“Ошо ерҙә Юлай кереш тартҡан, Салауаттар үҫкән уҡ юнып…”

уксыКүсәрбай Аҡсулпанов кубогына традицион уҡ атыу турнирының күркәм һәм ойошҡан кимәлдә үтеренә ышанғайным. Яңылышмағанмын, сәм, милли рух мөхитенә солғанып, бәйгегә килгән һәр кем оло шатлыҡ кисерҙе был көндө. Күңел талабы, рух ҡушыуы буйынса Башҡортостаныбыҙҙың Учалы, Бөрйән, Ғафури, Баймаҡ райондарынан, Сибай, Учалы, Өфө ҡалаларынан, күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән мәргәндәргә, оло эш башҡарыусы уҙамандар – ойоштороусыларға ҡарап, бының ошолай икәненә инанаһың.


Иҫегеҙҙәлер, быйыл йәй йәмле Ғафури ерендә, Еҙем буйында “Мәргән уҡсы” фестивале үткәйне. Һәм бына ошо саранан дәрт, көс-ҡеүәт алып, яңы ниәттәр менән янған уҡсылар сираттағы турнирҙы баш ҡалабыҙҙың 158-cе башҡорт гимназияһы майҙанында үткәрергә хәл итте. Бәйге Уҡлығая ерлеген, дала киңлеген даулаһа ла, бер аҙҙан ярыш сәме быны онотторҙо. Милли кейемдәрҙә, уҡ-һаҙаҡтары менән килгән уҡсылар араһында йәштәрҙең дә, ололарҙың да, төрлө милләт вәкилдәренең, урта быуаттағы швед уҡсыһы кейемендә килгән бәйгесенең дә барлығы үҙенсәлекле тамаша ине.
Уҡ атыу ныҡышмалылыҡ, эҙләнеүҙәр, еңеү-еңелеүҙәр аша тупланған тәжрибә, оҫталыҡ талап итә. Сара ошо шөғөлдө пропагандалау менән бергә халыҡтарҙың йолаларын өйрәнеү, милли кейемдәрҙә йөрөү мәҙәниәтенә иғтибарҙы йүнәлтә. Ярыштың өс төрөндә мәргәнлеген һынап, оҫталығын күрһәтте, тәжрибә тупланы һәм уртаҡлашты ҡатнашыусылар. Майҙанда яңғыраған ҡурай моңо, дәртле-сәмле ауаздар аҫтында ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы бәйге. Һәм, ниһайәт, бына ул еңеүселәр – Учалы районынан Рөстәм Фазлетдинов (I урын), Өфө районынан Роберт Хәмиҙуллин (II урын) менән Рушан Хәсәнов (III урын). Улар менән бергә бәйгелә гүзәл заттың һәм мәктәп уҡыусыларының ҡатна­шыуы ла ҡыуаныслы. Насип булһа, киләсәктә беҙҙә лә уҡ атыу мәктәбе булдырылыр, халыҡ уйындары, шөғөлдәре тергеҙелеп, милли булмышыбыҙ заман ҡарашында сағылыр.
Күсәрбай Аҡсулпанов исемендәге бәйге ыңғай тәьҫораттар уятып, майҙанға килгән һәммәһен сәмләндереп, тәндәренә ҡеүәт, күңелдәренә ял бирҙе. Сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән М. Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева, “ДОМОФОН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Наил Кәримов, Салауат Ғәниев, Күсәрбай батырҙың ейәне Юлай Аҡсулпанов, Юлай Ғәлиуллин, Артур Батыршин, Ғәлинур Зариповҡа һәм бәйгегә килгән һәммәһенә – оло ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре. Мәргән уҡсылар ҙа, сараны ойоштороусылар ҙа, тамашасылар ҙа – һәр береһе үҙ сәбенә тейҙергәндер, маҡсатына ирешкәндер, моғайын. Киләһе бәйгеләрҙә осрашҡанға тиклем, мәргәндәр!

Розалия ЗАРИПОВА, “Башҡортостан” гәзите

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *