Аралашыуҙарға ни етә!

венгрияБөгөнгө тиҙлек, уңайлы мөмкинлектәр заманында сит илдәргә сығып әйләнеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Тик төрлө маҡсаттар менән ҡуҙғалалар сәфәргә: хаж ҡылаһыңмы һин, әллә ял итергә бараһыңмы, бәлки, ҡунаҡҡа саҡырғандарҙыр. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ — инде ике тиҫтә йылдан ашыу Венгрия ғалимдары менән даими фәнни бәйләнештә булған филология фәндәре докторы, профессор, милләтебеҙҙең арҙаҡлы ҡыҙы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы ХИСАМИТДИНОВА. Ул яңы ғына Венгрияла “Ҡоролтай” исеме аҫтында үткән халыҡ-ара форумда булып ҡайтты. Эш сәфәренең, юл тәьҫораттарының эҫе мәлендә ғалимәгә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Фирҙәүес Ғилметдин ҡы­ҙы, сара ниндәйерәк кимәлдә үтте? Уның эшендә кемдәр ҡатнашты?
– Киң планда уйланылған форум ике йылға бер уҙғарыла. Уның төп ҡатнашыусылары – төрки халыҡтары вәкилдәре. Быйыл егерме ете илдән килгәй­неләр. Ҡаҙаҡтар иллеләп кеше ебәргән. Ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, уйғырҙар, азербайжан һәм үзбәктәр күп булды. Профессиональ артистарын йөрөтәләр. Беҙ ҙә алып бара алыр инек, тик әлеге шул мохтажлыҡ. Мәҫәлән, ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар беҙҙең “Арғымаҡ” төркөмөн яҡшы белә, яраталар. Һорашып торҙолар… Мин, тәүәккәлләп, ун биш кеше алып барҙым. Башлыса ауылдаштарымды – фольклор түңә­рәктәрендә сығыш яһаусыларҙы эйәрттем. Юл сығымдарын үҙебеҙ күтәрҙек. Ашатып-эсереүҙе, ҡунаҡхана проблемаларын хужалар хәл итте.


венгрСара яҡшы ойошторолған: һабантуй күренештәрен дә, йыр-бейеүҙе лә, милли кейем-һалым (әйткәндәй, ҡатнашыусыларҙың күпселеге милли костюмда булды), ҡулдан эшләнгән төрлө-төрлө әйберҙәр күргәҙмәләрен дә үҙ эсенә ала. Кейеҙ тирмәләр ҡоролған. Күҙ алдына килтерегеҙ: улар ғына ике йөҙләп булыр. Беҙ ҙә, әлбиттә, милли күлдәк­тә­ребеҙҙе оло ғорурлыҡ менән кейеп йөрөнөк. Бынан алдараҡ бер барғанда берәүебеҙ, эҫе тип, еңелсәрәк кейенергә булғайны ла, барып сыҡманы: халҡыңдың вәкиле булып барғас, ундай ғына уңайһыҙлыҡтарға түҙәһең инде. Шуға ла беҙгә йәй кейерлек милли кейемдәребеҙҙе тергеҙергә кәрәк. Бер сыуаш малайына иғтибар иттем: сыуаш орнаменты менән ҡаймаланған еңел генә күлдәк кейгәйне.
– Венгрҙарҙың ҡоролтайы уйын-көлкө, спорт ярыштарынан ғына тормағандыр бит. Унда ниндәй етди темалар күтәрелде, ниндәй фәһемле һөйләшеүҙәр булды?
– Әлбиттә. Мин, мәҫәлән, башҡорт-венгр бәйләнештәренең боронғо осорона ҡағылышлы сығыш яһаным. Был проблема менән XVIII быуаттан башлап ҡыҙыҡһыныуҙары билдәле. ХХ быуат башында иһә был йүнәлештә эш ҡыҙыулана төшә. Тикшеренеүселәр Башҡортостан ерендә мадъяр сығышлы топонимдар булыуына иғтибар итә. Артабан уртаҡ этнонимдар булыуы ла асыҡлана. Совет осоронда ике яҡтан да эҙләнеүҙәр көсәйә, йәғни Венгрия ғалимдары ла, урыҫ белгестәренән тыш башҡорттар ҙа һөҙөмтәле эшләй. Был йәһәттән Жәлил Кейекбаев, Д. Немет, Л. Рашони исемдәрен атау урынлы. Уларҙың баш­лан­ғысын А. Рона-Таш, А. Берта, И. Вашари, А. К. Матвеев, А. А. Камалов, С. Ф. Миржанова һ.б. дауам итә.
Тотош сара ун көн буйына барһа, ҡоролтайға, йәғни йыйынға, ике көн сарыф ителде. Ойоштороусыларға үҙебеҙҙең Ҡоролтай исеменән “Ҡотлау хаты” тапшырҙым. Беҙҙең Ҡо­ролтай хаҡында беләләр, ҡы­ҙыҡһыналар, һорашалар. Элекке таныштар килеп, туғанылай күреп ҡосаҡлап ала. Ҡурай тыңларға яраталар. Бер барғанда Азат Айытҡолов та булғайны. Бары­һын да шаҡ ҡатырҙы ул. Унда бит венгрҙар үҙҙәре меңәрләп, ғаиләләре, бала-сағалары менән бергәләп ҡатнаша.
– Халыҡ-ара кимәлдә уҙыусы форумды атҡарыу еңелдән түгел. Шулай ҙа төп маҡсат нимәнән ғибәрәт?
– Сараны “Мадъяр Туран” тигән ойошма (етәксеһе – Биро Андрош) уҙғара. Уның үҙ фонды бар. Күптән түгел махсус урын һатып алғандар, сөнки бындай масштаблы сараға урындың иркен булыуы ла мөһим. Мөм­кинлектәре лә башҡаса шул. Дәүләт тә ярҙамһыҙ ҡалдырмай, бағыусыларға ла мөрәжәғәт итәләр. Форум экзотика өсөн генә уҙғарылалыр тип уйларға ярамай. Айырым кеше генә түгел, тотош халыҡ та аралашыуға мохтаж. Халҡыңдың вәкиле булараҡ шундай фекергә киләһең: беҙ бит яңғыҙ түгел, беҙ – төркиҙәр, ана, күпме! Венгрҙарҙың үҙҙәренә килгәндә, европалы булараҡ, улар бик рациональ халыҡ, ә сараны ойоштороуға күпме сығым кәрәк?! Әммә улар үткәрә, сөнки бының үҙеңде халыҡ булараҡ һаҡлауҙың бер формаһы булыуын яҡшы аңлай. Рухты даими күтәреп торорға кәрәк. Әйт­кәнемсә, бындай кимәлдә улар ике йылға бер йыйыла, ә үҙҙәре генә – йыл һайын. Үҙҙәрен һун ярсығы, Аттила вариҫы тип иҫәпләйҙәр. Бер ҡурғандары бар. Шуны, риүәйәттәргә ярашлы, Аттила ҡәберлеге, тип йөрөтәләр. 2008 йылда ҡаҙаҡ йырсыһы сығыш яһағайны. Ғәләмәт көслө тауышлы. Йырында Аттила исеме ҡабатлана. Меңәрләгән кеше күтәреп алды бит: ҡулдарын күккә һоноп “Аттила!!!” тип һөрәнләйҙәр. Иҫ китмәле, ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ күренеш.
слева 1 флаг рб– Венгрҙарҙың милли рухы матди кимәленә тап ки­ләме? Күҙгә салынырлыҡмы был?
– 2008 йылда булғанда шуны иғтибарға алғайным: матди хәлдәре бигүк шәптән түгел ине. Хәҙер юлдар ҙа ялтырап ята, йорттар ҙа балҡып ултыра. Кешеләрҙең йөҙҙәрендә лә ихлас йылмайыу күберәк һымаҡ. Һөй­ләшкеләре килеп тора. Венгрҙар телселәр тарафынан фин-уғыр телле халыҡ тип иҫәпләнә, әммә улар үҙҙәрен хәҙер күбеһенсә төрки сығышлы тип һанай, беҙҙең күп нәмәләр уртаҡ, тел генә ныҡ айырылған, тип иҫәпләй. Быға тиклем уларҙың тарихын да башҡалар яҙған. Һөйләүҙәре буйынса, тарихтарын элек башлыса немецтар, йәһүдтәр яҙған һәм боҙғандар. Шуға ла бөгөн улар тарихҡа икенсе күҙлектәнерәк ҡарай.
– Венгрҙарҙан нимәгә өйрәнергә мөмкин?
– Мин, уларға ҡарап, телде һаҡлап була, тигән һығымта яһайым. Глобалләшеү шарттарында Европаның уртаһында йәшәп яталар, әммә телде лә, миллилекте лә юғалтмайҙар. Тамырҙарын юллап, йолаларын тергеҙеп, балаларға һеңдерергә тырышалар. Ғөмүмән, төркиҙәрҙең мифологияһына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар ҙур. Бер шулай “Ут ашатыу” йолаһын башҡарҙылар: ҙур ғына усаҡ тирәләй шаман бөтөрөлә, ә янындағы кешеләр утҡа ярма ырғыта, һуңынан был ғәмәлгә башҡалар ҙа ҡушыла. Йәки “Ҡан менән туғанлашыу”. Ринат Йосопов барған сағында шул йоланы башҡарыуҙа ҡатнашты: “Ырыу ағасы”на үҙ ҡаны менән “тамға” һалды.
Үҙҙәрен милләт булараҡ һаҡларға тырышыу тигәндән, уларҙа мигранттарға ла мөнәсәбәт икенсе: унда гастарбайтерҙар юҡ. Юғары квалификациялы белгестәрҙе генә ҡабул итәләр. Мәҫәлән, хирургтарҙы.
– Һеҙ төрлө илдәрҙә була­һығыҙ. Бындай аралашыу­ҙарҙан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтаһығыҙ?
– Төрөктәр, венгрҙар менән аралашҡанда үҙемде сит кеше итеп тоймайым. Әлбиттә, венгрҙарҙың теле, туғыҙ йөҙләп уртаҡ һүҙ булыуына ҡарамаҫтан, төрки телдәренән ныҡ айырыла, ғалим булараҡ әйтәм, сөнки ул фин-уғыр теле. Әммә уртаҡ нәмәләр күп. Аралаша-аралаша шул тиклем яҡынайып китәһең, әйтеп аңлатыуы ла ҡыйын. Бындай саралар ысын мәғәнәһендә халыҡтарҙы берләштерә, милли тойғоно нығыта, тип иҫәпләйем.
– Улар өлгөһөндә беҙҙә лә дәүләт кимәлендә нимәләр эшләп булыр ине икән?
— Бындай сараға милли рухлы власть вәкилдәре барһа, өйрәнһә, кәрәклеген аңлаһа, был тәңгәлдә нимәлер эшләүгә тәүге аҙым булыр ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең һабантуйҙар ҙа ныҡ рәсмиләште, йыйындар ҙа бер-береһен ҡабатлай башланы. Беҙгә был йәһәттән уйланырға кәрәк.
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы! Артабан да башҡа халыҡтар менән туғандарҙай аралашырға, фәһемле күҙәтеүҙәрегеҙҙе халҡыбыҙға еткерә барырға яҙһын.

* * *

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы­ның һабантуйҙарға бәйле фекере менән килешмәү мөмкин түгел. Улар ғына түгел, башҡа саралар ҙа күбеһенсә форма өсөн уҙғарыла башланы. Милли йөкмәтке юғала. Шул уҡ кейем дә сәхнә өсөн генә тегелә. Сәхнә кейеме лә булһын, әммә беҙгә боронғо ысын кейемде тергеҙергә һәм был эште ғалимдар ярҙамында башҡарып сығырға кәрәк. Был йәһәттән “Төньяҡ амурҙары” ойошмаһы егеттәренең эше маҡтауға лайыҡ. Ә көндәлек кейемгә милли һыҙаттар индереү мотлаҡ. Уҡ ярыштарын, ат уйындарын тергеҙеү ҙә кәрәк. Былар барыһы ла беҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлай торған саралар. Уйланайыҡ әле, йәмәғәт. Уртаҡ фекергә килеп, тейешле һығымта яһап, милләткә хеҙмәт итерлек күренештәрҙе тормошобоҙға индерәйек.
Фәнил КҮЗБӘКОВ әңгәмәләште, “Ҡоролтай тауышы” гәзитенән

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *