Өфөлә «Башҡорт халыҡ йырҙары» IV асыҡ ҡала фестивале үтә

3Иртәгә Өфөлә «Башҡорт халыҡ йырҙары» IV асыҡ ҡала фестивале үтә.

Сара 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм 15 апрелдә билдәләнгән Бөтә донъя мәҙәниәт көнөнә арнала.

Фестивалдең маҡсаты – уҡыусыларҙы мәҙәни мираҫыбыҙҙы, туған телдәрҙе өйрәнеүгә йәлеп итеү, башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалау һәм йәш таланттарҙы асыҡлау.

Конкурста ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәптәре һәм ЮНЕСКО дуҫтары клубтары, ҡала гимназиялары һәм лицейҙары, милли йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша.

Ойоштороусылар – Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм «Новатор» балалар ижады йорто.

Фестивалдә ҡатнашыусылар (яңғыҙ башҡарыусы йәки коллектив) үҙе һайлаған башҡорт халыҡ йырын (микрофон менән, музыка ҡоралы оҙатыуында башҡарырға мөмкин), йәки ерле фольклор әҫәрен башҡара.

Ошондай номинациялар ҡаралған:

  1. «Оҙон көй»: «Урал», «Сибай», «Буранбай», «Ильяс», «Баяс», «Эскадрон», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Тәфтиләү», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Ғүмәров», «Ҡаһым түрә», «Әрме», «Бейеш», «Илсе Ғайса», «Һандуғас», «Томан», «Шәүрә», «Шафиҡ», «Хисам», «Һаҡмар», «Иҫке Урал», «Һары ла сәс», «Арғужа», «Төйәләҫ», «Уйыл» һ.б.
  2. «Ҡыҫҡа көй»: ҡобайыр, һамаҡ, иртәк, мөнәжәт, бәйет, таҡмаҡ, шаян йыр, йола йыры һ.б. («Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Ҡара юрға», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуңыр буға» һәм башҡа эпостарҙан өҙөк, ерле фольклор әҫәрен башҡарырға була).

Мөһим шарт – конкурсанттар башҡарған әҫәрҙең тарихын белергә тейеш.

Сығыш регламенты – 5 минут.

Баһалағанда башҡарыу оҫталығына, номерҙың биҙәлешенә (костюм, композиция) иғтибар биреләсәк.

Фестиваль иртәгә, 19 апрелдә «Новатор» балалар ижады йортонда (Өфө ҡалаһы, Азатлыҡ урамы, 44) үтә.

Башлана – иртәнге 11-ҙә.

Теркәлеү өсөн бер сәғәт алдан килеү мотлаҡ.

Һорауҙар менән Мәрфүғә Сәләхетдин ҡыҙы Мостафинаға мөрәжәғәт итергә. Уның телефоны: 8 961 039 17 64.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *