совет ағзалары фекеренсә, был тәҡдимде киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарырға, һынлы сәнғәт өлкәһендәге белгестәрҙең фекерен дә иҫәпкә алырға кәрәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *