Милләт көсө – берҙәмлектә

IMG_1973Башҡортостандың Сибай ҡалаһында 27 августа күләмле сара – “Башҡорт халҡы Рәсәй именлеге һәм үҫеше өсөн” тип исемләнгән төбәк-ара форум үтте. Былтыр ноябрҙәге Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң Башҡортостандағы һәм күрше төбәктәрҙәге бөтөн ҡоролтай рәйестәрен бер урында туплаған тәүге мәртәбәле сара булды форум.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, урындағы ҡоролтайҙар эшмәкәрлеген йәнләндереү – көн талабы. Бөгөнгө сара көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, киләсәккә эш планын билдәләү өсөн кәрәк. Ҡоролтай етәксеһе үҙенең сығышын форум делегаттарын ғына түгел, бөтөн башҡорт халҡын борсоған мәсьәләләргә бағышланы.

IMG_9099– Һуңғы йылдарҙа бик ҡурҡыныс тенденция барлыҡҡа килде: Берҙәм дәүләт имтихандарына һылтанып, туған телдәрҙә уҡытыуҙы ҡыҫҡартыу бара, – тип һүҙ башланы Ҡоролтай етәксеһе. – Рус телендә уҡытыуҙың ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнен беҙ үҙебеҙҙең тәжрибә нигеҙендә беләбеҙ. 90-сы йылдарҙа ҙур тырышлыҡ менән асылған башҡорт милли гимназия һәм лицейҙары бөгөн үҙҙәренең милли йөҙөн юғалта. Ҡулайлаштырыу һылтауы менән күптәренә башҡа милләт балаларын килтереп тултырҙылар, уҡытыу рус теленә күсерелде. Бындай гимназия һәм лицейҙары исемлеген дә бирә алабыҙ.

Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, милли мәғариф проблемаларын хәл итеү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Мәғариф һәм фән комиссияһы ойошторолған. Уны филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле дәреслектәре авторы Вәкил Хажин етәкләй. Комиссия составына Фирҙәүес Хисаметдинова, Мәрйәм Бураҡаева, Гүзәл Вилданова, Миндибай Юлмөхәмәтов кеүек мәғариф өлкәһендәге билдәле кешеләр ингән. Ҡоролтай ағзалары 2016 йылда мәғариф өлкәһендәге төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа, “Ҡала башҡорттары” IX төбәк-ара конференцияла әүҙем ҡатнашҡан, комиссияға тәжрибәле методистар, уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын йәлеп итеп, конференцияға әҙерлек сиктәрендә 6 ҡалала – Туймазы, Октябрьский, Дүртөйлө, Нефтекама, Мәләүез һәм Ишембайҙа – белем усаҡтарын тикшергән. Әммә, етәксе әйтеүенсә, былар ғына аҙ. Милли мәғариф өлкәһендәге ваҡытты юғалтыу менән киҫкенләшә барған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бергәләп тотонорға, әүҙем булырға кәрәк. Шул саҡта уларҙың осона сығып, күп нәмәгә ирешеп була.

IMG_9083Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ҡыҫҡартып, рус теленә өҫтөнлөк биргән мәктәптәрҙе яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева ла тәнҡитләп сыҡты.

– Туған башҡорт телебеҙ – ул сәләмәтлек, медитация, ата-әсәләр менән аралашыу һәм һәләтте асыу теле. Әгәр бала үҙ теленән яҙа икән, тимәк, тәбиғәттән бирелгән һәләттәренең бер ҡасан да асылмауы ихтимал. Уйлап ҡарайыҡ әле, милләттәштәр, – тип залға мөрәжәғәт итте ил инәһе. – Урыҫ телендә аралашырға кәрәк, ҡатнаш ғаиләләлә тыуған балалар вундеркинд була, тигән мәкерле сәйәсәт алып барылды бығаса. Урыҫ теленә күскән кешеләр үҙҙәрен урыҫ һанай. Әммә һеҙҙе был милләт үҙенеке тип ҡабул итәме? Был – беренсенән. Икенсенән, әгәр ҡатнаш ғаиләлә вундеркиндтар тыуһа, беҙ күптән Ҡытай менән Японияны уҙып китер инек.

Мәрйәм Бураҡаева тағы бер уйландырырлыҡ миҫал килтерҙе:

– Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғоловтың башҡорт бал ҡорттары тураһындағы докладын тыңларға тура килгәйне. Башҡорт ҡорттары икенсе төр ҡорттар менән аралашҡанда тәүҙә уларға мул итеп бал бирә, һуңынан әкренләп үҙҙәре юғалыуға дусар була. Мин үҙебеҙҙе ошо башҡорт ҡорто кеүек күрәм, – тине әҙибә. – Үрҙән алып барылған сәйәсәтте, кире тенденцияны туҡтатып булмай, әммә уны диңгеҙҙә торғанда тулҡынды үткәргән кеүек үткәреп ебәрергә була бит. Туған телде, милләт булараҡ башҡортто һаҡлау буйынса алып барған эштәрҙе тыныс ҡына дауам итә алабыҙ.

Мәрйәм Бураҡаева милли мөхит булдырып, балаларҙы 21 көн эсендә башҡорт рухлы итеп тәрбиәләп сығарған “Йәйләү” этнолингвистик лагеры, Башҡортостанда йәйелдерелгән “Ағинәйҙәр” хәрәкәте тураһында ла әйтеп үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисамитдинова республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методистар институтының бөтөрөлөүенә бәйле хафаһын белдерҙе. Ғалимә әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының милләтен ҡайғыртыусы ойошма булараҡ башҡорт теле дәрестәренең нисек уҡытылыуын тикшерергә хоҡуғы бар, һәм ул ошо хоҡуҡтарынан мотлаҡ файҙаланырға тейеш.

– Ғөмүмән, туған телде һаҡлауҙы һәр беребеҙ үҙенән башлаһын ине, –тип өндәште пленар ултырышта ҡатнашыусыларға Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. – Бер генә һорау: балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме?

IMG_1644Ҡоролтай ултырышында дин мәсьәләһенә лә айырым иғтибар бирелде. Республикала рәсми рәүештә эшләп килгән дини берләшмәләр, ағыулы тырнағына эләктереү өсөн ялған мәғлүмәт таратҡан радикаль ағымдар тураһында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Советы рәйесенең советнигы Руслан Ҡарамышев сығыш яһаны. Белгес әйтеүенсә, радикализм, экстремизмды таратыусылар уғата әүҙем. Миҫал өсөн, һәр кемебеҙгә таныш Рәсәйҙә тыйылған ойошмаларҙың береһе, телевидение, интернет һәм башҡа мөмкинлектәрҙе ҡулланып, айына өс меңләп мәғлүмәт тапшыра. Ә Рәсәйҙең Террорға ҡаршы милли комитеты йылына ни бары 200 мәғлүмәт әҙерләй. Вәхшиҙәрҙең тоҙағына төшмәҫ өсөн Руслан Ҡарамышев һәр осраҡта ла кеше күңелен дауалау менән шөғөлләнгән, махсус белеме булған дин эшмәкәрҙәренә – имамдарға, священниктарға, раввиндарға һәм ламаларға мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.

– Башҡорт халҡы милләт булараҡ әле иң ҡатмарлы осорҙа йәшәй. Глобалләшеү шарттарында нисек милләт булараҡ һаҡланып ҡалырға? – тигән һорау ҡуйҙы артабан сығыш яһаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты комиссияһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы, профессор Ғәфүр Сәлихов. – Әлбиттә, миллилегебеҙҙе юғалтмайыҡ тип, донъянан йәшеренә алмайбыҙ. Радио-телевидение ғына түгел, һәр өйгә интернет кергән заман. Әммә беҙ ошо цивилизация алып килгән мөмкинлектәрҙе үҙебеҙҙең файҙаға ҡуллана алабыҙ ҙаһа. Шул уҡ интернетта башҡорт журналистары әүҙемерәк яҙышһа, башҡортса мәғлүмәттәр тағы ла артһа, яҡшыраҡ булмаҫмы?

IMG_9084Профессорҙың һүҙен Ҡоролтайҙың тарих комиссияһы рәйесе, БашДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев та ҡеүәтләне.

– Көрсөктәр булып тора. Әммә уларҙы хәл итеүҙең уңышлы юлдары ла табыла. Глобалләшеү алып килгән ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырбыҙ, көрсөк үҫеш өсөн этәргес булыр, тип ышанабыҙ. Ни бары эште хәл итеүгә күмәкләп тотонорға кәрәк, – тип, берҙәм булырға саҡырҙы тарихсы.

Пленар ултырышта шулай уҡ республикала эшҡыуарлыҡ үҫешенә дәүләт ярҙамы мәсьәләһе лә ҡаралды. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, эшҡыуарҙар дәүләттән ниндәй ярҙамға өмөт итә ала, ғөмүмән, Ауыл хужалығы министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында ҡаралған программалар тураһында Баймаҡ район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге ҡарамағындағы “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Даурбәков һөйләне. Белгес әйтеүенсә, республикала коллектив хужалыҡтарҙы, шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн ул ҡыҙыҡһынғандарға үҙҙәренең район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итте.

Пленар ултырыш барышында Әмир Ишемғолов яңыртылған Ҡоролтай составында һөҙөмтәле эш алып барған 10 комиссия эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Алда һүҙ алып барылған мәғариф һәм фән, башҡорт халҡының тарихы мәсьәләләрен ҡараған комиссияларҙан тыш, эш төркөмдәре йәштәр һәм спорт, мәҙәниәт, дин, мәғлүмәт сәйәсәте, демография, ғаилә, урындағы үҙидаралыҡ, эшҡыуарлыҡ кеүек темаларҙы ла контролдә тота.

Ҡоролтай бөгөн Башҡортостандан ситтә йәшәгән миләттәштәр менән дә даими бәйләнештә. Башҡортостан Республикаһында Свердловск башҡорттары мәҙәниәте көндәре, Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көндәре үткән.

– Ут күршебеҙ Татарстанда милләттәштәребеҙ рухын күтәрерлек сара – “Ҡурай байрамы” үтеүе лә – сағыу тарихи ваҡиға! – тип билдәләне Әмир Ишемғолов.

Ҡоролтай рәйесе әйтеүенсә, йәмәғәт ойошмаһы үҙенең эшмәкәрлеген мәҙәни саралар үткәреүгә генә ҡайтарып ҡалырға йыйынмай.

– Йәмәғәт ойошмаһы булараҡ төрлө гранттар алыуға конкурстарҙа ҡатнашырға ниәтләйбеҙ. Ҡоролтай ҡарамағында ауыл хужалығы кооперативы булдырырға, тигән уй ҙа бар, – тип, етәксе алға китеп пландары менән таныштырҙы форумсыларҙы.

Ҡоролтай аппаратына урындарҙағы ҡоролтай рәйестәрен йыйылышҡа бер урында туплауы еңел түгел. Билдәле, быға ике яҡтан да ярайһы ҙур сығымдар талап итә. Ошоно күҙ уңында тотоп, Ҡоролтай етәкселеге район һәм ҡала ҡоролтайҙарын алты зонаға бүлеп ҡарарға, йәғни төбәк-ара ҡоролтайҙар төҙөргә ҡарар итте. Был турала ултырыш барышында Әмир Ишемғолов иғлан итте. Уның тәҡдимен урындағы ҡоролтай рәйестәре, айырыуса Өфөнән йыраҡта йәшәгән милләттәштәр хуплап ҡаршы алды.

IMG_1928– Заманалар ниндәй генә булмаһын, милләтебеҙҙең аҫаба рухлы, сая йөрәкле, барыһын да үҙе артынан әйҙәй алырлыҡ йәштәре булды, бар һәм буласаҡ, – тип ултырышты дауам итте Әмир Миңлеәхмәт улы. – Ҡоролтайҙың маҡсаты – көнүҙәк мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү өсөн ҡоролтай эргәһендә барлыҡ башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмаларын туплау. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу, республика күләмендәге эштәрҙе хәл итеү һәм тәү ҡарашҡа еңелдән булмаған маҡсаттарға ирешеү өсөн берҙәм булырға кәрәк. Был – хәҡиҡәт. Шуны иҫәпкә алып, башҡарма комитет ағзалары менән килешеп, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Бөгөн Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының тәүге ойоштороу съезы үтәсәк, уставтарын ҡабул итәсәкбеҙ, башҡарма комитеты, уның рәйесе һайланасаҡ, –тип пленар ултырыштан һуң үтергә тейешле йәштәр съезына асыҡлыҡ индерҙе етәксе.

Алғараҡ китеп шуны әйтәйек: Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре съезында йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашып, яңы ойошманың уставы, башҡарма комитеты һайланды. Ә уның етәксеһе итеп бер тауыштан “Арғымаҡ” этнотөркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов раҫланды.

Интернет селтәрендә барған файҙаһыҙ һүҙ көрәштереүгә бәйле фекерен дә әйтеп үтте Әмир Ишемғолов. Етәксе әйтеүенсә, бөтөн эште Ҡоролтайҙан көтөп ятыу урынһыҙ.

– Бөгөн шул эшләнмәй, был эшләнмәй, тип тәнҡитләргә яратыусылар күбәйҙе. Ә кем эшләргә тейеш һуң милләткә ҡағылған барлыҡ был эштәрҙе, кемдән күрһәтмә кәрәк? Тот та үҙең эшлә! Ситтән күҙәтеп, нимәлер эшләргә ынтылғандарҙы хурлау, бысраҡ өйөү беҙҙең милләтте күтәрмәй. Эйе, тәнҡит кәрәк, ләкин ул бит тик әрләшеүгә ҡоролорға түгел, ә аныҡ ғәмәлдәргә килтерергә тейеш, – тип, Ҡоролтай етәксеһе яманлашыуҙан туҡтарға, милләт хаҡына берҙәм эшләй башларға саҡырҙы.

IMG_9118Ултырыш һуңында БАССР-ҙың 100 йыллығына бәйле ойошторолорға тейешле саралар, башҡараһы эштәр тураһында һөйләшеү алып барылды.  Ҡоролтай рәйесе билдәләүенсә, тәү сиратта ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткән “Башҡортостандың 100 йыллығына – өр-яңы 100 объект” күләмле республика акцияһына ҡушылырға кәрәк.

– Юбилей объекттары иҫәбенә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт учреждениелары, социаль, юл, инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары инергә тейеш. Йәғни йәмғиәтебеҙҙең өс йыл эсендә ҡала һәм ауылдарҙағы тормошто яҡшыртырлыҡ яңы ҙур объекттарға эйә булыуы шарт. Теге йәки был учреждениеға ҡағылышлы тәҡдимде республика халҡы индерә. 6 сентябрға тиклем тәҡдимдәрегеҙҙе Ҡоролтайҙың электрон адресына (kurultay-ufa@mail.ru) ебәрегеҙ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Хөкүмәт ҡарамағына тапшырырбыҙ, – тине рәйес.

Был тәңгәлдә Ҡоролтайҙың үҙенең дә пландары бар. Әле Башҡорт Совет Автономияһының 100 йыллығына 100 шәхестең исемен мәңгеләштереү, Зәки Вәлидигә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл ҡуйыу, «Өфө» аэропортына Муса Гәрәевтың исемен биреү кәрәклеге тураһында киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт булды. Быйыл башҡорт милләтенең ғорурлығы булған тағы бер мөһим объект – Ырымбурҙағы “Каруанһарай” төҙөлөүенә 170 йыл тула. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте, Ырымбур өлкәһе етәкселеге, өлкә ҡоролтайы менән берлектә үтәсәк ошо мәртәбәле сараға әҙерләнә.

– Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына әҙерлек сараларында һәр кемебеҙ ҡатнашһын, – тине рәйес, пленар ултырышты тамамлап.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы матбуғат хеҙмәте

 

 

 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *