Өфөлә Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйыны үтте

квнБашҡорт КВН-ы быйыл бәләкәй генә юбилейын билдәләгән осорҙа – бишенсе миҙгелде асыу фестивалендә ике тиҫтәгә яҡын команда ҡатнашҡайны. Финалға шуларҙың дүртәүһе килеп етте. Йомғаҡлау сараһы Өфөнөң Конгресс-холында 14 апрелдә үтте. Финал уйынының дөйөм темаһы бик тә үҙенсәлекле ине: “Байрам үтте… Юҡ, юҡ, таралышмағыҙ!”.

Башҡортса шаяртыуға һыуһаған тамашасылар йәштәрҙең сығыштарын дәррәү көлөп ҡараны. Беҙ көләбеҙ, ә ҡатнашыусылар бының өсөн күпме тырышлыҡ һалғанын беләһегеҙме? Уларҙың һәр береһенә “афарин” тип әйтке килә.

Көлдөрөүҙә ярышырға дүрт команда сыҡҡанын әйткәйнем инде. Улар – Санкт-Петербургта йәшәгән яҡташтарыбыҙҙан торған “Әннәгиҙергеннәйем”, Салауат районынан ”БашStar”, Өфөнән ”Нөктә.ru” һәм ”Бер минут”. Тәүге һынауҙан – “Яҙғы романс” тип аталған таныштырыуҙан уҡ күренде – бында тик тапҡыр телле, сая һәм шаяндар йыйылған.

“Серләшәйек” исемле триатлон дөйөм команданың үткерлеген сағылдырһа, ”Ҡорал эшләй – ир маҡтана” тигән капитандар конкурсы команда етәкселәренең оҫталығын күрһәтте. “Әннәгиҙергеннәйем”дең мөләйем капитаны Нәзифә Иҫәнбаева ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ҡорал ҡуллана белеүен иҫбатланы.

”Өн аралаш ете төш” тип аталған өйгә эштә командалар билдәле кешеләрҙе уйынға ҡатнаштырырға, йәғни тамашасыны көлдөрөргә тейеш ине. Йәштәр менән бергә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтовтың, йырсылар Иҙел Аралбаев, Йәмил Баймырҙин, КВН ветерандары Ләйсән Мәзитова, Марсель Мөхәмәтйәнов, Илһам Ишкинин шаяртты.

Һәм… Бөтә яҡшы нәмә тиҙ бөткәндәй, ҡыҙығы ла “һә” тигәнсә тамамланды ла ҡуйҙы. Шулай итеп, бишенсе миҙгел финал уйынының һөҙөмтәләре:

3 урын – “Бер минут”

2 урын – “Нөктә.Ru”

1 урын – “Әннәгиҙергеннәйем”

Хуш, “бишенсе” һәм сәләм, ”алтынсы” КВН!

Айсын Аҡбулатова.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *