«Таҙа Һаҡмар» акцияһы Баймаҡ районында 11 ауыл халҡын берләштерҙе

Баймаҡ районында 11 ауыл биләмәһе «Таҙа Һаҡмар» акцияһында ҡатнашты. Өмәгә алты йәштән алып 80-гәсә бөтә ауыл халҡы сыҡты. Акция һөҙөмтәһендә 100 тоннанан ашыу сүп-сар сығарылды. Ошо сара менән бер рәттән районда «Таҙа яр» акцияһы ла үтте. Уның сиктәрендә Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ һәм Граф күлдәре буйы, Йылайыр, Йолалы, Урғаҙа, Төйәләҫ яны таҙаланды.
Продолжить чтение…

 

Әҙәбиәт – ул халыҡ асылы, әҙәбиәт – ул үҙе сәйәсәт

Бөтә Рәсәй яҙыусыларының “Лиффт” фестивалендә ҡатнашырға насип булғайны. Был хаҡта ошо көндәрҙә баҫмабыҙҙа яҙып та сыҡҡайныҡ инде. Ҡырымда үткән беренсе сарала Рәсәйҙең төбәктәренән генә түгел, Европа, Азия илдәренән вәкилдәр ҙә килгәйне. Ваҡыт уҙа, әммә әҙәбиәтселәр генә түгел, ил етәкселәре лә элекке СССР дәүерендәге дуҫлыҡты һағынып йәшәүенән төңөлөп, ошо рәүешле бөгөн дә аралашып, бер-береңә терәк булып, […]
Продолжить чтение…