Бөрө төбәге тарихының ҡайһы бер үҙенсәлектәре хаҡында

Башҡортостан Республикаһының төньбирск3яҡ-көнбайыш өлөшөндәге райондар араһында Бөрө үҙенең тарихының иғтибарға һануз лайыҡ, бик ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Беренсенән, муниципаль райондың административ үҙәге булған Бөрө – Рәсәйҙәге боронғо ҡалаларҙың береһе. Башҡорттоң данлыҡлы ҡаңғлы һәм дыуанай ырыуҙары йәшәгән төбәк, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған төшө. Башҡорттар Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ингәндән һуң, стратегик яҡтан бик әһәмиәтле һаналып, Өфө ҡәлғәһе 1574 йылда ҡалҡып сыҡҡас, Башҡортостанда икенсе ҡәлғәне фәҡәт ошо ерҙәрҙә нигеҙләргә булалар. Бөрө төбәге тарихын ирекле өйрәнеүсе күренекле Бөрө шәхесе С.Ф. Сахратуллин архивтарҙан тапҡан мәғлүмәттәр буйынса, 1589-1598 йылдарҙа Ҡаҙан приказы тарафынан Бөрө ҡәлғәһен төҙөү планлаштырыла. Ҡәлғә нигеҙен ҡасан һалғандарҙыр – быныһы билдәһеҙ, әммә ошо тирәлә, ҡурғауыл тотоу йәһәтенән ғәйәт уңайлы, Бөрө йылғаһы Ағиҙелгә килеп ҡушылған ҡалҡыулыҡта Архангельское ауылы XVII быуат башындағы документтарҙа иҫкә алынған.

Архангельское ауылы, һуңынан Бөрө ҡалаһы (1663 йылдан) ҡанғлыларҙың Шамшадә (Шамшаҙы) тигән ырыу өлөшө ерендә һалынған. Был тарих ғәйәт ҡатмарлы, сөнки шамшадәләр ифрат яугиҙәр булған, уларға яҡында ғына, Бөрө йылғаһының урта ағымы ярҙарында, шулай уҡ бик һуғышсан дыуанай аралары йәшәгән. Ҡанғлы-шамшаҙы һәм Бөрө дыуанайҙары бергәләп рус биләмәләренә һөжүм итеп торғандар. Ауылды һәм ҡәлғәне XVII быуат урталарынла бер нисә тапҡыр яндыралар.

Бөрө төбәге айырыуса башҡорттарҙың 1662-1664 йылдарҙағы фетнәһе мәлендә яу яландарына әүерелә. Шамшаҙы менән дыуанайҙар (уларға башҡа башҡорт ырыу-аралары ла – йәлдәктәр, таныптар, ҡаршындар һ.б. – ярҙамға киләләр) рустарҙың Архнагельское ауылын яндырып юҡ итәләр, Бөрө ҡәлғәһен алып ер менән тигеҙләп ҡуялар. Ҡаҙандан воевода Ф.Ф. Волконский етәкселегендә рус ғәскәре килеп, көскә башҡорттарҙы тынысландырып, емерелгән ҡәлғәне яңынан күтәрәләр. Ошо ваҡиғалар тарихи документтарҙа һаҡланып ҡалған, шуның өсөн дә, бына ошо документтарға һылтанып, Бөрө ҡалаһына нигеҙ һалыу 1663 йыл тип ҡабул иткәндәр. Ысынан иһә был ваҡытта Бөрө ҡалаһы булмаған әле, Архангельское-Бөрө тигән ҡәлғә һәм ауыл ғына теркәлгән.

Рәсми рәүештә Бөрө ҡалаһы 1781 йылда Рәсәй өйәҙ ҡалаһы статусы ала. Екатерина II, халыҡ әйтмешләй Әбей батша, 1782 йылдың 8 июнендә Бөрө ҡалаһының рәсми гербын раҫлай. Ошонан башлап Бөрө тигән тулы хоҡуҡлы рус ҡалаһы тураһында һүҙ алып барырға мөмкиндер.

Икенсенән, Бөрө тарихының үҙенсәлеге был ҡаланың Рәсәй империяһында тотоп торған иҡтисади-сауҙа-транспорт әһәмиәтендәлер. Бөрө ҡалаһы ифрат уңайлы транспорт һыу юлында урынлашҡан. Тулы һыулы Ағиҙел йылғаһы Бөрө портын Рәсәйҙең баш ҡалалары порттары – Мәскәү һәм Санкт-Петербург – менән бәйләгән. Петербургтан Бөрө тауарҙары Балтик диңгеҙе аша Европаға киткән. Парижда, Лондонда билдәле юғары сортлы Бөрө бойҙайы, күн, эшкәртелгән тире, тун, толоп, быйма, ҡорт балы һ.б. тауар уңышлы һәм ҙур табыш менән һатылған. Бөрө ҡалаһы Рәсәйҙә бик билдәле сауҙагәрҙәр ҡалаһына әүерелгән.

Әлбиттә, Бөрө ҡалаһы советтар заманына саҡлы башҡорттар ерендәге фәҡәт рус ҡалаһы булғанын оноторға ярамай. Был бит үҙе бер оло үҙенсәлек. Шулай ҙа Бөрө, рус ҡалаһы булһа ла, башта Ырымбур губернаһында, артабан Өфө губернаһында, башҡорттар иң күп йәшәгән өйәҙҙең административ үҙәге булған. Бөрө өйәҙендә, статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаҡ, ХХ быуат башында халыҡтың 55 проценты башҡорттар булған. Татарҙар йә мариҙар менән сағыштырырлыҡ та түгел: тәүгеләре – ни бары 6 процентҡа яҡын, ә икенселәре унан да аҙыраҡ.

Башҡорт йәмәғәтселеге бик әүҙем булған Бөрө өйәҙендә. Революцияға тиклем ижтимағи, мәҙәни, дини тормош менән идаралыҡ итеү Бөрө ҡалаһында сағыштырмаса ҙур ғына төбәк (яҡынса алғанда, хәҙерге республикабыҙҙың дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән) мәркәзе булараҡ тупланған.

 

2

Ҡаланың һәм төбәктең XIX быуаттағы һәм XX быуат башындағы тәрәҡҡиәте

 

XIX быуаттың беренсе яртыһында Бөрө ҡалаһы, Ырымбур губернаһының өйәҙ ҡалаһы булараҡ, йылдам ғына үҫеш ала. 1825 йылда Бөрө ҡалаһында 367 ағас йорт булып, бер генә лә таш йорт булмаған әле. 1848 йылда иһә 1 ҡаҙна (дәүләт) таш йорто (казначейство), 2 шәхси таш йорт, 369 ағас йорт, 3 сиркәү, 2 магазин, 1 өйәҙ училищеһы, 1 сиркәү приходы мәкәтәбе, 1 дауахана иҫәпләнгән. Ошо ваҡытта ҡалала 149 сауҙагәр һәм 88 дворян йәшәгән. 1865 йылда (Бөрө өйәҙе был йылда Өфө губернаһына ингән) ҡалала 4 таш йорт һәм 506 ағас йорт булған. Ә 1897 йылғы мәғлүмәттәр Бөрөлә 41  таш бина, 12 ярым таш-ярым ағас йорт, 220 таш нигеҙле ағас йорт һәм 1642 ағас өй булғанын күрһәтә.

Бөрө ҡалаһы йорттар һаны буйынса губернияла быуат ахырына икенсе урын алған (губерния үҙәге Өфөнән ҡалышлай). Был осраҡта ла Бөрө ҡалаһы үҙенсәлекле булған: бар йорттарҙың 11%-ы сауҙагәрҙәрҙеке (улар ҡала халҡының 4%-ын ғына тәшкил иткән!) булған. Бөрө сауҙагәрҙәренең төп тауарҙары бөртөклө аш (бойҙай һәм арыш), ағас, тире, бал булған. Бөрө Өфө губернияһының Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле булған берҙән-бер сауҙа үҙәге булған. 1897  йылда ҡалала 48 дәүләт (ҡаҙна) лавкалары, 139 икмәк амбары теркәлгән. Ошо йылдағы Рәсәйҙә халыҡтың һанын иҫәпләү мәғлүмәттәре буйынса, Бөрө ҡалаһында 8500 кеше йәшәгән.

Ҡалала мосолман халҡы аҙ йәшәһә лә, өйәҙҙә күпселекте мосолмандар тәшкил иткән. Өйәҙҙә христиандар (православие) халыҡтың 24 процентын ғына тәшкил иткән, ҡалғандары – мосолмандар һәм тарихи-традицион инаныс тотоусылар (мари һәм удмурттар араһында). Ә ҡалала ХХ быуат башында мосолмандар 12 процент ҡына булған. Бөрө өйәҙендә 359 мәсет иҫәпләнһә, сиркәүҙәр – 47 генә. Ә ҡалала, киреһенсә, 1 генә мәсет, ә 5 сиркәү, 3 часовня һәм 1 ҡатындар монастыры булған.

Дөрөҫ, Беренсе бөтә донъя һуғышы алдынан яҙылған бер тарихи сығанаҡта Бөрөлә ике мәсет булған тип күрһәтелә. Әммә ул документты ентеклеберәк тикшереп ҡарағас, бер мәсет һәм икенсеһе бер татар сауҙәгәренең өйөндә ваҡытлыса намаҙ-доға уҡыу урыны ғына булыуы асыҡланды. Беренсе мәсет ҡалала мосолмандарҙың шәхси иҫәбенә Кесе Илья (Мало-Ильинская) урамында (хәҙер Фрунзе һәм Цюрупа урамдарының киҫешендә) урынлашҡан. 1900 йылда бер Бөрө байбисәһенән һатып алынған ағас йорттан һәм ихатанан башланып киткәне билдәле. Әйткәндәй, шул мәсет хәҙер үҙенең икенсе тыуыуын кисерә: яңы ҙур мәсет һалынһа ла, был тарихи мәсет эшен бик йәнләндереп ебәрҙе һуңғы ваҡыт.

Бөрө ҡалаһында сауҙа һәм ҡала хужалығы үҫеүе уның мәҙәниәт, мәғариф, тәрәҡҡиәт үҙәгенә әүерелеүенә булышлыҡ итә. Быға 1824 йылдың көҙөндә Бөрөгә император Александр I килеп китеүе лә булышлыҡ иткәндер. XIX быуат уҙымында Бөрөлә һәм төбәктә сиркәү приход мәктәптәре күбәйә. Сауҙагәрҙәргә уҡымышлы хеҙмәткәрҙәр талап ителә; әйткәндәй, дворяндар, сауҙагәрҙәр, ҡаланың байҙары үҙ балаларының да мәғлүмәтле, грамоталы булыуын теләп, уҡыу йорттарын булдырыу өсөн сығымдарҙы йәлләмәйҙәр. ХХ быуат башында Бөрөлә ҡыҙҙар гимназияһы, реаль училище, ун башланғыс мәктәп, ҡыҙҙар өсөн оҫтахана-мәктәп, бер мосолмандар мәктәбе, өс ижтимағи (түләүһеҙ) китапхана һәм уҡыу залы, ҡала театры һәм йәмғиәүи баҡса (парк) булғаны мәғлүмдер.

Рус булмаған халыҡтар (башҡорт, татар, мари һәм удмурттар) өсөн 1882 йылда Бөрө уҡытыусылар мәктәбе асыла (“Бирская инородческая учительская школа”). Ошо уҡыу йорто ҡаланың һәм өйәҙҙең рус булмаған халыҡтары өсөн мәғариф, мәҙәни-мәғрифәт үҙәгенә әйләнә. Тиҫтә йылдар буйы, 1917 йылғы инҡилапҡа тиклем, уҡытыусылар мәктәбе милли мәктәптәргә кадрҙар әҙерләү, уҡытыусыларға методик, педагогик, дидактик ярҙам итеү менән ифрат ҙур эш алып барған.

Сауҙагәрҙәр ҡалаһы булараҡ Бөрөлә сауҙа мәкәтәбе (“Торговая школа”) асыла. Был Өфө губернаһында беренсе һөнәри уҡыу йорто булған. Беҙҙең төбәктә профессиональ (һөнәри) техник белем биреү системаһы шунан башланып киткән инде. Был бит үҙе иҫ киткес феноменаль күренеш. Хәҙерге Бөрөлә тарихи сауҙа мәктәптең эшен Бөрө кооператив техникумы уңышлы дауам итә.

1884 йылда Бөрө ҡалаһында типография асыла. Ләкин ул фәҡәт сауҙа һәм ҡала хужалығы ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә. Китап, гәзит, журнал баҫтырыу булмай. Типографияла төрлө кәнсә ҡағыҙҙары, формулярҙар, бухгалтерия китаптары, амбар дәфтәрҙәре, открыткалар, буклеттар, башҡа рекламалар баҫтырылған.

Ҡалала уҡыусылар, уҡытыусылар күп, уҡыу йорттары байтаҡ булғас, китаптарға, гәзит-журналдарға ҙур ҡытлыҡ тойолған. Өфөнән, Ҡаҙандан матбуғат баҫмалары килеп торған да ул, ләкин бит ул ваҡыттағы транспорт һәм юлдарҙың торошон иҫкә алһаҡ, материалдар килеп еткәнсе иҫкереп бөтә торған булғандыр. Шуның өсөн дә ҡалала һәм өйәҙҙә урында ваҡытлы матбуғат баҫмаһын сығарыу бик мөһим, бик зарурлы мәсьәлә булған. 1884 йылда Бөрөлә асылған типография, урында кадрҙар һәп шарттар булмау сәбәпле, оҙаҡ ваҡыт гәзит-журналдар баҫыу менән шөғөлләнмәгән шул.

Әйтергә кәрәк, беҙҙең Көньяҡ Урал төбәгендә беренсе типография XIX быуат башында уҡ, атап әйткәндә, тап 1801 йылда, Ырымбур ҡалаһында эшләй башлаған. Артабан, нәшриәт Ырымбур губернияһының ҙур өйәҙ ҡалаһы Өфөлә лә барлыҡҡа килгән. 1838 йылдың февраленда Өфө типографияһында беҙҙең төбәктә иң тәүге “Оренбургские губернские ведомости” тигән гәзит сыға башлаған. 1865 йылда Ырымбур губернаһы ике өлөшкә — Ырымбур һәм Өфө губерналарына — бүленгәс, гәзит “Уфимские губернские ведомости” тигән атама аҫтында 1917 йылдың Февраль инҡилабына тиклем Өфөлә сығыуын дауам иткән. Шулай булғас, беҙҙең төбәктә иң беренсе гәзит сыға башлау датаһын Башҡортостандың матбуғат көнө итеп билдәләү дөрөҫ булыр ине, шикелле…

Бөрөлә, революцияға тиклем гәзит-журнал нәшер ителмәһә лә, Рәсәйҙең башҡа өйәҙ һәм губерния ҡалаларындағы кеүек, ҡулъяҙма баҫмалар, альманахтар, диуар (стена) гәзиттәре сығарыу ғәҙәте булған. Мәҫәлән, ХХ быуат башында Бөрө рус булмаған халыҡтар өсөн уҡытыусылар әҙерләү мәктәбендә рус, татар һәм мари телдәрендә “Сельскохозяйственный листок” (“Ауыл хужалығы йәридәсе”) тигән ҡулъяҙма гәзит сығарыла. Бөрө гимназияһы һәм реаль училище уҡыусыларының Николай Нуждин етәкләгән берләшкән әҙәби түңәрәк 1915-1917 йылдарҙа “Художественное слово” (“Нәфис сүз”, “Художество мут”)  тигән альманах нәшер иткән. Ҡайһы бер ҡулъяҙма баҫмалар типографияла ла баҫтырылған. Мәҫәлән, архивтағы материалдар араһында Яңы 1916 йылды ҡаршылауға бағышлап, Бөрө ҡалаһы йәштәренең шиғырҙары баҫылған “Соло” тип аталған журналдың (альманахтыҡы ла булыуы мөмкин) бер бите һаҡланып ҡалған. Был хаҡта башҡа ваҡытта яҙып та тормаған булыр инек. Әммә хатта ошо бик ваҡ ҡына күренгән тарихи дәлилдәр Бөрөлә Февраль инҡилабына тиклем, Советтар власы урынлашҡанға саҡлы уҡыусы һәм уҡытыусы йәштәр араһында шундай әүҙем ижтимағи, мәҙәни һәм әҙәби тормош ҡайнап торғанын күрһәтә.

 

3

Бөрө төбәге 100 йыл әүәл

 

Ысын, хәҙерге мәғәнәлә, тулы форматлы гәзит Бөрөлә 1917 йылдың 10 (хәҙерге стиль буйынса, 23) апрелендә донъя күрә. Был гәзит “Бирская народная газета” (“Бөрө халыҡ гәзите”) тип атама менән ҡала һәм өйәҙ йәмғиәтселеге, Бөрө ҡала халыҡ комитетының, һуңыраҡ, Бөрө өйәҙ халыҡ комитетының органы булараҡ нәшер ителә. Гәзит 1917 йылдың сентябренә тиклем, барыһы 56 һан, сыҡҡан. Бәхеткә күрә, улар Рәсәй дәүләт публик китапханаһының гәзиттәр бүлегендә (Санкт-Петербург ҡалаһында) һаҡланып ҡалған. Ошо гәзиттең һәммә һандарын да ентекләп уҡып, тикшереп сыҡтым. Иҫ киткес тарихи сығанаҡ! Беҙҙең тарихи эштәрҙә, мемуарҙарҙа, журналистарҙың матбуғаттағы яҙмаларында революция алдынан һәм инҡилап осоронда Бөрө ҡалаһы һәм өйәҙе тормошо тасуир ителмәй тиерлек. Ә был гәзит материалдары беҙҙең төбәктә ошо осорҙа халыҡтарҙың, йәштәрҙең әүҙемлеген, ижади потенциалын, көнкүрешен асыҡ сағылдырған. Ҡыҙғаныс, бәғзе тарихсылар һәм сәйәсмәндәр халыҡтар өсөн ысын тормош тик фәҡәт Совет власы урынлашҡас ҡына, фәҡәт коммунист-комиссарҙар ярҙамында ғына башланған, тип иҫбатларға тырыша. Имеш, уларға тиклем халыҡ нисек йәшәргә белмәгән…

Бөрөлә тәүләп сыҡҡан ысын гәзитте ойоштороусылар ифрат белемле һәм мәҙәниәтле инсандар булған. Бөрөлә тиҫтә йылдар батша хөкүмәте тарафынан һөргөнгә ебәрелгән рус, поляк, украин, йәһүд милләтле күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, зыялы революционерҙар, журналистар, яҙыусылар йәшәгән. Февраль революцияһынан һуң уларҙың күпселеге тыуған яҡтарына юл алған. Ҡайһы берҙәре Бөрө граждандарына ярҙам итеү өсөн ҡалала ҡалғандар. “Бөрө халыҡ гәзите”нең мөхәрририәтенә күренекле Бөрө йәмәғәт эшмәкәре, Өфө губернияһында билдәле сәйәсмән, буласаҡ Бөрө өйәҙ идаралығы  һәм ҡала башлығы Н.И. Лобанов, рус ижтимағи һәм дини фәлсәфәүи фекер эйәләре Б.А. Соболевский һәм С.Я. Флоринский ингән. Гәзиттең тәүге һанындағы беренсе һәм икенсе биттәрҙә улар шул осорҙағы революцион демократия рухында яҙылған ҙур мөрәжәғәтнамә баҫтырған.

Гәзиттә баҫылған материалдарҙың тағы бер үҙенсәлеге бар: улар араһында Рәсәйҙең баш ҡалаһы Петроградтан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән телеграммалар күп. Ул ваҡытта Бөрө телеграф пункты яҡшы эшләй, ә гәзиткә ошо ваҡиғаларға ғәйәт бай осорҙа һуңғы яңылыҡтар айырыуса талап ителгән. Бөрө почтаһы ла шул мәлдә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән. Әйткәндәй, гәзиттең 14 (27) апрелдә сыҡҡан 4-се һанында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт баҫылған. Бөрө ҡыҙҙар гимназияһы уҡыусылары Бөрө почтамтына ярҙамға килгән, сөнки почта яңы асылған корреспонденциялар ағымын эшкәртеп өлгөрмәй башлаған икән. Почта хеҙмәте волонтёр гимназист ҡыҙҙарға, “йәш гражданкаларҙың яҡшы башланғысы һәм үҙҙәренең ирекле хеҙмәте менән дөйөм эшкә файҙа килтергәндәре өсөн”, оло рәхмәтен әйткән. Был факт иҫ киткес актуалдер ул! Бына бит ҡайҙан башланған хәҙерге ирекмәндәр хәрәкәте. Ә беҙ уларҙың башланыуын әллә ҡайҙа, сит илдәрҙә, эҙләйбеҙ! Әһәмиәтһеҙ генә күренгән, ваҡ ҡына шундай бер тарихи факт — ә ниндәй мәғәнәле һәм фәһемле!

“Бөрө шишмәләре”нең былтырғы февраль һанында нефтсе-пенсионер Ғабдулла Сабировтың 55 йыл әүәл, советтар заманында, “Ағиҙел” журналында сыҡҡан (Ағиҙел. 1961. № 7. 76-77 бб.) “Бабич Бөрөлә” тигән хәтирәләре БДУ-ның Бөрө филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова тарафынан яңынан баҫтырылды (Бөрө шишмәләре. 2016. 27 февраль. № 2. 3-сө б.). Был хәтирәләр – тарихсылар өсөн бик мөһим сығанаҡ. Сөнки бында хәтирәләрҙең авторы күренекле башҡорт шағиры һәм йәп-йәш көйөнсә Башҡортостан мөхтәриәте өсөн йәнен аямай көрәшкән батыр (уны 24 йәшендә генә, икенсе күренекле башҡорт йәштәре лидеры Ғәбделхәй Иркәбаев менән бергә, ҡыҙылармеецтар язалап үлтерә) менән ике тапҡыр – 1914 ноябрендә Өфөлә һәм 1917 йылдың авгусында Бөрөлә — осратыуын ғына тәфсилләп яҙмаған, ә тарихи фонға, ошо замандарҙағы хәл-әхүәлдәргә шул советтар осорона хас синфи ҡараш менән сәйәси баһа биргән.

Беренсе осрашыу мәлендә, 1914 йылдың ноябре ахыры, — тип яҙған Ғ. Сабиров, — Шәйехзада Бабич 19 йәшлек “Ғәлиә” мәҙрәсәһе талибы ғына булған (“…оҙон буйлы, ҡаҡса бер егет ине”, тип яҙған беҙҙең автор), ләкин Шәйехзада башҡорт йәмәғәтселеге өсөн билдәле инсан булған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан ауылдарында уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнеп тә өлгөргән, гүйә ул бөйөк Аҡмулланың юлын һайлаған.

Авторҙың Ш. Бабич менән икенсе тапҡыр, 1917 йылдың июль ахыры – август башы, Бөрө ҡалаһында осрашыуы беҙҙең иғтибарҙы ныҡ йәлеп итте. Сөнки Шәйехзада үҙе Бөрө өйәҙендә тыуған булараҡ ҡалала йыш ҡына булғаны билдәле. Әммә ләкин уның үҙенең осраҡлы ғына һаҡланып ҡалған яҙмаларында Бөрө тураһында бер ни ҙә юҡ тигәндәй.

1917 йылғы Февраль демократик инҡилабынан һуң Бөрө өйәҙендә лә төрлө халыҡтарҙың милли азатлыҡ хәрәкәте башлана. Бөрө ҡалаһында март-апрель айҙарында мариҙар үҙҙәренең “Марий Ушем” ойошмаһының Бөрө бүлеген төҙөйҙәр. Шул уҡ ваҡытта башҡорт һәм татар халҡы берҙәм мосолман хәрәкәте рәүешендә әүҙемлек күрһәтә. Мин юғарыла күрһәткәнсә, Бөрө өйәҙендә мосолмандар араһында күпселекте башҡорттар тәшкил иткән. Бөрө өйәҙенең күп кенә олоҫтарында (волостарында) Башҡорт мәркәз шураһының төбәк бүлексәләре төҙөлә — Борайҙа, Нөркәлә, Әсәндә, Таҙларҙа һ.б. Ләкин ҡалала Ҡазандан килгән эмиссарҙар – Бөтә Рәсәй мосолман идаралығы ебәргән татар дини әһелдәре – Мосолман шураһы төҙөүгә керешә. Татар һәм башҡорт мосолмандары араһында тәрән низағ тыуа. Мосолман шураһы мәҙәни-милли мөхтәриәт талап итә, ә Башҡорт мәркәз шураһы ерле, территориаль милли мөхтәриәт өсөн даулаша. Шәйехзада Бабич, күренекле йәш башҡорт әһеле булараҡ, Ырымбурҙа июлдә үткән Беренсе башҡорт ҡоролтайында (съезында) ошо Мәркәз шураның ағзаһы итеп һайлана. Әлбиттә, Шәйехзада Бөрө мосолмандарына уларҙың беренсе съезында үҙенең фекерҙәрен туранан-тура әйтә, уларҙы тәнҡитләй, һәм Ғ. Сабировтың хәтирәләрендә бына ошо конфликт бик яҡшы сағылған.

Әйтергә кәрәк, Бөтә Рәсәй мосолмандары шураһы һәм уның Ҡазандағы өлкә шураһы Бөрөлә өйәҙ мосолмандарының I съезын (1917 йылдың 4 авгусы) ойоштороп бер нисек тә башҡорт хәрәкәтенә йоғонто яһай алмай. Бөрө башҡорттары дәррәү Өфөлә  25-29 августа үтәсәк II Бөтә Башҡортостан ҡоролтайына вәкилдәр һайлай. Бөрө өйәҙе мосолмандары шураһы ошо ҡала сиктәрендә генә фәҡәт дини эш менән мәшғүл булырға мәжбүр ителә. Дөйөм мосолман хәрәкәтенең был төбәктә перспективаһыҙ булыуын 1918 йылдың февралендә ойошторолған II өйәҙ мосолмандары съезының уңышһыҙ тамамланыуы ла күрһәткән. Шәйехзада Бабич быныһында Бөрө мосолман әһелдәрен туранан-тура Башҡорт мөхтәриәтенә ҡаршы эш алып барыуҙа ғәйепләй, улар алдында бер ай әүәл үткән Бөтә Башҡортостан Ойоштороусы ҡоролтайының ҡарарҙарын асып һалып, өйәҙ башҡорттарының, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең, хатта мариҙарҙың Башҡорт мөхтәриәтенә ҡушылыуы хаҡында иғлан итә.

Ысынлап та, Башҡортостан ерле мөхтәриәте идеяһы Бөрө өйәҙе башҡорттары, типтәрҙәре, мишәрҙәре араһында көслө рухи энтузиазм ҡалҡытҡан. Бөрө өйәҙенең күп олоҫтарынан Башҡорт мәркәз шураһына, 1917 йылдың 8-20 декабрендә  (яңыса 1917 йылдың 21 декабре – 1918 йылдың 2 ғинуары) үткән III Бөтә Башҡортостан Ойоштороусы ҡоролтайы (съезд) президиумы исеменә ҡотлау һәм хуплау телеграммалары оса. Декабрь башында Борай ауылында ойошторолған мосолмандар ҡоролтайынан Башҡорт мәркәз шураһына телеграмма Шураның үҙәк органы булған “Башҡорт” йәридәһендә баҫтырылған (Башҡорт. 1917. 10 декабрь. 2-се бит). Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошонда уҡ Бөрө өйәҙенән икенсе телеграмма баҫтырылған. Быныһы инде ҡаһарман Батыршаһтың яҡташтарынан — мишәрҙәр һәм типтәрҙәрҙән. “Башҡортостан ерле мөхтәриәтен тулыһынса ҡабул итәбеҙ һәм уға булышлыҡ итергә әҙербеҙ”, — тип.

Беренсе ҡараштан бындай факттар бөтә ил, бөтә республика кимәлендә ваҡ йә әһәмиәтһеҙ кеүек күренәлер. Әммә Бөрө төбәгендә йәшәгән башҡорттар, татарҙар, мариҙар һәм башҡа ҡәүемдәр өсөн был баһалап бөткөһөҙ тарихи дәлилдер. Башҡорт ерле мөхтәриәте беҙҙең халыҡтар өсөн вариантһыҙ ғәмәли берҙән-бер юл булған йөҙ йыл әүәл.

 

 

 

Рияз Мәсәлим,

Рәсәй ғилми аналитика милли федерацияһы ағзаһы,

Халыҡ-ара юғары мәғәриф һәм фән академияһы, Лондон.

Просмотров (61)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *