Тәтешлелә башҡорт һəм татар халҡының күренекле шəхестəрен иҫкə алдылар

42Башҡорт һəм татар халҡының күренекле шағиры, мəғрифəт- сеһе Ғəли Соҡоройҙың (Мөхəммəтғəли Кейеков) тормошо Барҙа яғы менəн дə бəйле булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Шуға Башҡортостандың Тəтешле районына күренекле шағирҙар, мəғрифəтселəр Ғəли Соҡоройҙың тыуыуына — 190, уның улы Ғарифулла Кейековтың тыуыуына 155 йыл тулыуға арналған сараға саҡырылғас, бик телəп барҙыҡ.

50Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы менəн берлектə үткəрелгəн сарала Барҙа, Чернушка, Ҡуйыҙа райондарынан вəкилдəр: Ҡадирйəн Зыятов, Əнисə Мəүликəева, Альберт Мəхмүдов, Эльмарт Уразов ҡатнашты. Тəүҙə райондың тарих-тыуған яҡты өйрəнеү музейы эшмəкəрлеге менəн таныштыҡ. Тəтешлелəрҙең үткəндəргə, арҙаҡлы шəхестəргə хөрмəт менəн ҡарауы, билдəле райондаштары Ғəли Соҡорой һəм Ғарифулла Кейеков тураһындағы иҫтəлектəрҙе ҡəҙерлəп һаҡлауы һоҡландырҙы.

Беҙ был көндө Иҫке Соҡор ауылында булып, Ғəли Соҡоройҙың ҡəберенə зыярат ҡылдыҡ, мəсеттə лə булдыҡ. Ғарифулла Кейековтың рухына баш эйер өсөн Иҫке Күрҙемгə барҙыҡ. Халыҡҡа аң-белем таратҡан Ғарифулла Мөхəмəтвəли улын бында бик хөрмəт итеүҙəрен күрҙек. Имам-хатиб менəн осраштыҡ, мəктəп коллективы əҙерлəгəн концерт номерҙарын ҡараныҡ. «Түңəрəк өҫтəл»дə барҙалар исеменəн Əнисə Мəүликəева сығыш яһаны. Ул Ғəли Соҡоройҙың ун өс йəшендə Барҙа районы Танып ауылы мəҙрəсəһенə килеп, ете йыл шунда уҡыуы, районда йəшəгəн туғандары тураһында һөйлəне. Һəүəҫкəр артистарҙың концерты менəн тамамланған сараны бөтəһе лə юғары кимəлдə баһаланы. Өфөнəн килгəн ғалимдар -— билдəле башҡорт əҙəбиəте белгестəре Зəйтүнə Шəрипова менəн Миңлеғəли Нəҙерғолов, тарихсы-журналист Салауат Хəмиҙуллин да шундай фекерҙə булды.

Альберт МƏХМҮДОВ, Барҙа районы тыуған яҡты өйрəнеү музейы директоры

Просмотров (18)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *