Урал батыр вариҫтары һабантуйға йыйылды

Яңы уҡыу йылы башланыу менән старт алған «Урал батыр вариҫтары» спартакиадаһы май аҙағында ғына ябылды. Билдәле булыуынса, унда Өфөләге барлыҡ башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары ҡатнашты. Уҡыу йылы дауамында уҡыусылар баскетбол, волейбол, саңғы ярышы, еңел атлетика, мини-футбол һәм шашка буйынса көстәрен һынаны. Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында шуға йомғаҡ яһап, спартакиадала ҡатнашыусылар өсөн мәктәп […]
Продолжить чтение…

 

Исемлек тә ҙур, атҡараһы ғәмәлдәр ҙә күп

Ни бары ике йыл ғына ҡалған. Хатта уныһы ла тулы йыл түгел. Һүҙем – Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуҙы билдәләү хаҡында. Яңыраҡ Өфөлә үткән башҡорт ҡоролтайҙарының Үҙәк төбәк-ара берләшмәһенә ингән башҡарма комитет рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән семинар-кәңәшмәлә тап ошо хаҡта етди һүҙ алып барылды.
Продолжить чтение…

 

Ҡоролтай – ул һин, мин, һеҙ, беҙ

БДУ-ның Бөрө филиалында Бөрө район-ара берләшмәһенә ингән Бөрө, Асҡын, Мишкә, Ҡариҙел, Благовещен, Борай, Балтас райондарының башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн семинар-кәңәшмә үткәрелде. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡарма комитет белгестәре Рәйсә Күзбәкова, Айрат Искәндәров, Марат Ғилманов, тарихсы һәм тележурналист Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты […]
Продолжить чтение…

 

Ғабдулла Туҡайҙың Барҙа тамырҙары

Атаһы уның исемен метрика кенәгәһенә “Ғабдуллажан”, йәғни “Ғабдуллайән” тип теркәгән. Беҙгә ул Ғабдулла Туҡай булараҡ билдәле. Барлығы 27 йыл ғына ғүмер кисергән талантлы шағирҙың тамырҙары әсәһе яғынан ғәйнә башҡорттарына тоташа. Шағирҙың ҡартатаһы Зиннәтулла Зәйнелбәшир улы Әмиров үҙенең шиғри юлдар менән яҙылған биографияһында “Тыуған илем Ҡажмаҡты ҡәрйәһелер” тип яҙған, йәғни ул хәҙерге Барҙа ауылынан. ХIХ быуат […]
Продолжить чтение…

 

Сибайҙа башҡорт кейеме тантанаһы

Сибай ҡалаһының шул төбәк башҡорттары өсөн бәләкәй баш ҡала ролен үтәүе яңылыҡ түгелдер. Үҙенә күрә мәҙәни үҙәк тә, рухи тупланыш урыны ла һәм шул төшөнсәләрҙе йәшәтеүсе һәм үҫтереүсе шәхестәр төйәге лә ул. Шунлыҡтан, башҡорт кейеме көндәренең дә башлап сибайҙар тарафынан үткәрелеүе берәүҙе лә хайран итмәҫ. Быйыл ул бында икенсе тапҡыр уҙғарылды.
Продолжить чтение…

 

Юрматылар ҡор йыйҙы

Ағас − тамырһыҙ, халыҡ тарихһыҙ булмай. Беҙ халҡыбыҙҙың сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы менән ғорурланабыҙ.  Тамырҙарын, ырыуы тарихын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы итеп тойоу хоҡуғын бирә икәнен тойоп йәшәйбеҙ. Шуны иҫәпкә алып һәм Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы үткәрелә торған саралар планына ярашлы, үткән шәмбелә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ишембай […]
Продолжить чтение…

 

Башкиры Узбекистана представили свою культуру на «Славянском базаре» в Ташкенте

Ансамбль «Дуҫлыҡ» Башкирского культурного центра Узбекистана представил башкирскую культуру на фестивале «Славянский базар». Праздник дружбы славянских народов прошел в Российском центре науки и культуры в Ташкенте. Коллектив под руководством Раисы Баймурзиной исполнил башкирский зажигательный танец «Гульназира» и парный танец «Дуҫлыҡ».
Продолжить чтение…

 

Тыуған ерендә кеше кәрәгерәк була

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдиме менән Өфөлә быйыл беренсе тапҡыр Башҡорт ғаиләһе көнө үткәйне. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән матур ғаиләләр ҡатнашты. Бөгөнгө геройҙарыбыҙҙы ла унда тап иткәйнек.  Йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ ғаилә тип, бөтөн Башҡортостан танып тора уларҙы. Баймаҡ районы Буранбай ауылынан килгән Аралбаевтарҙың иң өлкән вәкилдәре – Таңһылыу Хәбир ҡыҙы һәм Фәррәх Насип […]
Продолжить чтение…

 

Ағы барҙың – туғы бар, йәки, Һөттөң ҡәҙерен белеүселәр тураһында

Ошо көндәрҙә Инйәр ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда “Ағы барҙың – туғы бар” тип исемләнгән һөт байрамы үтте. Инйәр ағинәйҙәре ойошторған сарала Йөйәк, Уҫманғәле, Межгорье ағинәйҙәре лә ҡатнашты һәм үҙ оҫталыҡтарын сағылдырған күргәҙмәләрен ҡуйҙы. Яҡташтарының байрамын йәмләргә Өфөнән килеп еткән шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова ла шиғри күстәнәстәре менән уртаҡлашты, сараға мәртәбә өҫтәне.
Продолжить чтение…

 

Заявление Исполкома Всемирного курултая башкир против искажения истории Башкортостана авторами монографии «История татар Западного Приуралья»

Исполком Всемирного курултая (конгресса) башкир от имени башкирского народа выражает категорическое несогласие и крайнюю озабоченность в связи с искажением истории Республики Башкортостан и попыткой пересмотра  прошлого нашего народа на страницах коллективной монографии «История татар Западного Приуралья», изданной уважаемым Институтом истории имени Ш. Марджани Академии наук Татарстана.
Продолжить чтение…