Тәтешлелә башҡорт һəм татар халҡының күренекле шəхестəрен иҫкə алдылар

Башҡорт һəм татар халҡының күренекле шағиры, мəғрифəт- сеһе Ғəли Соҡоройҙың (Мөхəммəтғəли Кейеков) тормошо Барҙа яғы менəн дə бəйле булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Шуға Башҡортостандың Тəтешле районына күренекле шағирҙар, мəғрифəтселəр Ғəли Соҡоройҙың тыуыуына — 190, уның улы Ғарифулла Кейековтың тыуыуына 155 йыл тулыуға арналған сараға саҡырылғас, бик телəп барҙыҡ.
Продолжить чтение…

 

Мәңгелек рейд

Шағир Андрей Медведенко үҙенең “Нескончаемый рейд” поэмаһында 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлындағы иң фажиғәле мәлдәрҙең береһен – Ворошиловградты (әле Луганск) немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙе сағылдыра. Поэманың авторы әҫәрен Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәповҡа тапшырғайны. Әле поэма башҡортсаға тәржемәләнде. Бөгөн уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Андрей Медведенко – Украинаның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, […]
Продолжить чтение…

 

Общественная организация «Тыуған яҡ» города Партизанска Приморского края отметила юбилейную дату

25 февраля общественная организация башкир и татар «Тыуған яҡ» города Партизанска Приморского края отметила юбилейную дату – пять лет со дня создания. «Тыуған яҡ» – активный участник городских и краевых мероприятий. Поздравить юбиляров приехали башкиры и татары из городов Владивосток, Артем, Находка, Уссурийск и села Владимиро-Александровск, представители корейской, белорусской и украинской общин города Партизанска.
Продолжить чтение…

 

БашВики ишеге асыҡ: барыһы ла “фронтҡа” яҙыла!

Уҙған шәмбелә Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре уҙған йылға йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар билдәләү маҡсатында сираттағы йыйынын үткәрҙе. Был көндө һайлау юҡтан түгел: 1923 йылдың 18 февралендә, БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ярашлы, Башҡорт телен ғәмәлләштереү буйынса үҙәк комиссия ойошторола, ул әҙәби телде булдырыу мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә. Өҫтәүенә, 21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Шуға […]
Продолжить чтение…

 

Үҙ бәхетебеҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа

Һүҙемде үҙем менән таныштырыуҙан башлайым. Мин – Малаяҙ башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы, сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класын тамамланым. Баян буйынса йәш музыканттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды алдым, ә Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе булдым. Унан тағы республика ҡурайсылар байрамында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Башҡортомдоң “Азамат”, “Иҫке Урал”, “Гөлнәзирә”, “Ҡарабай” кеүек халыҡ көйҙәрен […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт яугирҙәре изге йорттарҙы ҡурсалаған

Ҡунаҡсыл… Әҙәпле… Тыйнаҡ… Башҡорттар тураһында башҡа халыҡтар шундай фекер йөрөтә икән, юҡҡа түгелдер. Борондан ҡанға һеңгән иманыбыҙ шуны көҫәй. Хатта ҡанлы яуҙар мәлендә лә башҡорт хәрбиҙәре тәртипле булып ҡала белгән. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда үҙҙәрен алдынғы, цивилизациялы халыҡ һанаған француздар мародерлыҡ менән шөғөлләнеүҙе лә яҙыҡ күрмәгән. Христиандарҙың изге йорттары сиркәүҙәрҙе, ҡорамдарҙы ҡыйратҡандар, алтын-көмөштәрен […]
Продолжить чтение…