“Бөтә күркәмлеген уға биргән киң күңелле ҡартлас Уралы”…

Ишмулла Дилмөхәмәтов 1928 йылда Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Атаһы — атаҡлы ҡурайсы Ишҡәле Дилмөхәмәтов. Бәләкәй Ишмулла дүрт йәшенән үк мәжлес-йыйындарҙа атаһының ҡурай моңдарына үҙенсә ҡушылып йырлай, бейей башлай.
Йылдар үткәс, Ишмулла ла, ҡустыһы Сәйфулла ла данлыҡлы халыҡ ҡурайсылары булып таныла.
Ишмулла Дилмөхәмәтовты халыҡ талантлы драма артисы булараҡ та яҡшы белә. 1943 йылда 15 йәшлек кенә ҡурайсы егетте көтөүсе булып йөрөгән еренән артистар бригадаһы Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә саҡырып, үҙҙәре менән алып китә, сөнки саҡматаштай тәбиғи таланттың ҡурайҙа башҡарыу маһирлығы, йөҙө, буй-һыны шундай кимәлдә сағыу була — тот та хәҙерҙән профессиональ сәхнәгә баҫтыр.

Ул ваҡытта Баймаҡ колхоз-совхоз театрының (хәҙерге А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) баш режиссеры булып Сәхи Сәйетов эшләй. Ул егеттең тәүге сәхнә уҡытыусыһы ла, режиссеры ла була. Бер аҙҙан Ишмуллаға Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” пьесаһынан — Хәлилде, А. Островскийҙың “Ете юл сатында” драмаһынан Саня ролен, Ғаджибәковтың “Аршин мал алан” комедияһынан Сауҙагәр егет ролен бирәләр. С. Сәйетовтың егеткә ҡарата өмөттәре тулыһынса аҡлана.
Ишмулла 1949 йылда армия сафына саҡырыла. Совет Армияһында хеҙмәт иткән осор ҙа, Кавказ хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә эшләү ҙә уны сәнғәт юлында йәнә бер баҫҡысҡа күтәрә.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, 1954 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтовты Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алалар. “Ул йылдарҙа театрҙың баш режиссеры СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков ине. Арыҫлан ағай күп уйлап тормай ”Таңсулпан” спектакленән үҙе уйнап йөрөгән Айсыуаҡ ролен тота ла Ишмуллаға тапшыра. Эш барышында ул Ишмулланан уйнайһы образы хаҡында тәрән уйланыуҙы, ваҡиғаларҙы йөрәк аша ҡабул итеп, бар булмышы менән образға инеп йәшәүҙе талап итә. Үҙе шундай итеп күрһәтеп бирә — Ишмулла, һоҡланып, хайран ҡала! Был уның ҙур сәхнәлә тәүге роле була. Партнер булараҡ Рәғиҙә Янбулатова ла роль өҫтөндә эшләгәндә уға ихлас ярҙам итә. Ишмулла Айсыуаҡ образы аша Өфө тамашасыһына бар булмышы һәм актерлыҡ һәләте менән килеп баҫа. Уның һөйкөмлө, һомғол ҡиәфәте, шауҡымлы Мөбәрәковтан йоҡҡан ярһып торған темпераменты, моңло тауышы халыҡтың күңеленә үтеп инде”, — тип яҙа үҙенең хәтирәләрендә бөйөк шәхестең ғүмер юлдашы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әнисә Дилмөхәмәтова. Әйткәндәй, күп тә үтмәй, А. Мөбәрәков М. Фәйзиҙең “Аҫылйәр” пьесаһынан Ишмуллаға — Шәрәф, ә Әнисәгә данлыҡлы актриса Рәғиҙә Янбулатова уйнап йөрөгән Ләлә ролен бирә.
Бына шулай бөйөк сәхнә оҫталарының изге фатихаһы менән ҙур сәхнәгә юл ала артист, ҡабатланмаҫ таланттары күкрәп ижад иткән легендар Башҡорт дәүләт академия драма театрының тылсымлы, мөғжизәле ижадына сума. Әҡлимә Садиҡова, Ғәзим Туҡаев, Рим Сыртланов, Әмин Зөбәйеров, Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғималетдин Минһажев һәм башҡа бик күп билдәле артистар менән бергә эшләй, бер-бер артлы донъя күргән сәхнә образдары менән тамашасыларҙың оло мөхәббәтен яулай. Бына ул образдарҙың бер нисәһе: «Башмағым»да (Х. Ибраһимов) – Ғәлим, К. Тинчуриндың «Зәңгәр шәл»ендә — Булат, М. Фәйзиҙең «Аҫылйәр»ендә — Шәрәф, С. Ямалдың «Ҡара сәскәләр»ендә — Надир, Ҡ. Даяндың «Таңсулпан»ында — Айсыуаҡ, З. Биишеваның «Серле ҡурай» драмаһында — Кинйәбай, С. Мифтаховтың “Зимагорҙар” пьесаһында — Күҙрәш, Н. Хикмәттең “Мөхәббәт тураһында легенда” әҫәре буйынса спектаклдә — Фәрхәт. Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡарған сәхнә геройҙары тәбиғәттең үҙе кеүек ябай ҙа, ҡатмарлы ла: ҡояшлы йә йәшенле, сағыу йә болотло, ел-ямғырлы йә һил. Был сифаттар артист тарафынан үҙенең генә шәхси биҙәктәренә төрөлөп, ҙур оҫталыҡ һәм нескәлек менән барып етә тамашасы күңеленә. Режиссерҙар уны бигерәк тә йырлы ролдәргә йәлеп итә. Театрҙа эшләгән йылдарҙа ҡурайсы һәм йырсы булараҡ та ул төрлө мәҙәни форумдарҙа ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай. 1965 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән эстрада артистары конкурсында ҡатнашып еңеү яулай.
И. Дилмөхәмәтов М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында һөҙөмтәле эшләй. Артабан ул үҙенең барлыҡ көсөн, дәртен, һәләтен эстрада артисы, йырсы, ҡурайсы эшмәкәрлегенә бағышлай. Башҡорт дәүләт филармонияһына күсеп, концерт бригадаһы етәксеһе сифатында гастролдәрҙә йөрөй. Ошо ваҡыттан башлап уны, талантлы халыҡ музыкантын, фольклор төркөмдәре составында сит илдәргә саҡыра башлайҙар.
Репертуары иһә ифрат бай була. Башҡорт халыҡ йырҙарынан «Урал», «Сибай», «Ҡаһым түрә», «Ильяс», «Баяс», «Зөлхизә», «Маһисәрүәр», «Ҡурайсы егеткә», «Кейәү», «Элмәлек» һәм «Ғилмияза» кеүек көйҙәрҙе ул үҙенә генә хас моң һәм күкрәк тауышы менән барлыҡ милли нескәлектәрендә башҡара. Уның “Уралым” йырын ғына алайыҡ — халыҡсанлыҡтың, тәбиғилектең, тимәк, бөйөклөктөң үҙе был башҡарылыш: ҡаҡшамаҫ рух, миллилек, иреккә ынтылыш, көс-ғәйрәт, моң, мөхәббәт — барлыҡ изге хистәр тупланмаһы сағылышы кеүек был йыр уның йырлауында. Үҙ-үҙен тотошонда ла, йырҙарында ла ябайлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы һаҡлай артист. Ул виртуоз ҡурайсы, өзләүсе, опера өсөн либретто яҙыусы ла. Заһир Исмәғилевтең “Урал илселәре”, “Аҡмулла”, “Ҡаһым түрә” опералары уның либреттоларына яҙылған.
Ишмулла Дилмөхәмәтовтың мәшһүр исемен бөгөн ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова, ейәнсәре Айым дауам итә.
Шәхестең йыр-моң аша яңғыраған даны, республикабыҙ, илебеҙ сиктәренә генә һыймай, сит илдәргә, төрлө ҡитғаларға саҡлы таралды. Өфө менән Ҡазан, Мәскәү менән Санкт-Петербург халҡы Ишмулланың йыр, ҡурай моңдарын бөтә нескәлеге менән тойоп, һоҡланып алҡышлаһа, Париж менән Рим, Берлин менән Стокгольм, Бомбей менән Токио ҡыу ҡурайҙан шунса моң ағылыуға хайран ҡалып ҙур-ҙур сәнғәт, спорт һарайҙарын шаулатып ҡул сапты. Франция, Германия, Пакистан, Италия, Польша, Бирма, Швеция, Венгрия, Иран, Швейцария, Афғанстан, Япония халҡын артист үҙ туған халҡы, уның мәҙәниәте менән таныштырҙы.
Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы һәм солисы булып Ишмулла Дилмөхәмәтов 1984 йылға — ғүмеренең аҙағына саҡлы эшләй.
Ҡурайсылыҡ сәнғәтендә Ишмулла Дилмөхәмәтовтың исеме айырым урынды биләй, әлегә “Ишмулла Дилмөхәмәтов феномены” тулыһынса өйрәнелмәгән.
Ишмулла Дилмөхәмәтовтың башҡорт халҡының иң оҫта ҡурайсыларының береһе булып китеүендә артистың драма театрында эшләүе (драма сәхнәһендә образға инеү, ваҡиғаларҙы йөрәгең аша үткәреү, уларға ҡарашыңды белдереү, тамашасыға геройҙың бөтә кисерештәрен еткереү маһирлығы һ.б.) ҙур роль уйнай һәм мәшһүр артистың ижад юлын театр сәнғәтенән башлауы менән театр әһелдәре тик ғорурлана ғына.
Шағир Аҫылғужаның ҡурайға ҡарата әйткән шундай шиғри юлдары бар:
“Бөтә гүзәллеген уға биргән
Киң күңелле ҡартлас Уралым!”
Был һүҙҙәрҙе бар яҡлап та һәләтле, мәшһүр ир-уҙаман, Урал бөркөтөләй сая рухлы, моңло, талантлы тәбиғәт балаһы Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин: бөтә гүзәллеген уға биргән киң күңелле ҡартлас Уралы.

Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА, «Башҡортостан» гәзитенән

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *