Табын ырыуының арҙаҡлы шәхестәре кемдәр?

табын«Табын ырыуы» ижтимағи ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыуға арнап «Табын  ырыуының арҙаҡлы шәхестәре» тигән акция үткәрергә ҡарар итте. «100 йыллыҡҡа — 100 шәхес» кеүек проекттарҙан айырмалы рәүештә, ойошма идараһы ырыуыбыҙҙың күренекле вәкилдәрен һан менән сикләмәҫкә булды.

Табын ҡәбиләһе данлыҡлы ул-ҡыҙҙарға бик тә бай, шуға ла улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу еңел түгел. Был эште бары тик бергәләп атҡарып сыға аласаҡбыҙ. 25 февралдә Табын ырыуы вәкилдәренең IV йыйынында мөһим мәсьәләләр менән бер рәттән ошо хаҡта ла һүҙ буласаҡ.

Бөгөнгө көндә Табын ырыуы вәкилдәренең иң күп өлөшө Ғафури, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондарында йәшәй. Ауырғазы, Балтас, Белорет, Благовар, Дәүләкән, Салауат, Әбйәлил, Тәтешле райондарында ла ҡандаштарыбыҙ байтаҡ ҡына. Бынан тыш, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә һәм Татарстандың Мөслим районында ла ғүмер кисерә улар. Маҡсатыбыҙ – ошо төбәктәрҙә тыуып үҫеп, ил-йорттоң мәртәбәһен күтәргән данлыҡлы ата-бабаларыбыҙҙы барлау, тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеү, Башҡортостан Республикаһын төҙөүҙә фиҙакәрлек күрһәткән һәм уның социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе асыҡлау, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, ырыу-нәҫел  шәжәрәләрен төҙөүҙе йәнләндереү, ахыр сиктә, йәш быуында ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Мәртәбәле «Табын ырыуының арҙаҡлы шәхестәре» исемлегенә индерелергә лайыҡ тип табылған кешеләр абруйлы комиссия тарафынан түбәндәге критерийҙар буйынса һайлап алынасаҡ:

  • борондан алып бөгөнгәсә башҡорт халҡы тарихында, уның рухи-мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнаған Табын ырыуы вәкилдәре – киң билдәле хәрби етәкселәр, мәғрифәтселәр, сәсәндәр, әҙиптәр, ғалимдар;
  • халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында дан ҡаҙанған хеҙмәт уңғандары (Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һ. б.);
  • ил батырҙары (Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары);
  • Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларына (ордендар, маҡтаулы исемдәргә) лайыҡ булған, республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда, милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан, илем, ерем, телем тип янып йәшәгән күренекле ырыуҙаштар.

Миҫал рәүешендә бер нисә төбәк буйынса айырым шәхестәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр тәҡдим итәбеҙ:

Архангел районы буйынса

  1. Алсынбаев Мөхәммәт Мөхәммәтулла улы – ғалим, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, II һәм III саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре докторы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Петр I исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. «Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә Күрпәс бейгә һәйкәл ҡуйған шәхес. Ҡыҙылъяр ауылынан (8.03.1949)
  2. Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы – Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы, БР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы. Тирәкле ауылынан (3.01.1946)
  3. Мөлөков Харис Яҡуп улы – ғалим, техник фәндәр докторы, Өфө авиация техник университеты профессоры, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Аҙау ауылынан (1.10.1938)
  4. Ханов Олег Закир улы – театр һәм кино актеры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе, профессор, РФ һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (11.08.1951)
  5. Хәсәнов Рим Мәхмүт улы – композитор, яҙыусы, Композиторҙар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм һәм Ғ. Туҡай исемендәге премиялар лауреаты. Ҡыҙылъяр ауылынан  (9.03.1947)
  6. Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы – геолог, техник фәндәр докторы, Өфө нефть техник университеты профессоры, СССР-ҙың уйлап табыусыһы, РФ-ҙың маҡтаулы нефтсеһе, БР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе. Муллаҡай ауылынан (22.01.1939) һ. б.

Тәтешле районы буйынса

  1. Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы – шағир, драматург, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты, II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены кавалеры. Иҫке Күрҙем ауылынан (23.02.1928 — 1999)
  2. Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Иҫке Күрҙем ауылынан (21.12.1934)
  3. Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы – Советтар Союзы Геройы. Сорғолдо ауылынан (1901 — 1943)
  4. Ғәли Соҡорой (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы) – шағир-суфый, мәғрифәтсе, ғалим. Иҫке Соҡор ауылынан (1826 — 1889)
  5. Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы – шағир, мәғрифәтсе, ғалим, публицист. Иҫке Соҡор ауылынан (4.04.1861 — 1918) һ. б.

 

Учалы районы буйынса

 

  1. Ниғмәтуллин Рамазан Муллағәли улы – Социалистик Хеҙмәт Геройы. Иманғол ауылынан (16.07.1924 — 2002)
  2. Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы — күренекле дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәҙитселек етәкселәренең береһе. Шәрип ауылынан (20(25).03.1833 — 1917)
  3. Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла улы – дин әһеле, 1936-1950 йылдарҙа Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй. Юлдаш ауылынан (1881 — 1950)
  4. Солтанов Абдулла Афзал улы – мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ҡобағош ауылынан (25.09.1928)
  5. Сөнәғәтуллин Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы – Советтар Союзы Геройы. Иманғол ауылынан (12.06.1924 — 2007) һ. б.

 

Силәбе өлкәһе буйынса

  1. Абдулҡадир Инан (Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы) – ғалим, яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, «Башҡорт» гәзите мөхәррире, 1919-1920 йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы. Шығай ауылынан (29.11.1889 — 1976)
  2. Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы – летчик, майор, Советтар Союзы Геройы. Арғаяш ауылынан (1.01.1913 — 1948)
  3. Вәлиев Дамир Жәүәт улы – ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәген һәм Башҡорт халыҡ фирҡәһен төҙөүселәрҙең береһе. Этбай ауылынан (2.01.1940 — 2002)
  4. Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы – шағир, публицист (1960-1980 йылдарҙа Башҡортостанда иң яҡшы әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн уның исемендәге премия булдырыла). Сосновка районының Тәгес ауылынан  (18.01.1911 — 1939)
  5. Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы – шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры. Мәүлит ауылынан (15.09.1920 — 2011)
  6. Ҡадир Даян (Даянов Ҡадир Хәким улы) – шағир, Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡонашаҡ ауылынан (14.02.1910 -1975) һ. б.

 Ошо өлгө буйынса һәр төбәктән данлы яҡташтарығыҙ тураһында мәғлүмәттәр көтәбеҙ. Һеҙгә үтенесебеҙ шул: исемлеккә индереләсәк шәхестәрҙең Табын ырыуы вәкилдәреме-түгелме икәнлеген ныҡлап асыҡларға һәм республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта донъяла танылыу алған арҙаҡлы ырыуҙаштарҙы эҙләүҙе дауам итергә кәрәк.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Тарихта тороп ҡаласаҡ был изге эштә барлыҡ ырыуҙаштарыбыҙ, айырыуса тыуған яҡты өйрәнеүселәр, зыялылар, тарих уҡытыусылары, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашыр тип ышанабыҙ. Тупланған мәғлүмәттәр комиссия тарафынан хупланғас, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған брошюра нәшер итеү күҙҙә тотола.

Тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләрҙе 3 апрелгә тиклем түбәндәге электрон адрес буйынса ебәрергә була: salimov@gasrb.ru.

Нияз СӘЛИМОВ,

проект етәксеһе, Табын ырыуы вәкилдәренең

IV йыйынын ойоштороу комитеты рәйесе.

Просмотров (264)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *