Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев — публицист

Йәмғиәттә, кешеләр араһында йәшәп килгән тәртиптәрҙе камиллаштырыу юлында публицистиканың тиңдәшһеҙ ҡорал булыуы күптән билдәле. В.Г.Белинский, А.И.Герцен, Н.Г.Чернышевский, Н.А.Добролюбов кеүек бөйөк рус революционер-демократтары социаль йөкмәткеле үткер публицистиканың бик юғары үрнәктәрен күрһәттеләр.
«Алдынғы рус публицистикаһы азатлыҡ көрәшендә актив ҡатнашып, халыҡты ҡоллоҡта тотоусы крепостной ҡоролошто һәм ҡырағайлыҡты фаш итте. Помещиктар менән чиновниктар йәмғиәтендәге «тере мәйеттәр»ҙән, палачтарҙан үлтергес көлөү менән көлдө. Ул хакимлыҡ итеүсе синыфтарҙың бөтә битлектәрен йыртып ташланы, ябай халыҡтың әсе яҙмышын күрһәтеп, ҡыйыу рәүештә «иҙелеүселәр»ҙе һәм «йәберләнеүселәр»ҙе яҡланы. Ул халыҡтың михнәт сигеүендә кемдәрҙең ғәйепле булыуын әйтте, алдынғы кешеләрҙең ҡайһылай булырға тейешлеген, ысын ирек, кешелек бәхетен нисек яулау юлдарын өйрәтте. Публицистика үҙенең иң алдынғы эшмәкәрҙәре йөҙөндә рус халҡының уй-тойғоларын яҡты киләсәккә алды»

Дөрөҫ, XIX быуатта Башҡортостанда синыфтарға бүлгеләнеү һәм синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар Россиялағы синфи бүлгеләнеүҙән һәм синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар дәрәжәһенән байтаҡҡа алыҫ ине, икенсенән, халыҡ аңындағы рухи азатлыҡҡа, иреккә ынтылыу тойғоһо батша самодержавиеһы һәм уның ялсыһы булған ислам дине әһелдәре тарафынан ҡаты эҙәрлекләнеп килде. Бына ошондай сәбәптәр арҡаһында XIX быуатта Башҡортостанда пуб­лицистика рус публицистикаһы юғарылығына күтәрелә алманы. Шулай ҙа ҡараңғылыҡҡа, дини фанатизмға, колонизация политикаһына ҡаршы сығыусы, белем алырға, һөнәргә өйрәнергә, кешелекле булырға саҡырып сығыш яһаусы эшмәкәрҙәр бар ине. Шағир Мифтахетдин Аҡмулла менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев публицистиканың төрлө төрҙәрен ҡулланған: халыҡ, депутаттар алдында сығыш яһаған, мәҡәлә, очерк, фельетондар яҙған, тәржемәләр эшләгән һәм шуларға аңлатмалар биргән. Мәғрифәтселек юлында алдынғы рус мәҙәниәте менән рус фәненә йөҙ тотоу, батша самодержавиеһының колонизация, бәләкәй халыҡтарҙы иҙеү, мыҫҡыл итеү сәйәсәтен фашлау — ул сығыштарҙың, очерк, мәҡәлә, фельетондарҙың тәржемә һәм шуларға бирелгән аңлатмаларҙың төп идея мотивтары бына шундай.
Өмөтбаев публицистикаһының иң тәрән һәм иң көслө өлөшө мәғрифәтселек өлкәһенә ҡарай. Был юлда ул ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Туған халҡының наҙанлыҡта, ҡараңғылыҡта йәшәүен күреп килгән һәм шул хәлдән ҡотолоу юлдарын ниндәйҙер дәрәжәлә аңлаған Өмөтбаев халыҡ мәғарифын юлға һалып ебәреүҙә ҡыйыу пландар, тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Өфө өйәҙ земствоһының 1881 йылдың 24 октябрендәге сираттағы VII йыйылышында шул земствоға гласный итеп һайланған Өмөтбаев бына ниҙәр һөйләй: «Хөкүмәт беҙҙең мосолман халҡын күптәнән бирле уҡытып, аң-белемле итергә тырыша. Ләкин эш бер ҙә генә алға бармай. Европа фәндәрен юғары һәм урта уҡыу йорттарында рустар менән бергә уҡығандар ғына үҙләштерә, улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡөрьән буйынса шәриғәт фәндәрен уҡытыу беренсе сиратта ҡаралғанлыҡтан, хөкүмәт рус-татар уҡытыусылары мәктәптәре асҡан. Унда баштараҡ хатта ысын муллалар ҡабул ителә ине. Улар, руслашып китеүҙән ҡурҡмайынса, ҡыйыу рәүештә Европа фәндәрен уҡынылар һәм уның файҙаһын аңлатып бирергә өйрәнделәр… Был системаны һуңғы ваҡытта үҙгәртеп ебәрҙеләр: хәҙерге көндә унда ла, башҡа уҡыу йорттары миҫалында, хатта үҙенең дини закондарын да белмәгән кешеләрҙе ҡабул ҡылалар. Улар ниндәйҙер дәрәжәлә белем алалар, ләкин фән серҙәрен шәриғәт закондарына бәйләп аңлатып бирә белмәйҙәр, халыҡ уларҙы ихтирам итмәй. Шуның арҡаһында ундай мәктәптәрҙә йыл буйына бер эш эшләмәйенсә ятыусы уҡытыусыларҙан башҡа бер кем дә юҡ. Ә ведомостәрҙә, ҡағыҙҙарҙа юҡ уҡыусылар бар булып күренә. Шуның өсөн мосолмандарҙың рус уҡытыусыларына ышанып етмәүен имамдарҙың ҡотҡоһо арҡаһында ғына тип ҡарарға ярамай. Аҙмы-күпме грамотаһы булған мосолмандар, шул иҫәптән мин дә, башҡорт араһында Европа фәндәрен уларҙың үҙ туған телдәрендә уҡытыуҙы мәғрифәт таратыуҙағы иң мәшәҡәтһеҙ һәм иң дөрөҫ юл тип һанайбыҙ.
Европа халҡы байтаҡ фәндәрҙе көнсығыш телдәренән үҙ теленә күсергәне һәм Европалағы һәр бер милләт фәнде үҙ туған телендә уҡып белем алғаны кеүек, Европа фәндәрен дә көнсығыш телдәренә әйләндереү кәрәк. Төп башҡорт булараҡ, миңә шулар мәғлүм: уҡымышлы кешеләр, шәриғәт менән бер рәттән, тарихи романдарҙы уҡырға бик әүәҫтәр. Тик, яңы китаптар юҡлыҡтан, башҡорт күберәк үҙ китабын һөйләүсе булып ҡала. Шулай итеп фараз ҡылып булалыр: әгәр мосолман, үҙ телендә уҡып, Европа фәндәренең зарарлы түгеллеген аңлап алһа, рус уҡытыусыларына дошман күҙе менән ҡарамаҫ ине. Шуға күрә, мосолмандарҙы донъяуи фәндәр, бөгөнгө көн менән таныштырыуҙы башлап ебәреү маҡсатында, земство йыйылышынан хөкүмәт алдына, беренсенән, уҡыу әсбаптарын татарсаға тәржемә итеп баҫтырыуҙы, икенсенән, татар телендә газеталар, география һәм тарих карталары сығарыуҙы хәл итеүҙе юллауын һорайым»2.
Күренеүенсә, Өмөтбаев ҙур таҫыллыҡ, логик нигеҙләүҙәр, анализ һәм сағыштырыуҙар юлы менән халыҡты үҙ телендә уҡытыу идеяһын ҡуйып, бының өсөн, берҙән, «уҡыу әсбаптарын татарсаға тәржемә итеп бөтөрөүҙе, икенсенән, татар телендә газеталар, география һәм тарих карталары сығарыуҙы хәл итеүҙе» күтәреп сыға. Тарихи үҫеш үҙе килтереп ҡуйған был талаптар дини һәм реакцион буржуаз идеологияның ҡаты ҡаршылығына осрап, быуылды. Тик Өмөтбаев үҙенең программа әһәмиәтендәге был тезисын эҙмә-эҙлекле рәүештә тормошҡа үткәреү өсөн бөтә көсөн һалды. «Татар теле грамматикаһы», «Татар лөғәтенсә балаларға һан күрһәтеү» китаптары, тарих һәм география карталары баҫтырып, был өлкәлә тәүге практик аҙымдарҙы эшләне.
Ул, әҙип булараҡ, әҙәбиәт уҡытыу хаҡында ла ҡайғыртты. «Әҙәбиәт һәм уҡыу-уҡытыу үҙ хөкүмәте булған халыҡтарҙа ғына алға киткән, — тип яҙҙы ул. — Аң-белем биреү һәм әҙәбиәтте үҫтереү хөкүмәт тарафынан хәстәрлек күргәндә генә үҫә, тигән фекер Көнсығыштағы аҡыл эйәләре миҫалында ла раҫлана. Мәҫәлән, Египетта ғәрәптәрҙән һуң татарҙар династияһы хакимлыҡ иткән (Але-Буя) һәм ниндәйҙер Хәжи-Байрам вәзир булған дәүерҙә, тарих, география буйынса күп хеҙмәттәр, шулай уҡ байтаҡ романдар яҙылған. Шуларҙың «Сәйфелмөлөк» тигәне Россияла ла киң билдәле.
Һәйбәт тормош кешеләргә генә түгел, хатта хайуандарға ла ниндәйҙер хәстәрлекле бер йән булғанда ғына килә. Мәҫәлән, әгәр умарталағы инә ҡорт үлһә, ҡалған ҡорттар бал йыймайҙар, ә теләһә ҡайһы яҡҡа таралышып бөтәләр. Шулар кеүек, беҙ ҙә хәстәрлекһеҙ йәшәй бирәбеҙ. Беҙҙе, Европалағы еврейҙар ише, байҙар ҡуҙғатып ебәрә алырҙар ине»3.
Был текста Өмөтбаевтың көслө яҡтары ла, көсһөҙлөгө лә асыҡ күренә. Әҙәбиәт, матбуғат һәм мәғариф, фән эштәрен тик үҙ милли дәүләтең һәм хөкүмәтең булғанда ғына юлға һалыу мөмкинлеген аңлай ул. Ләкин был хөкүмәттең функцияһын «ниндәйҙер бер хәстәрлекле йән» рәүешендә монархияға килтереп бәйләй. Ә уның «беҙҙе, Европалағы еврейҙар ише, байҙар ҡуҙғатып ебәрә алырҙар ине» тигән һүҙҙәрендә, стихиялы рәүештә булһа ла, тарихи дөрөҫлөктө аңлауы күренә. Билдәле булыуынса, буржуазия ижтимағи тормош аренаһына прогрессив күренеш рәүешендә тыуҙы. Феодаль тәртиптәрҙе емереп, етештереү сараларына хужа булып, сәйәси власты тулыһынса үҙ ҡулына алғансы, буржуазия үҙенең прогрессив функцияһын инерция буйынса дауам итә. Үҫешенең был стадияһында буржуазия етештереп сығарыуҙы арттырыу өсөн илдә иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәһендә революция үткәрә: завод-фабрикаларға физика, химия, математика кеүек теүәл фәндәрҙе белгән кешеләр генә эшләтә алған яңы типтағы ҡоролмалар, машиналар ҡуйыла. Буржуазия бындай кешеләрҙе әҙерләү өсөн мәктәптәр, училищелар, институттар аса. Шул нигеҙҙә фәндә, халыҡ мәғарифында буржуазия тарафынан һиҙелерлек эш эшләнә. Ул Европала ла шулай булды. Өмөтбаев бына шуларҙан сығып, «Беҙҙе, Европалағы еврейҙар ише, байҙар ҡуҙғатып ебәрә алырҙар ине», тип әйткәндер ҙә инде.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың публицистик эшмәкәрлеге үҙ халҡы араһында рус мәҙәниәтен пропагандалау идеяһы менән бергә ҡушылып үҫә. Рус мәҙәниәтен пропагандалауҙың бер күренеше булып бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтаны» әҫәрен тәржемә итеп баҫтырып сығарыуы тора (Ҡазан, 1900 йыл). Өмөтбаев был тәржемәлә текстың матурлығын, Пушкин поэзияһының сафлығын һаҡларға тырышҡан. Тәржемә яҡшы аңлашылһын өсөн ул ҡайһы бер исемдәрҙе, атамаларҙы төрки халыҡтары араһында киң таралған исем-атамаларға алыштырған, текстағы фразеологик берәмектәр, рус мәҡәлдәре, әйтемдәре урынына башҡорт, татар, шулай уҡ ҡырым татарҙары әйтемдәрен, мәҡәлдәрен, ҡанатлы һүҙҙәрен ҡулланған. Өмөтбаев «Баҡсаһарай фонтаны»ндағы Марияны «Диларачь-бикә» тип алған. Ошо айҡанлы «В.Х.Кондарака үҙенең Ҡырымды тасуирлауға бағышланған универсаль хеҙмәтенең 187-се битендә (XV бүлек) Марияны ни сәбәптән поляктарҙа ла, татарҙарҙа ҙа ла булмаған исем — Дилара итеп аталғанлыҡты белә алманым, тип яҙа»4. Өмөтбаев «шуның өсөн түбәндәгеләрҙе аңлатып китеүҙе кәрәк һанай»5. «Дилара һүҙенең һүҙмә-һүҙ тәржемәһе — «йөрәкте ҡол итеү». Фарсынан килгән исемдер. Ул, «Дилбәр» — йөрәкте үҙе менән алып китеүсе, «Дилриба» — донъя биҙәге тигән һүҙҙәр кеүек үк, тик һылыу ҡыҙҙар менән һылыу ҡатындарға ҡарата әйтелә. «Дил» — туранан-тура «йөрәк», «ара» — биҙәүсе, матурлаусы, нурлаусы тигән һүҙ. «Ара» һүҙе «аралан» ҡылымы менән «арастя» сифаты ҡушылыуҙан «дил-аресть», ә халыҡ телендә «диларач» һүҙбәйләнеше барлыҡҡа килгән. Тәржемәһе — матурлаусы, биҙәүсе, йәмләүсе. Ә «бикә» — бәк (бей) ҡыҙы тигәнде аңлата.
Был исемдең тарихи сығанағы бына былай.
Урта быуаттарҙа Диларачь-бикә исемле бына тигән бер һылыуҙың йәшәгәнлеге мәғлүм. Даны тирә-яҡҡа таралғанлыҡтан, уның исеме бөтә халыҡтар өсөн дә уртаҡ исемгә әүерелеп, матур ҡыҙҙарҙың һәр береһенә Дилара ҡуша башлағандар. Шулай булғас, «Баҡсаһарай фонтаны»ндағы һылыу Марияны ла Дилара тип атарға мөмкин. Ә Дилара һылыуҙың тарихы, моғайын, Урта Азияла йәшәүсе төрөк ҡәбиләләренең Көнсығыш Рим империяһына күсеп барған юлында булғандыр. Ни өсөн тиһәң, Мөхәмәҙиә тарихының бер урынында шағир былай ти: «Әгәр ҙә мин римляндарға китеп барған юлымда Дилараны күрергә тейешле булһам, ҡайҙа ғына — Сәмәрҡәндтә йәки Бохарала йәки башҡа берәй ҡалала булһам да, мин ул юлға мотлаҡ сығыр инем»6.
Шулай итеп, Пушкин әҫәрендә Марияның Өмөтбаевта ни өсөн Дилара булып киткәнлеге яҡшы аңлашыла: шағир әҫәрҙең эстәлеген тулыраҡ биреү өсөн уның образдар донъяһын төрки халыҡтар ерлегенә яҡынайтырға, уларға хас образдар ярҙамында фекерләргә тырышҡан. Ҡазанда 1900 йылда баҫылып сыҡҡан шул тәржемә китабында Пушкин, уның ижады һәм тормошо хаҡында Өмөтбаевтың инеш мәҡәләһе лә бирелгән. Унда түбәндәге юлдарҙы уҡыйбыҙ:
«Пушкин русса яҙыр ине, ләкин шул тиклем үткен яҙыр ине ки, уның яҙғандарына беҙ ҙә ят һәм сит булып ҡала алмайбыҙ. Уның яҙғандары һәр өлкәлә, һәр милләт тарафынан уҡыла торған гүзәл әҫәрҙәр. Уның яҙған йөҙ меңдәрсә юл шиғырҙары эсендә һис бер милләткә тейеп яҙылған бер генә юл да юҡ.
Уның бөтә яҙғандары кешелек донъяһына хеҙмәттән ғибәрәлер. Шуның өсөн дә Пушкин бөйөк ул. Ватан, дәүләт ҡарашынан беҙ ҙә рус һаналабыҙ. Шуға күрә беҙ Пушкинға яҡын, уның әҫәрҙәрен уҡыу, белеү беҙгә лаземдер. Рус теле иҫкенән үк бай ине, ләкин был телде гүзәл иткән, был телгә ҡеүәт һәм ләтафәт (нәфислек) биреүсе Пушкин булды. Беҙ уны иҫкә алабыҙ. Ул рус еренең иң даһи бер кешеһелер. Әгәр ҙә уның әҫәрҙәре беҙҙең телебеҙгә күсерелһәләр, бик гүзәл булыр ине.
Кешелек донъяһына хеҙмәт иткән бөйөк шағирҙар, ғалимдарҙың әҫәрҙәре һәр төрлө телдәргә тәржемә ителәләр. Боронғо гректарҙың Гомеры, Ирандың Фирдәүсие, Хафизы, Урта Азияның Мир-Ғәли Шире (Навои), Англияның Шекспиры һәр бер мәҙәни телдәргә тәржемә ителгәндәр. Бөйөк остазыбыҙ Александр Пушкин шәрифенә бер-ике юл яҙа алһаҡ, бик шат буласаҡбыҙ!»
Киң эрудиция, юғары стиль менән яҙылған был юлдар публицистиканың ысын өлгөһө миҫалы була ала.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың, «Баҡсаһарай фонтаны» тәржемәһенән тыш, рус мәҙәниәтен пропагандалап яҙылған байтаҡ мәҡәләләре лә бар. Улар 5—6 баҫма табаҡ самаһы тәшкил итеп, «Йәдкәр»гә индерелгән. Был мәҡәләләр һәм очерктарҙың бер өлөшө Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларының мәҙәниәт урындары, боронғо сәнғәт ҡомартҡылары тураһында иҫтәлек рәүешендә яҙылған.
1883 йылда Өмөтбаев Мәскәүҙә булып, үҙенең күргән-күҙәткәндәрен китап теле аша башҡорт халҡына былайыраҡ һөйләй: «1883 йыл майҙың бишенсе көнөндә Мәскәү ҡалаһына килдек. Ғәжәйеп эштәрҙе ҡарап йөрөнөк. Эрмитаж баҡсаһына барҙыҡ. Петровский дворецын һәм баҡсаларын ҡараныҡ. 1882 йыл булып үтмеш Торгово-промысловая выставка йорттарын ҡараныҡ. Тверская заставала Триумфаль ҡапҡаны тамаша ҡылдыҡ. Ул ҡапҡаны 1815 йылда француздарҙы еңеп, Мәскәүҙән сығарыуға иҫтәлек итеп яһағандар. Ҡапҡа башында алты суйын атты бер кеше дилбегәләр менән тотоп тора… Йәнә «Красные ворота» тигән ҡапҡа бар. «Сухарев башняһы» тигән ҡоролманы күрҙек — был бейек, бай һарайҙыр… Ул йорттоң эсенән ҡаланың һәр яғына һыуҙар ебәрәләр. Госпиталь йортон ҡарап йөрөнөк. Кремлде йәки Кремлевский крепосты һәм дворец әтрафын күп ҡараныҡ… Янында бер ғәжәп һәндәсә ғилем менән яһалған кәдими сиркәү бар. Покров сиркәүе тиҙәр, манаралары күп, бөтәһе лә йәшел яшма ташы менән ябылған, Ҡазанды алғас, иҫтәлек өсөн яһалғандыр… Покровка-Басманный урамында йәнә бер ғәжәп ҙур һәм бейек собор бар, ғәйре ғәжәйеп ғимарәттәр бихисаптыр…
Кремлевский дворецтың шимал тарафында «Царь-пушка» тигән ҙур туп бар. Туптың бейеклеге, йәғни ултырған урыны ерҙән ике аршин да ун ике вершок. Минең башымдан бер аяҡ юғары ине. Туптың алдында ерҙә дүрт йәҙрәһе бар. Өс йәҙрәне ерҙә ҡоласланым, бер ҡолас йәҙрәнең яртыһынан саҡ ҡына уҙҙы. һәр ҡайһыһының өс бармаҡ һыйышлы тишектәре бар. Йәнә дворецтың шул уҡ урынында Иван Великий исемле сиркәү манараһының төбөндә юғарынан йығылып төшкән ҙур калакул бар. «Царь-колокол» тиерҙәр. Ултырған ташы минең аяҡ башынан. Ташының бейеклеге ике аршин. Борис Годунов исемле батшабыҙ заманындағы калакулдыр. 1733 йыл төшөп, сите аҙыраҡ кителгән. Китеге әҙәм буйы бар. Ул калакул китеге император Николай Павлович заманында таш өҫтөнә ултыртылған»7.
1887 йылда Өмөтбаев Петербургҡа бара. Россияның ул саҡтағы баш ҡалаһы Петербург уға оҡшай һәм ул уны түбәндәгесә тасуир итә: «Зимний дворецты, Главный штаб йортон, Исаакиевский соборҙары һәм князь Кутузовтың монументтарын күреп хайран булдым. Эрмитаждағы әйберҙәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел. Петербурҙа фән эйәләренә, архитекторҙарға күңел мөһөрө күптер»8.
Ошо рәүешле яҙа ла яҙа Өмөтбаев. Был яҙмаларҙың иң характерлы яғы шунда: рус мәҙәниәтенең, архитектураһының гүзәл ҡомартҡылары тураһында теләһә ниндәй башҡорт аңларлыҡ телдә яҙылған: туп тураһында яҙғанда «уның бейеклеге, йәғни ултырған урыны ерҙән ике аршин да ун ике вершок», йәҙрәнең ҙурлығын һөйләгәндә «йәҙрәне ҡоласланым», тип башҡорттарҙа йөрөгән үлсәү берәмектәре менән аңлата. Халыҡтың көндәлек тормошонда ҡулланыла торған, халыҡтың фекерләү, уйлау рәүешенә тап килгән һүҙҙәр, образдар менән эш итеү Өмөтбаевтың публицистикаһында стиль дәрәжәһенә ҡәҙәрем күтәрелә. Был стиль ул ваҡыттарҙағы хаж сәфәре ҡылырға йөрөүселәрҙең яҙмалары стиленән тамырынан айырылып тора. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың публицистик стилен һуңынаныраҡ Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Сәйфи Ҡудаш ижадында тулы үҫеш алған реалис­тик, халыҡсан стилдең башланмышы тип атарға мөмкин.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев прогрессив рус мәҙәниәтен, уның Ломоносов, Пушкин кеүек бөйөк кешеләрен изгеләрҙән-изге күреп, бына ошолай пропагандаланы. Ләкин ул икенсе нәмәне лә — рус халҡының бындай кешеләрҙән генә тормауын да белә ине. Рус халҡы һәм ул ваҡыттағы рус администрацияһы икеһе бер нәмә түгеллеген, рус крәҫтиәне менән рус телендә һөйләшеүсе чиновниктың, рус байының һәм барышнигының айырмаһын асыҡ аңлай ине ул. Ул русты ла, башҡорт, татарҙы ла берҙәй иҙеүсе, бәләкәй халыҡтарға кәмһетеп ҡараусы Рәсәйҙе лә, Башҡортостанды ла тапаусы рус байҙары, помещиктары һәм сауҙагәрҙәренең, уларҙы яҡлаусы батша самодержавиеһе һәм уның урындағы администрацияһының хас дошманы ине. Уларға ҡаршы көрәштә публицистика Өмөтбаевтың ышаныслы ҡоралы булып торҙо.
Ул рус самодержавиеһының урындағы вәкилдәренең башҡорт халҡын кәмһетеүен, йәберләүен, үҙенән түбән торған милләт итеп ҡарауын ауыр кисерә һәм, үҙенең бөтә публицистик талантын һалып, шуға ҡаршы көрәшә. Ошо урында Өмөтбаевтың архивын өйрәнгәндә табылған бер бик фәһемле материалды иҫкә алмау мөмкин түгел.
Өфөгә бер ваҡыт Европаның данлыҡлы көрәшсеһе Моор килә. Ул Абдулла Нафиҡов менән көрәшергә тейеш була. Кем йыға, шул кешегә — 100 һум бүләк. Майҙанға сыҡҡас, Абдулла Нафиҡов тегене ике тапҡыр күтәреп һуға, ләкин цирк администрацияһы һәм судьялар уны, башҡорт булғаны өсөн, еңеүсе итеп танымайҙар. Был ғәҙелһеҙлекте Өмөтбаев «политикала Япон-Ҡытай һуғышы һымағыраҡ бер нәмә» тип атай һәм шул исемдә үтә тенденциялы мәҡәлә яҙа. Унда Өмөтбаев судьялар менән полицейскийҙарҙан әсе сарказм менән көлә, башҡорттарҙың борон-борондан көслө, ғәҙел халыҡ икәнлеген күрһәтә. Был фельетон-мәҡәләне түбәндә тулы көйөнсә килтерәбеҙ.
«Беҙҙә, Өфөлә, 29 ғинуарҙа «Россиялағы беренсе товарищество» циркында политика өлкәһендә Япон-Ҡытай һуғышы һымағыраҡ нәмә булып үтте. Алдан уҡ данлыҡлы көрәшсе Моорҙың (ул 13 оркестрантты баш осона күтәреп йөрөтә ала) Нафиҡов Абдулла тигән ит сабыусы башҡорт менән көрәшәсәге, еңеүсенең 100 һум аҡса менән бүләкләнәсәге хаҡында иғлан ителде. Был аҡса һуғышының ҙур килем биререн аңдып алып, билет хаҡын арттырҙылар.
Икенсе антракттан һуң көрәш майҙанына ике ир сыҡты. Береһе — Моор, акробаттар костюмында, бик яман мускуллы, 30 йәштәр самаһында. Икенсеһе Нафиҡов. Шулай уҡ бик таҙа кәүҙәле, буйы менән Моорҙы аша ҡарап тора, төҫкә һылыу, өҫтөндә киндер күлдәк, 60 йәштәрҙә. Улар икеһе көрәш майҙанының ике башына барып баҫтылар. Урталарына көрәште алып барыусы сыҡты. Ул көрәштең тәртибен аңлатты. Көрәштә үҙ дошманын ике яурынбашы ла ергә тейерлек итеп ҡаҡ-салҡан йығырға тейеш. Көрәш ваҡыты ҡытайса түгел, ә ни бары 8 минут. Абдулла бик тыныс. Ә Моорҙың йөҙө һығып алған сепрәк кеүек ағарған, кәүҙәһе ҡалтырашҡан кеүек күренә, әйтерһең, ул үҙенең яңғырауыҡлы, шөһрәтле исемен юғалтырмын тип ҡурҡа. Бына көрәш башланды. Улар дөп-дөрөҫ тотоноштолар. Абдулла аяҡтарын айыра баҫып, күкрәген алға сығарып, ҡулдары менән дошманының билен ҡапшаны. Ә Моор ни өсөндөр гелән артҡа шылып, алыштан баш тартты. Шуның өсөн дә тамашасылар уға «ҡытай» тигән ҡушамат тағып өлгөрҙөләр. Шуға ҡарамаҫтан, Абдулла ҡайышты шаҡарып, Моорҙы үҙенә таба тартты һәм һөйрәп алып күкрәгенә һалды ла, өйрөлдөрөп-өйрөлдөрөп һелкеп ебәрҙе. Ләкин теге арҡаһы менән түгел, һуйлайып йөҙө менән барып төштө. Йәнә тотошоп китеүҙәре була, сәхнәгә управляющий менән уның 10 хеҙмәткәре килеп сығалар. Улар Абдуллаға дошманын матҡып тотоп алырға ҡамасаулап, Моорҙы төрлөсә яҡланылар. Тамашасылар геүләп ҡысҡырҙылар:
— Ҡамасауламағыҙ!
— Ышыҡламағыҙ!
— Сығып китегеҙ!
Тегеләр бер нисә аҙымға китеп өлгөрҙөмө-юҡмы, Абдулла Моорҙы йәнә ташланы. Был юлы Моор ҡабырғаһы менән барып төштө.
Өсөнсөгә китте көрәш. Ләкин баяғы «дипломаттар» тағы уратып алдылар уларҙы. Был «дипломаттар» ҡысҡырышып-баҡырышып Моорҙы яҡланылар. «Дипломаттар»ҙың иң күренекле вәкиле пристав Пичелейский ҙа улар араһында этешеп-төртөшөп, ҡулдарын болғап, телдәрен бутап, күҙен алартып йөрөй. Халыҡ ҡысҡыра:
— Китегеҙ!
— Ҡамасауламағыҙ!
Ошо биғәләштә Абдулланың ҡулындағы ҡайышы өҙөлөп китә. Синзберг, эштең айышына төшөр өсөн, тип, көрәште ваҡытлыса туҡтатып тора. Ошонан файҙаланып, Моор ҡайҙалыр тайып юҡ була. Тамашасылар Абдулланы еңеүсе итеп ҡотлап ҡысҡырышалар, ҡул сабалар. Шул рәүешле халыҡ тарала. Управляющий билет хаҡын кеше ышанмаҫлыҡ итеп яһап һатып, бик күп табыш алһа ла, иртәгәһенә Абдуллаға шуның ни бары егерме биш һумын ғына бирә.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк. Абдулла Нафиҡов бөгөнгө көндә иң көслө көрәшселәрҙән түгел, ләкин шуныһы ғәжәп, ул инде утыҙ йылдар самаһы көрәшә. Ә ундай ҙур көрәшселәр 10—15 йылдан артыҡ көрәшмәгәндәр. Халыҡ араһында, атаҡлы көрәшселәр, үҙҙәрендә көс кәмеүен белдертмәҫ өсөн, тәүге йылдарҙан һуң уҡ көрәш майҙанын ҡалдыралар, тигән фекер йәшәй.
Донъялағы иң ғәҙел көрәш — башҡортса көрәш. Ҡырғыҙҙар, ғөмүмән, дөрөҫ көрәшмәйҙәр, рустар көс менән түгел, ауырлыҡ менән алдыралар, ҡырым татарҙары ла көрәшә белмәйҙәр — дошманын үҙенән атып бәргәндә бер ниндәй таҫыл ҡулланмайҙар. Ә дөрөҫ һаналған башҡорт көрәшендә ике төрлө алым бар: күкрәккә күтәреп һалыу һәм үҙеңдең аяҡ аҫтыңа йә, саңҡая биреп, ситкә ырғытыу. Былар күҙ асып йомғансы эшләнә. Башҡа төрлө алымдарҙың береһе лә иҫәпләнмәй.
Ошо Абдулла тигән кеше 1884 йылдың май айында, өфөлөләр батша улы, хәҙер имен-аман батшалыҡ алып барыусы Николай Александровичтың бәлиғ булыуын тантана иткән көндө бер көтөү көрәшселәрҙе ҡыйрата, ә 1891 йылда үҙ ғүмерендә 480 батырҙы еңгән данлыҡлы Европа көрәшсеһе Курдты йыҡҡан. Шуның өсөн уға Курд үҙе сәғәт бүләк иткән. Ошондай көслө көрәшселәрҙе Башҡортостандағы күп өйәҙҙәрҙә, һабан туйҙарында, төрлө-төрлө оло йыйындарҙа осратырға мөмкин»9.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев батша самодержавиеһының урындағы органдарының һәм унда эшләүсе чиновниктарҙың халыҡты бөлдөрөүҙән һәм мөбөталаға төшөрөүҙән башҡа эш эшләмәүҙәрен күреп әсенгән, нәфрәт менән шуға ҡаршы сыҡҡан.
«…Земстволарҙы тотоу ҙа халыҡты бик бөлдөрә. Гласныйҙар булып күберәген белем һәм хәл цензы булған байҙар һайлана. Улар юғары урындан тороп, ярлы халыҡтың мәнфәғәтен ҡарарға, уларҙың хәлен еңеләйтеү файҙаһына эшләргә тейештәр ине. Ә ысынбарлыҡта киреһенсә килеп сыға. Земство йыйылыштарында гласныйҙар күберәк үҙҙәренә жалованье арттырыуҙы һорап сығыш яһайҙар. Ә үҙҙәре ярлы халыҡ файҙаһына теләһә ниндәй ауыл старшинаһына ҡарағанда ла аҙыраҡ эшләйҙәр. Шул рәүешле халыҡты көндән-көн бөлгөнлөккә төшөрәләр» (Өмөтбаев архивы, I том, 311—312-се биттәр). Был хат 1897 йылдың 22 апрелендә Петербургҡа ебәрелгән.
Өмөтбаев башҡорт ерҙәренең таланыуына, һатылыуына, урмандарҙың аяуһыҙ ҡырҡылыуына, тәбиғәттең рәнйетелеүенә йәне-тәне менән арҡыры төшә. Башҡорт байҙарын, урындағы власть башлыҡтарын, рус һәм сит ил колонизаторҙарын был эштә төп ғәйепле кешеләр һанай.
Башҡорт халҡының ярлыланыу һәм бөлөүенең төп сәбәптәрен анализлап, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ла дөрөҫ һығымталарға килгән. Бындай сәбәптәр итеп ул ерҙең крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң да Х ревизия (1895 йыл) буйынса бүленеүен, башҡорттарҙы ҡараңғылыҡта тотоуҙы иҫәпләй. Бөлгөнлөктән һәм ярлылыҡтан сығыу, ҡотолоу өсөн ҡыйыу тәҡдимдәр индерә, башҡорттарға эш һөнәрҙәре өйрәтергә, ерҙе эшкә яраҡлы йән башына бүлергә, өс сәсеүле система индерергә, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә кәрәклекте әйтә. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың башҡорт халҡының ярлыланыу, бөлөү сәбәптәрен ни тиклем дөрөҫ аңлауын һәм шунан ҡотолоу өсөн индергән тәҡдимдәренең заманына күрә ни тиклем ҡыйыу икәнлеген тулыраҡ аңлау өсөн уның ҡайһы бер яҙмаларын иғтибарлыраҡ ҡарайыҡ.
Өфө губернаторы Н.Богданович 1898 йылдың 9 июнендә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа ошондай хат ебәрә:
«Өфө өйәҙе менән ныҡлап танышып сыҡҡандан һуң, өйәҙҙең төп халҡы — башҡорт вотчинниктарҙың, күп ер биләүҙәренә ҡарамаҫтан, бик ярлы йәшәүҙәрен күреп, борсоулы һөҙөмтәгә килдем.
Шуныһы ғәжәп: башҡорттарҙың тормош-көнкүреш кимәле өйәҙҙең төрлө ерендә төрлөсә. Был, моғайын, уларҙың бөгөнгө көндәге бер төрлө тормоштан икенсе төр тормошҡа күсеү фазисенә бәйләнгәндер. Шуның менән бергә, урындағы ҡайһы бер эшмәкәрҙәрҙең фекеренсә, был өйәҙҙәге төп халыҡ һәләкәткә, үлеп бөтөүгә бара, ҡайһы бер урындарҙа, Х ревизия менән сағыштырғанда, халыҡ байтаҡ кәмегән.
Килеп тыуған хәлде һәм башҡорт халҡын ошоға килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау маҡсатында мин губерна комитеты ағзаһы В.П.Михайловҡа ҡул аҫтында булған материалдарҙы эшләүҙе үҙ өҫтөнә алырға тәҡдим иттем. Шуның менән бергә, был эшкә тотонғанда, халыҡҡа яҡын торған, уларҙың тормошон, боронғоһон һәм бөгөнгөһөн белгән кешеләрҙең фекерҙәрен ишетеү, белеү үтә мөһим. Был башҡорттарҙың тормошон мөмкин тиклем тулыраҡ аңларға һәм килеп тыуған хәлде бөтөрөргә мөмкинлек бирерлек конкрет тәҡдимдәр эшләргә ярҙам итер ине.
Бына шуларҙы күҙ уңында тотоп, был эштә иң компетентлы кеше булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт итергә булдым. Әгәр, ваҡыт табып, ошо мәсьәлә буйынса үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе һәм тәҡдимдәрегеҙҙе Михайлов иптәшкә яҙып ебәрһәгеҙ, мин һеҙгә оло рәхмәтемде белдерер инем».
Өмөтбаев губернаторҙың был хатына яуап яҙыуҙы бик мөһим эш һанаған, бының өсөн үҙенә таныш булған башҡорт тормошо хаҡында бик күп уйланған, байтаҡ документтар өйрәнгән һәм шуларҙы дөйөмләштереү өҫтөндә эшләгән булырға тейеш. Сөнки яуап хаты тик бер айҙан һуң ғына, 1898 йылдың 9 июлендә генә яҙылған. «Йәмғиәт тәртибе» («Общественные порядки») документын беҙ тулы көйөнсө (тәржемәлә) килтерәбеҙ.

«Титулярный советник, тәржемәсе Мөхәмәт Сәлим Ишмөхәммәт улы Өмөтбаевтан.

Йәмғиәт тәртибе
Башҡорттар хаҡында ниндәй ҙә булһа бер нарыҡ биреүҙән алда, улар араһында борон-борондан башланған һәм бөгөнгө көндә лә йәшәп килгән ҡайһы бер тәртиптәрҙе күрһәтеп китергә кәрәк тип иҫәпләйем.
Күп ерле һәм аҙ ерле вотчинниктар йәмғиәттәрендә, шул иҫәптән үҙем йәшәгән йәмғиәттә лә, тормош тәртибе, саҡ ҡына айырымлыҡтары менән, түбәндәгесә:
1. Ер биләү, ер-һыуҙы арендаға биреү, сит кешеләрҙең йылҡыларын тибенгә индереү, һыйырҙарын, хатта ҡаҙҙарын көтөү эше көслө бер партия ҡулында. Уларҙың башында һәр саҡ староста йәки старшина тора. Приговорҙар шундай партияның ҡыҫымы аҫтында төҙөлә лә инде;
2. Бындай партияны урындағы власть башлыҡтары һәм ауылдың байҙарынан торған группа тәшкил итә;
3. Башҡорттар тураһындағы 1863 йылғы Положение буйынса юғары начальниктарға ер һатыуға ҡыҫылырға рөхсәт ителмәй. Теге партияларға шул ғына кәрәк ине лә инде. Улар һатыла торған ерҙең һәр десятинаһына 5-әр һум хаҡ ҡуялар. Ә приговорҙа бының 1 йәки 2 һумы ғына күрһәтелеп, юғары начальниктарҙың ҡыҫылмауынан файҙаланып, үҙҙәре нисек теләһә, шулай бүлешәләр, йә аҡсалата, йә тауарлай. Был «тәртип» ерҙе арендаға биргәндә әле булһа йәшәп килә;
4. Аҙ ерле кешеләрҙең еренән 1/3 өлөшө көтөүлек аҫтында. Унда йәй буйына байҙарҙың, старосталарҙың, судьяларҙың һәм башҡа шулар ишеләрҙең малдары йөрөй. Шулай итеп, мал аяғы аҫтында бойондороҡло иҙелеүселәрҙең иң уңдырышлы бесәнлектәре һәм һөрөнтө ерҙәре әрәм була. Был тәртипкә ҡаршы сығыусыларҙы ҡырағайлыҡта ғәйепләйҙәр;
5. Шуның өҫтәүенә, улар үҙҙәренең малдарын, приговорҙа күрһәтелмәүенә ҡарамаҫтан, көҙ көнө ужымға ебәрәләр. Шуның арҡаһында вотчинниктар башҡа крәҫтиәндәр йыйып алған игендең яртыһын ғына алалар. Йәмғиәткә, уның тәртиптәренә вотчинник ҡаршы сыҡмай, сөнки был урындағы власть башлыҡтарына ҡаршы килеү булыр ине. Хатта, ипләп кенә ҡарағанда ла, улар, беҙ башлыҡтарыбыҙҙан ҡәнәғәтбеҙ, тиҙәр…
6. Вотчинниктарҙың ярлыланыу һәм бөлөүенең иң төп сәбәбе булып шул тора: күп урындарҙа ерҙе әле булһа Х ревизия буйынса биләйҙәр, ә ул ревизия буйынса иҫәпләнеп йөрөтөлгән кешеләрҙең 1/3 өлөшө хәҙер донъяла йәшәмәй. Шулай итеп, 1895 йылғы ревизиянан һуң тыуған 38 мең кеше ерһеҙ ҡала килә. Шул тәртип нигеҙендә былай килеп сыға: бер үк волостағы бер ауыл икенсеһенә ҡарағанда әллә ни саҡлы кеше артыҡ тота. Ҡыҫҡаһы, ауыл менән ауыл, кеше менән кеше араһы — ер менән күк араһы;
7. Тағын да бер ҙур ғәҙелһеҙлек шунан ғибәрәт: законда, башҡорттар ерҙәрен бер йылдан артыҡҡа һатып бирергә тейеш түгел, тиелгән. Ләкин быны ситләп үтәләр, һәр бер ярлы староста шаһитлегендә расписка менән үҙ ерен әллә нисә йылға бирә. Тик законда ҡушылғанса булһын, тип, расписканы ғына йыл һайын яңырта баралар. Шул рәүешле, ер кәм тигәндә 5 йыллыҡ срок менән һатыла. Ә кәрәк булып китһә, ерен һатҡан кеше теге кулактан өсләтә артыҡ түләп алырға мәжбүр була. Әгәр түләргә ҡулыңдан килмәй икән, оҙайтып тороу юҡ, ереңде тағын да бер йылға бир! Шулай итеп, ер хужаһы киләһе быуатта ла кулак ҡулында буласаҡ;
8. Ер менән алыш-биреш итеү шул уҡ ҡомһоҙ йыртҡыстарға файҙа килтерә. Приговорҙа күрһәтелмәгән аҡсаның ҡалғаны уларҙың кеҫәһенә кереп тора. Быға тик ерҙе дөйөм файҙаланыу тәртибен булдырғанда ғына сик ҡуйып булыр. Ерҙе община менән файҙаланыу хатта бик файҙалы буласаҡ, сөнки ер ул ваҡытта йән хисабына бүленәсәк…
9. Башҡорттарҙың бөлгөнлөккә төшөүе күсмә тормоштан ултыраҡлыҡҡа кинәт күсеүҙән дә килә. Хәҙергә улар ни һөнәргә күнегеп китә алмайҙар, ни Европа кешеләренең эштәрен өйрәнеп өлгөрмәйҙәр. Улар тик күсмә халыҡтарҙың һөнәрен генә беләләр. Мәҫәлән, һыбай йөрөр өсөн кәрәкле нәмәләр һәм башҡа төрлө күсмә тормош кәрәк-яраҡтары яһайҙар. Күсмә тормошто ташлау менән уларын да, мәҫәлән, кейем-һалым тегеү, тире иләү, йөн буятыу, сигеү кеүек нәмәләрҙе лә онотоп баралар. Иҫкеләрен ташлап, яңыларына бик аҡрын тотоналар. Шуның арҡаһында бөтә нәмәне һатып алыу ғәҙәткә кереп киткән. (Бында М.Өмөтбаев менән ризалашыу мөмкин түгел: башҡорт халҡы бер заманда ла күсмә халыҡ булмай — сиктәре теүәл билдәләнгән аҫаба ерҙәрендә йәшәй. Башҡорт ғәскәре осоронда ғәскәри башҡортҡа рөхсәтһеҙ ситкә сығып йөрөү тыйыла. Йәнә, аҫаба ерҙең сиктәре аныҡ билдәләнгәс, шул сиктәрҙе аша сығыу ҙа мөмкин түгел — уныһы низағтарға, һуғыштарға килтерә. Ә инде малды йәйен йәйләүгә ҡыуыуҙың күсмә тормош менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. — Авт.);
10. Башҡорт халҡы фәнгә һәм һөнәргә ғәләмәт һәләтле. Мәҫәлән, Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге Кадетский Корпустың Азат эскадронында уҡыусы мишәрҙәр, типтәрҙәр, ҡырғыҙҙар һәм рустар араһында һәр саҡ башҡорт егеттәре айырылып торғандар. Башҡорттар ғорурҙар. Уларҙа юҡ-барға ышаныу ғәҙәте ҡалмаған кеүек тиерлек. Тау һәм урман башҡорттарының йәнлек тиреләре менән яһаҡ түләгәнлектән һунарға йөрөү, йәнлек аулау, балыҡ тотоу, ҡорт аҫрау төп кәсептәре булып тора. Ә ялан башҡорттарының төп эше мал аҫрау булып, игенде ашлыҡ өсөн генә сәскәндәр. Улар ситса күлдәк түгел, етендән, ә ярлыраҡтары кесерткән һәм тарманан һуғылған күлдәк кейгәндәр. Суйын көршәктән башҡаларын бөтәһе лә үҙҙәре яһағандар. Хәҙер, ерҙәрҙе һатҡас, һоҡланғыс урмандарҙы киҫкәс, һунарсылыҡ элекке килемде бирмәй, ерҙәрҙе һөрөү арҡаһында малдар күпләп кәмей.
Башҡорттарҙың еренә сит кешеләрҙе күсереп ултырталар, яңы кешеләр менән донъя көтөүҙең яңы төрҙәре, яңы ғәҙәттәр барлыҡҡа килә башлай. Йөрәктәренән һыҡранһалар ҙа, ҡаршылыҡ күрһәтерлек мөмкинлек юҡ башҡорттарҙа. Сөнки кантон башлығынан башлап, иң һуңғы казакка тиклем жалобщикты судһыҙ-ниһеҙ розга менән туҡмай. Дөрөҫ, кантон начальнигына закон буйынса 5 ҡамсы рөхсәт ителә, тик улар быны 10 һәм унан да күберәккә арттыра алалар.
Башҡортостанда ғәскәриҙәр бөтөрөлөп, башҡорттар өҫтөнән опека алынғандан һуң, урман һәм сабынлыҡтар менән һатыу итеүсе партиялар барлыҡҡа килде. Улар, башҡорттарҙы ялҡаулыҡта, ерҙе, урманды ҡарай алмауҙа ғәйепләп, ер-һыуҙы, урманды ситкә һаталар. Ләкин был күҙ буяу ғына. Ялҡаулыҡ башҡорттоң тыумыштан килгән сифаты түгел. Мәҫәлән, баҫыу эшендә улар етеҙлеге, түҙемлеге, таҫыллығы менән күсеп килгән башҡа халыҡтарҙан бөтөнләй айырылып торалар. Ҡатын-ҡыҙҙар бесән саба, ураҡ ура, күбә һәм кәбән ҡоя, ирҙәр менән бер иш эш хаҡы ала. Ә наҙанлыҡтары өсөн улар үҙҙәре ғәйепле түгел. Быға йәмғиәт ғәйепле. Йәштәрҙе уҡытыу иң кәрәкле фәндәрҙе һәм эштәрҙе белергә мөмкинлек бирер ине. Ләкин ни өсөндөр беҙҙә рус мәктәптәре асыуҙы тик миссионерлыҡ маҡсаты тип аңлайҙар. Шулай ҙа грамоталы, йәғни рус грамотаһын белеүсе кешеләр балаларын өйҙә булһа ла русса уҡырға-яҙырға өйрәтәләр… Әлбиттә, бындай шартта уҡыған малайҙар һәм ҡыҙҙар саҡ-саҡ ҡына хәреф танырға, арлы-бирле һыҙғыларға ғына өйрәнеүҙән ары китә алмайҙар. Башҡортостанда русса уҡытыуҙың насар булыуы мосолман дине әһелдәренең саяланып ҡаршылашыуы арҡаһында ғына түгел, миссионерлыҡ хәрәкәте лә ғәйепле быға.
Быларҙың бөтәһенә мин, шул уҡ башҡорттар араһынан сыҡҡан, улар менән йәшәгән кеше булараҡ, старшиналыҡ иткәндә, шулай уҡ ер арҡаһында килеп сыҡҡан талаштарҙы хәл иткәндә һәм Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә рус телен уҡытҡанда күреп ышандым.

Тәҡдимдәр
1. Ғәҙәтләнгән күсмә һәм һунарсылыҡ итеп йәшәүҙән ултыраҡлыҡҡа сығарыу өсөн иң тәүҙә башҡорттарға һөнәрҙәр өйрәтеү кәрәк. Башҡорт халҡы иң тәүҙә игенселәргә, тегеүселәргә һәм төҙөүселәргә мохтаж, һәр бер волостә бер нисә мастерской төҙөү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Аҡсаһыҙ, бигерәк тә аҙ ерле урындарҙа уларҙы төҙөргә земство ярҙам итергә тейеш. Ә йәмғиәт запаскалары булдырғас, мастерскойҙар шуларҙың доходы иҫәбенә тотолорға тейеш.
2. Эшкәртеүҙе тейешле дәрәжәгә ҡуйыр өсөн, иң тәүҙә мотлаҡ ерҙе эшкә яраҡлы йән башына бүлеүҙе индерергә кәрәк. Ерҙәрҙе 5—6 йылға йән башына бүлеү маҡсатҡа ярашлы булыр.
3. Мәжбүри рәүештә өс сәсеүле система индерергә, ә Х ревизия буйынса йән башына 15 дисәтинәнән артыҡ тура килмәгән аҙ ерле дачаларҙа ерҙе арендаға бүлеүҙе ҡәтғи туҡтатырға кәрәк. Айырым хужа үҙ ерен бер йылдан оҙаҡҡа һатырға тейеш түгел. Әгәр ике, өс йәки унан да күберәккә һата икән, уны ерҙән мәхрүм итергә.
4. Старшиналарға, судьяларға, писарҙарға, старосталарға, Башҡорт ғәскәре дәүерендәге кеүек, ер бирергә ярамай, шулай уҡ уларҙы арендаторҙар компанияларына ҡатыштырмаҫҡа. Әгәр улар аҫтыртын ғына быны эшләй икән, уларҙы бер һүҙһеҙ эшенән алырға кәрәк.
5. Ер һатыуҙы ғөмүмән туҡтатырға, сөнки ер бик ҡиммәтләнде, аренданан да бик ҙур доходтар килә. Аҙ ерле дачаларҙа, көтөүлектәрҙә, баҫыуҙарҙа ла сит малдарҙы йөрөтөргә рөхсәт итмәҫкә. Быға буйһонмаусыларҙы эре мөгөҙлө малдар өсөн 1-әр һум, ваҡ малдар өсөн 40-ар тин, ә ҡаҙҙар өсөн 10-ар тин иҫәбенән штрафҡа тарттырырға кәрәк. Был йәмғиәт суммаһына тапшырылырға тейеш.
6. Аҙ ерле урындарҙа көтөүлектәргә, баҫыу һәм туғайға мал ебәреүгә ҡул ҡуйыусыларҙы йәки приговор төҙөүселәрҙе волость судына бирергә. Ә күп ерлеләрҙең көтөү йөрөтөү йә булмаһа сит кешеләрҙең малдарын керетеү өсөн буш ерҙәре бар.
7. Был крайҙа ҡыш ҡаты булғанлыҡтан, йылдың дүрт айын ғына файҙалы эш менән үткәрәләр. Ә ҡалған һигеҙ айын башҡорт, нисек теләй, шулай үткәрә. Рус мужигы ғүмерен эшһеҙ үткәрмәһен өсөн башҡа губерналарҙа земстволар һөнәрселек училищеләре һәм файҙалы эш йорттары ойошторалар. Был башҡорттар өсөн дә бик кәрәкле нәмә. Айырыуса тегеү, һуғыу, столярлыҡ йорттарын төҙөү маҡсатҡа ярашлы. Тик уларға уҡытыусылар һәм надзирателдәр итеп миссионерҙарҙы ҡуймау хәйерлерәк. Сөнки, улай иткәндә, хөкүмәттең һәр бер эшенә, хатта ул үтә файҙалы булһа ла, халыҡ ышанып бармай, шуға ла ҡаршылыҡ күрһәтә.
8. Баҡсасылыҡты, ғәскәр тотҡан замандағы ише, закон менән мотлаҡ индерергә кәрәк. Сәбәпһеҙ баҡса үҫтермәгән һәм иген сәсмәгәндәрҙе яза рәүешендә юл йүнәтеү, күпер төҙөү һәм шуның кеүек башҡа йәмғиәткә файҙалы эштәргә ҡушырға. Был методты баҡсасылыҡҡа тотошлай күскәнгә тиклем ҡулланырға кәрәк. Ниәтләнгән эштәр хаҡында алдан губерна ведомстволарында баҫҡанда, волос һәм ауыл сходтарында иғлан иткәндә файҙалы булыр ине. Башҡорт ғәскәре бөтөрөлгәндән һуң ерле башҡорттарҙың күбеһе, көслө надзор юҡлыҡтан, шулай уҡ һөнәре булмау сәбәпле, бай ер биләүселәр ҡулына барып ҡаптылар һәм һәр ваҡыт алып торған аҡсаларын ҡайтарыу маҡсатында шуларға эшләргә, шулар ҡулы аҫтында йәшәргә мәжбүрҙәр. Йәмғиәттәге ғәфү ителгеһеҙ тәртиптәр, юғарылағы һәм урындарҙағы волость башлыҡтарының ер-һыу менән файҙаланыуҙағы яуапһыҙ ҡылыҡтары арҡаһында шундай хәлгә ҡалдылар улар.
9. Крепостной крәҫтиәндәр кеүек үк, башҡорттар ҙа гражданлыҡ ведомствоһына күскәнгә (1863) саҡлы аҡсалата пособиелар һорай белмәйҙәр ине. 1867 йылғы аслыҡ сығыу арҡаһында улар башҡа крәҫтиәндәр менән беренсе тапҡыр орлоҡ һатып алыу өсөн аҡсалата пособиелар алдылар, ә ярлыларға ул үҙ ғаиләләрен туйҙырыу өсөн бирелгәйне. Ләкин уны әле булһа түләп бөтә алғандары юҡ, уларҙы оҙайтыу договорҙары төҙөлә. Ул ғына ла түгел, ссудалар һорап ғариза яҙалар. Крәҫтиәндәр һәр ваҡыт ҡаҙнанан аҡса пособиелары өмөт итмәһендәр өсөн бөтә урында ла йәмәғәт ерҙәре булдырырға кәрәк. Улар ҡытлыҡ йылдарҙа крәҫтиәндәрҙе иген менән дә, аҡса менән дә күтәрер ине. Был ерҙәрҙә нигеҙҙә емеш-йәшелсә үҫтерергә кәрәк, һәм эшкә яраҡлы һәр кеше унда нисәлер көн эшләргә те­йешле. Был фондтан килгән дөйөм доход ҡоролоҡло йылдарҙа йөн иҫәбенән бүлеп бирелер ине».
Был яҙма Өмөтбаевтың эстетик, философик һәм политик ҡараштары эволюцияһының иң юғары нөктәһен күрһәтеү менән бергә, публицистик үткерлегенең, конкрет фекер йөрөтөүенең һәм тынғыһыҙ эшмәкәрлегенең иң юғары өлгөһө. Бында башҡорт йәмғиәтендәге буржуаз үҫеш юлына кәртә булып торған феодаль-ырыусанлыҡ ҡалдыҡтары, башҡорт байҙарының, рус колонизаторҙары — миссионерҙарҙың әшәкелектәре ап-асыҡ күрһәтелгән. Был юлдан сығыуҙы ул асыҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай. Аҫаба ерле, кисәге ғәскәри башҡортто «күсмә халыҡ» тип күрһәтеүе Өмөтбаевтың йәнә бер бик ҙур хатаһы — быны ла асыҡ-асыҡтан күрһәтеү талап ителә. Ләкин был хеҙмәт Өмөтбаевтың 70—80-се йылдарҙағы, бер яҡтан, рус крәҫтиән демократияһы вәкилдәренең ҡараштары, икенсенән, башҡорт халҡының крәҫтиәндәрҙән тороуы нигеҙендә тыуған крәҫтиән демократияһы ҡараштарынан стихиялы рәүештә буржуаз-демократик йүнәлештәге реформаторлыҡ юлына баҫҡанлығын күрһәтә.
Ғөмүмән, XX быуат башында Өмөтбаевтың сәйәси һәм идеологик ҡараштары ныҡлы үҙгәреш кисерә. Быға килтергән сәбәптәрҙең береһе — Россиялағы буржуаз-революцион хәрәкәттең йылдам үҫеүе, киң ҡатлам массаларҙың, интеллигенцияның милли азатлыҡ һәм демократия өсөн көрәшкә сығыуы булһа, икенсеһе — Өмөтбаевтың үҙенең шәхси драмаһы — ҡартлыҡ көнөндә үҙе ғүмере буйы хеҙмәт иткән батша һәм уның түрәләре тарафынан ҡыйырһытылыуы. Өмөтбаев өсөн хәҙер батша самодержавиеһы ғәҙеллек, тигеҙлек һәм бәхет килтерәсәк ҡоролош, ә уның алтын тәхетендә ултырыусы элекке «император хәҙрәттәре» хәҙер фәрештә түгел, ә миллионлаған хеҙмәтсән халыҡтың ҡанын эсеүсе. Өмөтбаев хәҙер уға таж кейҙергән көндәге кеүек, оҙон ғүмер, бәхет теләп грамота яҙмай, ә бөтә бысраҡлыҡтарын, йәмғиәттең ауырыу икәнлеген раҫлаусы факттарҙы теркәп, «үҙе үлер, хаты ҡалыр йәдкәр» тип, киләһе быуындарға йәдкәр итеп ҡалдыра. Өмөтбаевтың әрнеп яҙған был юлдары шул замандағы ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте фаш итеүсе бер хәтер хаты булып беҙҙең көндәргә килеп етте.
Бына ул:
«1. Закон буйынса батша үҙенең ҡатыны һәм балаларының йыллыҡ тәрбиәһе өсөн ун ике миллион да һигеҙ йөҙ мең һум алалыр. Бер көнгә утыҙ биш мең һум.
2. Батшаның ҡәрендәштәре, ғишрәттәре менән уртаҡҡа «удельный» исемле ерҙәре һигеҙ миллион да дүрт йөҙ мең дисәтинә. Был ерҙәрҙән йылына егерме миллион һум доход алалар. Йәнә уларҙың араҡы сауҙаһы бик ҙур. Йылына 2 миллион бутылка араҡы һаталар. Уның эсендә бик ҡиммәтлеләре була;
3. Батшаның үҙенең Себерҙә, Алтай округында ҡырҡ ике миллион да биш йөҙ мең дисәтинә ере бар. Уның башҡа ерҙәре лә күп. Мәҫәлән, Ҡырымда. Йәнә уның фабрикалары бик күп. Мәҫәлән: фарфор һәм аҫылташ юныу фаб­рикалары. Батшаның һәр балаһына тыуған көндән башлап бәлиғ булғансы йылына утыҙ өсәр мең һум бирелә. Улдарына бәлиғ булғас, йорт ҡорор өсөн бер миллион һум бирелә»10.
Батшаға ҡарата үҙгәргән тойғоларын Өмөтбаев ниндәй оҫта әйтеп биргән: үҙенең батшаға тел тейҙергән бер һүҙе юҡ, ә текстың бөтә эстәлеге батшаның һәм уның ғаиләһенең паразиттарса йәшәүенә пародия булып яңғырай.
Шулай итеп, Өмөтбаевтың башҡорт халҡының тормошонан алынған хроникалар, хәбәрҙәр, белешмәләр биреү рәүешендә башланған публицист эшмәкәрлеге йылдар үтеү менән, башҡорт йәмғиәтендә синыфтарға бүлгеләнеү, улар араһындағы синфи ҡаршылыҡтар киҫкенләшкән, батша самодержавиеһының реакцион роле көсәйгән һайын үткерләнде, киңерәк ҡолас, социаль төҫ алды. XX быуат башында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ҡараңғылыҡты, дини фанатизмды, башҡорт йәмғиәтендәге феодаль-патриархаль ырыу ҡалдыҡтарын, батша Рәсәйенең колонизация сәйәсәтен фашлаусы, мәғрифәткә, хеҙмәтсән халыҡтың хәлен еңеләйтергә, уны һөнәрле итергә саҡырыусы һәм шул юлда демократик йүнәлештәге реформаторлыҡ тәҡдимдәре менән сығыш яһаусы үткер публицист булды.

Тимерғәле Килмөхәмәтов, «Ватандаш» журналынан

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *