Ҡоролтай «Һаумы, һаумы, әкиәт!» интернет-конкурсында ҡатнашырға саҡыра

сказкаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» видеоконкурсын иғлан итә. Унда 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү хуплана. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.


Видеоролик законлы рәүештә файҙаланылған видеоредакторҙа эшләнергә, оҙонлоғо 3-5 минуттан артмаҫҡа тейеш. Башҡарыусының кадрҙа булыуы мотлаҡ. Яҙманың биҙәлеше генә түгел, конкурсанттың тасуири уҡыуы, тексты яттан һөйләүе баһалана. Һәр эштә башҡарыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, устав буйынса мәктәп һәм балалар баҡсаһының исеме, әкиәттең атамаһы күрһәтелергә тейеш.
Материалдар 2017 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә.
Видеояҙманы ошонда һалығыҙ: https://vk.com/event144740972
Иғтибар! Конкурста ҡатнашыусылар «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм “Юлдаш” радиоһының төркөмөнә яҙылырға тейеш.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *