Сибайҙар ҡор йыйҙы

Ошо көндәрҙә Сибай институтында «Башҡортостан — үҫеш территорияһы: эшҡыуарлыҡ, экология, тел һәм мәҙәниәт» тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә үткәрелгән сараларҙа беҙ, беренсе сиратта, тел мәсьәләләренә туҡталабыҙ, – тине Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов сараның пленар өлөшөн асып.
Продолжить чтение…

 

Йыр һәм шиғыр – илһам тигән… Бер үк ҡоштоң ике ҡанаты…

Мәүлит Ямалетдин — бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле, сағыу таланттарҙың береһе. Уның йыр-моңона, күп ҡырлы ижадына мөрәжәғәт итмәгән уҡыусы һирәктер. Академик Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, “Мәүлит Ямалетдин — үҙе бер мөғжизә, уникаль күренеш” булһа, “жанр төрлөлөгө буйынса бөгөнгө әҙәбиәттә уның менән йәнәш ҡуйырлыҡ башҡа кеше юҡ. М. Ямалетдинов ижадында беҙ шиғыр, робағи, поэма, монолог, эпос, дастан, ҡобайыр, […]
Продолжить чтение…